Тывала була был хәл. Ире һәләк булғас, Татьяна үгәй баланан ҡотолорға йыйына. Ул иренең ике фатирын үҙенә ҡалдырыр өсөн 2020 йылдың декабрендә 8 йәшлек ҡыҙын үлтерергә теләй. Фатирҙарҙы үҙенә алыр өсөн, Татьяна башта бала менән судлашырға маташып ҡарай, һуңынан кеше үлтереүсе эҙләй. 180 меңгә киллерҙы яллап, аванс түләй һәм 1400 һумға электрошокер һатып алып бирә. Ярай әле был хаҡта полиция хеҙмәткәрҙәре һиҙеп ҡала. Киллер урынына хоҡуҡ һаҡлаусылар килә. Хәҙер яуыз ҡатынды ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал. Бала менән психологтар эшләй, уға ҡот осҡос янамай.