Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2021, 12:30

Икенсе Павел Волямы, әллә...

Ул әле лә урам һеперә...

Тормоштағы ҡырға үҙгәрештәр әҙәм балаһын йә һынай, йә, киреһенсә, упҡын ситенән йолоп ала. Өфөлә йәшәгән урам һепереүсе Юраның тарихы ысын мөғжизәгә тиң: бер тәүлек эсендә унан модель яһағандар һәм бурыстарын ҡаплау өсөн 650 мең һум аҡса йыйыуҙары күптән түгел генә билдәле булһа ла, ул ысын “йондоҙ”ға әйләнеп өлгөргән.
Ул әле лә урам һепереүсе булып эшләй Әммә хәҙер элекке кеүек уны алдап 500 мең һум кредит алдыртҡан йүнһеҙ кешеләрҙең бурыстарын түләр өсөн тир түкмәй. Ул социаль селтәрҙә теркәлгән һәм беренсе коммерция фотосессияһы уңышлы үтеүе хаҡында ла яҙған.
Тәүҙә күптәр урам һепереүсе Юраның данлыҡлы кинойондоҙ Мэттью Макконахиға оҡшаған, тиһәләр, хәҙер билдәле телейондоҙ, башҡорт кейәүе Павел Воляның “игеҙәге” тип шаяртыуҙар йышайған.
Читайте нас: