12 февралдә Уран ырыуы вәкилдәре Яңауыл районында йыйыла. Был хаҡта Башҡорт ҡоролтайынан хәбәр иттеләр. Ырыу йыйыны Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә була.
Ғәҙәттәгесә, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн саралар ойошторола: Яңы Артауыл ауылында «Аҡбуҙат» журналы менән танышыу була, уның сиктәрендә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында «Шумер» йәнһүрәте күрһәтелә, Уран ырыуының иң йәш вәкилдәре өсөн уйындар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.
Яңауыл ҡалаһының Йәштәр һарайында башҡорт телендә «Нурбостан» анимация сериалының исем туйы, «Тамыр» телеканалынан профессиональ фотосессия ойошторола, шулай уҡ төрлө уйындар һәм ярыштар уҙғарыла.
Уран ырыуы йыйыны Яңауылдың Мәҙәни-ял итеү үҙәгендә иртәнге сәғәт 10-да башлана. Фойела башҡорт этноихатаһы, биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе, биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары дәрестәре менән танышырға мөмкин. Төп сара Уран ырыуы тураһында театрлаштырылған тамашанан башлана.
Уран ырыуы биләмәләре Яңауыл районының төньяҡ-көнбайыш яртыһында урынлашҡан (ҡалған өлөшөн Гәрәй ырыуы башҡорттары биләй). Ошо ауылдарҙан йыйынға 77 делегат килә, улар үҙ советын һайлап, ырыу гербын һәм гимнын ҡабул итергә тейеш.
Улар алдында яҡташтары һәм Өфө ҡунаҡтары сығыш яһай. Тарихсылар төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының, шул иҫәптән Уран ырыуы башҡорттарының тарихы һәм үҙенсәлеге хаҡында һөйләй. Шулай уҡ танылған яҙыусы-сатирик, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары вәкиле Марсель Сәлимов, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, сығышы менән Уран ырыуынан Фәнәүи Сәлихов сығыш яһай. Сара үҙешмәкәр сәнғәт оҫталарының концерты менән тамамлана.