Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2021, 08:30

Дәүләкән һөтөн тәмле тиҙәр

Фермерға аяҡҡа баҫҡансы ауыр һәм оҙон юл үтергә тура килгән.

Башта эшлекле ғаилә Ҡамсалытамаҡ ауылында күпләп һауын кәзәләре аҫыраған. Һуңынан, “Ғаилә малсылыҡ фермалары” милли проекты сиктәрендә, 10,8 млн һумға эйә булғас, эре мөгөҙлө мал алырға ҡарар итәләр. Һәм яңылышмайҙар. Әлеге ваҡытта уларҙың йәмғеһе 358 эре мөгөҙлө малы бар. Шуларҙың 165-е һауын һыйыры.
“Һауылған һөттөң бер өлөшө районда сыр эшләүгә тотонола, ҡалған өлөшө Өфөгә оҙатыла. Барыһына ла беҙҙә етештерелгән һыйыр ағы оҡшай, тәмле тиҙәр”, - ти Дәүләкән районында йәшәүсе фермер Зоя Григорьева.
Читайте нас: