Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2021, 13:47

Луиза Хәйруллинанан өлгө алғанмы?

35 йәшлек ҡатынға ҡарата 20 енәйәт эше асылған..

Туймазы район-ара тикшереү бүлеге 35 йәшлек ҡатынға 20 енәйәт эше асҡан. Уны уғрылыҡта ғәйепләйҙәр.
Ғәйепләнеүсе ҡатын 2019 йылдың ғинуарынан 2020 йылдың октябренә тиклем банкта клиенттар менеджеры булып эшләй. Ошо ваҡыт эсендә ул 20 кешенең 13,4 млн һум аҡсаһын урлай.
Банк хеҙмәткәре клиенттар исеменә банк карталары булдыра һәм банкоматтан аҡсаларын ала. Ҡайһы бер осраҡта хатта ул аҡсаны үҙ иҫәбенә лә күсергән. Ҡойроғона баҫҡас, уғры үҙенең ғәйебен таный, аҡсаның бер өлөшөн түләй.
Читайте нас: