Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Февраль 2021, 11:29
Республикала йәшәү минимумының яңы күләме билдәләнде
Башстаттың ошо йылдың 1 ғинуарына яҡынса баһаһы буйынса, республикала 4,016 миллиондан ашыу кеше йәшәй.
2021 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда халыҡтың йән башына йәшәү минимумы 10 015 күләмендә билдәләнде. Хөкүмәттең тейешле ҡарары 12 февралдә республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында
баҫылған
.
Документҡа ярашлы, хәҙер эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы – 10 641 һум, пенсионерҙарға — 9 605 һум, балаларға 10 077 һум тәшкил итә. «Ҡарар 2021 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә була», — тип билдәләнә документта.
Башинформ.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?