Шоңҡар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2021, 14:24

Изге йома көнөн менән!

“Йома – ҡояшҡа мансылған көн, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.

“Йома – ҡояшҡа мансылған көн, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. – Тап ошо көндә Әҙәм ғәләйһис-сәләм яралтылған, Йәннәткә индерелгән һәм Ергә төшөрөлгән”.

Кешеләр үҙен бар иткән йомала күп итеп ғибәҙәт, доға ҡылырға, Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итергә тейеш. Раббыбыҙ әҙәм балаларына был көндә, бөтөн донъя эштәрен ҡалдырып, мәсеткә барырға бойора. “Эй, иман килтергән кешеләр! – тип мөрәжәғәт ителә изге Ҡөрьәндә. – Йома Аллаһты иҫкә алыу өсөн намаҙға ашығығыҙ! Сауҙа итеүҙе туҡтатып тороғоҙ”.

Йома намаҙының башҡа көндәрҙекенән айырым шарттары бар.

* Ул йәмәғәт менән билдәле урында уҡыла. Ваҡыты өйлә намаҙыныҡына тура килә. Сөннәт­тәре менән бергә ун рәҡәғәтле.

* Фәҡәт ир-ат өсөн фарыз. Ҡатын-ҡыҙ йома намаҙы урынына өйҙә өйлә уҡырға бурыслы. Әгәр мәсеткә килеп хөтбә тыңлай икән, яҙығы юҡ.

* Сәфәрҙәге кешегә йома намаҙы фарыз түгел. Уның урынына өйлә уҡый.

* Кемдер, һаулығы насар булып, мәсеткә бара алмай икән, уға ла йома намаҙы фарыз түгел. Өйҙә өйлә уҡыуы хәйерле. Ваҡытлы сир, мәҫәлән, киҙеү йоҡторған кешенең дә иман йортона бармай тороуы яҡшыраҡ.
Читайте нас в