Ата-әсәйебеҙ тора, йортобоҙҙоң ишеген асмайҙар. Улар был өйҙө тинләп төҙөнө», — ти кадр артындағы тауыш.
Билдәле булыуынса, ир үҙенең яңы ҡатыны һәм уның тәүге никахтан тыуған ике ҡыҙы менән ата-әсәһе йортонда йәшәгән. Килен күсеп килгәс, ғаиләлә ыҙғыш башланған, ти яҡындары 
Улы сираттағы тапҡыр атаһы менән һуғышҡандан һуң, һуңғыһы түҙмәгән, балаларҙы тышҡа алып сыҡҡан да үҙе өйгә инеп бикләнгән һәм ут төрткән. Биш инсульт кисергән оло йәштәге ирҙе янғын һүндереүселәр ҡотҡарған.
Улы ата-әсәһенең иҫке әйберҙәрен яндыра башлаған, уларға документтарын биреүҙән баш тартҡан һәм 2020 йылдың декабрендә өйҙө ҡатынына яҙҙырған.
Ул хәлгә аңлатма биреүҙән баш тартҡан. Хаҡлы ялдағы иргә «аңлы рәүештә мөлкәтте юҡ итеү йәки уға зыян килтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.