Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2021, 23:00

Туғандары мәрхүм булыусының пенсияһын аласаҡ

Бының өсөн ни эшләргә кәрәк буласаҡ?

2022 йылдың 30 ғинуарынан Рәсәйҙә үлгәндәрҙең пенсияларын алыу ҡағиҙәләре үҙгәрә. Туғандары мәрхүм булыусының тупланма пенсияһын алыуға ғаризаны электрон рәүештә тапшырырға мөмкин. Хөкүмәт Рәйесе Михаил Мишустин был уңайҙан тейешле ҡарарға ҡул ҡуйған.
Пенсия фондынан аңлатыуҙарынса, пенсияның тупланма өлөшө, кеше үлгән осраҡта, туғандарына мираҫҡа ҡала. Уға эш биреүсе хеҙмәткәрҙең буласаҡ пенсияһы өсөн түләй торған аҡсаның бер өлөшө, шулай уҡ был аҡсаны төрлө проекттарға һатыуҙан алынған килем инә. Шул уҡ ваҡытта пенсияның тупланма өлөшө, кешенең үҙ теләгенә ярашлы рәүештә, дәүләт йәки дәүләттеке булмаған пенсия фондында һаҡлана.
Хәҙер мәрхүм туғандары булған кешенең пенсия тупланмаһын алыу өсөн Пенсия фондының клиенттар хеҙмәтенә йәки күп функциялы үҙәккә шәхсән үҙҙәре мөрәжәғәт итергә тейеш. Яңы ҡағиҙәләр нигеҙендә, киләһе йылдан башлап, был түләүҙе алыу өсөн ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү порталы йәки Пенсия фонды сайтындағы шәхси кабинет аша тапшырырға мөмкин буласаҡ.
Читайте нас: