Былтыр “Сәләм” тапшырыуында үҙенең башҡорт ҡыҙы булыуын белдергән Барҙа һылыуы Гүзәл Уразова дүртенсегә әсәй булды. Бөгөн уның ҡыҙы донъяға ауаз һалған. Был бәхетле ғаиләнең дүртенсе сабыйы. Яратҡан йырсыбыҙ үҙенең ҡыуанысын социаль селтәрҙәрҙә белдергән. Беҙ ҙә моңло һандуғасыбыҙҙы бәхетле көнө менән ҡотлайбыҙ!