Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Февраль 2021, 17:00

Бер күреүҙән ғашиҡ булғаным бар...

Дуҫтар, Ғашиҡтар көнө менән!!!

Бер күреүҙән ғашиҡ булғаным бар,
Телдән ҡалғаным бар минең дә.
Яҙмышым шул,
Бәхетем шул тиеп,
Көндәй күргәнем бар минең дә...
Тик һуңынан өмөт юҡҡа сыға,
Тулҡыныуҙан тына йөрәгең
Күләүектә лә бит
Тәүҙә шулай
Диңгеҙ тәрәнлеген күрәһең...
....
Кем, ни өсөн?
(Шаярыу).
Ҡауышып та яратмаған,
Кешеләр була.
Яратып та ҡауышмаған,
Кешеләр була.
Кешеләрҙең ҡайһы өсөн,
Ни һуң эсәйем.
Ҡуян ҡанындай сәйенме,
Әлләсе – мәйен?
Яратҡандан ҡауышһындар –
Шул минең әмер.
Улар өсөн харам түгел,
Йотһаң да хәмер!..
Рәми ҒАРИПОВ.
Читайте нас: