Красноярскта юғары тән температураһы менән өйҙә ауырып ятҡан улдарына ата-әсәһе “Тиҙ ярҙам” саҡырта. Табип аяҡ кейемен сисмәйенсә эскә үтергә теләй. Бахилы кейеүҙән дә баш тарта. Шунда ғаилә башлығы өйөндә тотҡан һунар этен табипҡа һөсләтә. Тегенеһе арҡырылығы менән бергә сос та булып сыға. Хужаһының ҡушыуын үтәргә атлыҡҡан эт янына килеп еткәнсе, табанын ялтырата.