Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2021, 12:40

Өфөлә юл үткәргес төҙөү ваҡыты ҡыҫҡартылды

Әле төҙөүселәр яңы юл үткәргес аҫтына свай ҡағыу эштәренең 71% башҡарған.

Өфөлә юл үткәргес төҙөү ваҡыты бер айға ҡыҫҡартылды.Әле төҙөүселәр яңы юл үткәргес аҫтына свай ҡағыу эштәренең 71% башҡарған. Тиҙҙән ҡойма ямғыр канализацияһы селтәрҙәрен яңынан төҙөү башлана.
«2-се терәүҙә монолит урынына өлөшләтә йыйылма-монолит конструкцияларҙы файҙаланыу варианты әҙерләнгән. Проект документацияһын үҙгәртеү ҡабаттан дәүләт экспертизаһын үтеүҙе талап итә, был эш ойошторолған. Реконструкциялау ваҡыты бер айға ҡыҫҡартыла, төҙөүселәр объектты 1 сентябргә тамамлай ала», – тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенән.
Читайте нас: