Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Февраль 2021, 23:09

Динар Вәлиев - боҙҙа мотоуҙыш буйынса донъя чемпионы

Еңеүсе өсөн Башҡортостан гимны яңғыраған.

Динар Вәлиев - боҙҙа мотоуҙыш буйынса донъя чемпионы.
Ғабдрахман Ҡадыров исемендәге спорттың техник төрҙәре үҙәге тәрбиәләнеүсеһе Динар Вәлиев уҙған ялдарҙа Тольятти ҡалаһында боҙҙағы мотоуҙыштар буйынса донъя чемпионатында алтын миҙал яуланы. Динар Вәлиев өс йыллыҡ тәнәфестән һуң Өфөгә донъя чемпионы титулын кире ҡайтарҙы, шулай уҡ боҙҙа мотоуҙыш тарихында шәхси донъя чемпионатында 25-се еңеүсе һәм шуға өлгәшкән алтынсы яҡташыбыҙ булды.
Билдәле булыуынса, WADA (Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡ) Халыҡ-ара мотоциклет федерацияһы йөҙөндә ярыштарҙа Рәсәй флагы һәм гимнын файҙаланыуҙы тыйғайны. Шуға күрә был юлы еңеүсе өсөн Башҡортостан гимны яңғыраған.
Читайте нас: