Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Февраль 2021, 14:00

Һөйөү һүнһә, кеше үлә. Әжәлдәрҙән саралар юҡ.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим шиғриәтендә мөхәббәт темаһы.

Ғашиҡтар, һеҙгә, өндәшәм –
Юҡ-барға йән ҡыйышмағыҙ.
Боҙолошоу сирек-әжәл.
Әжәл менән һынашмағыҙ.
Араларға ышанмағыҙ,
Ваҡыттарға таянмағыҙ,
Айырылышыу – ярты әжәл
Әжәл менән шаярмағыҙ.
Ә шулай ҙа, һөйөү барҙа,
Төҙәлмәҫтәй яралар юҡ.
Һөйөү һүнһә, кеше үлә.
Әжәлдәрҙән саралар юҡ.
.....
Яҙылмаған, һыҙылмаған
Мөхәббәт ҡанундары.
Шатлыҡ килтерә әрнеүҙәр,
Туңдыра яныуҙары.
Ҡараңғы яһай көндәрҙе,
Төндәрҙе яҡты итә.
Яртыларҙы бергә ҡуша,
Бөтөндө ярты итә.
Ваҡытҡа ҡояш баш түгел,
Уға мөхәббәт хужа.
Айы йылдарға тартыла,
Көнө сәғәттә уҙа.
Шағир әйткән: “Уның өсөн
Оло ла, кесе лә юҡ...”
Ә ғәмәлдә ни етте лә
Бик улай эше лә юҡ.
Читайте нас: