Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Февраль 2021, 13:50

Хис-тойғолар оҙаҡҡараҡ һаҡланһын тиһәң...

Ир менән ҡатын икеһе ике фатирҙа йәшәргә тейеш икән.

ЛДПР фирҡәһе лидеры, яҡынлашып килгән Ғашиҡтар көнө уңайынан, ғаиләле парҙарға үҙ-ара йылы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн кәңәштәрен еткергән.
“Әгәр ҙә ир менән ҡатын бер подъезда, әммә айырым-айырым фатирҙарҙа йәшәй икән, улар, элеккесә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә осрашып йөрөйәсәктәр һәм бер-береһенән арымаясаҡтар, ялыҡмаясаҡтар. Шул ваҡытта хис-тойғолар ҙа оҙаҡҡа һаҡланып, айырылышыуҙарҙың һаны ла кәмейәсәк”, - ти Жириновский.
Был тәҡдимде, әлбиттә, күп гүзәл заттар хуплар. Сөнки көн оҙонона эштән арып ҡайтҡандан һуң, кисен беҙҙең икенсе смена башлана ғына. Диванда пульт, телефон ҡосаҡлап ятҡан хәләлебеҙҙе ашатып-эсереп, артынан йыйыштырып йөрөп йыш ҡына хәлдән таябыҙ бит. Тик ике фатирҙа йәшәр өсөн ипотека түләргә ябай халыҡтың көсөнән генә килмәҫ шул...
Тағы ла, уртаҡ балалар тураһында ла “уйларға” онотҡан депутат. Был осраҡта улар кем менән йәшәргә һәм уларҙы кем тәрбиәләргә тейеш була икән?!
Читайте нас: