Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Февраль 2021, 22:46

Ғашиҡтар, һеҙҙе көтәбеҙ!

Ғашиҡтар көнөнә арналған оло байрам уҙасаҡ.

Иртәгә, 14 февралдә, 12.00 сәғәттә баш ҡаланың "Башҡортостан урмансылары" паркында парлылар өсөн романтик йүгереү уҙғарыла. Был – бере-берегеҙгә хис-тойғоларығыҙҙы белдереү, кәйефте күтәреү, ыңғай кисерештәр алыу өсөн бер мөмкинлек, ти уны ойоштороусылар.
"Динамо" стадионында ла Ғашиҡтар көнөнә арналған оло байрам уҙасаҡ.
"Яратам-фест"ты "Башҡортостан 24" телеканалы үткәрә. Күңелле дискотека 15 сәғәттән 19 сәғәткә тиклем буласаҡ. Пульт артында - DJ Fatikh. Үҙҙәренең конькиҙары менән килеүселәргә инеү бушлай. Конкиҙарҙы прокатка алырға мөмкин.
Ғашиҡтар һәм мөхәббәттәрен эҙләүселәр, 14 февралдә 15:00 сәғәттә «Динамо» стадионына рәхим итегеҙ!
Читайте нас: