Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Февраль 2021, 22:59
Радий Хәбиров Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы планын ентеклерәк әҙерләргә ҡушты
Төп маҡсат – үлемде кәметеү.
15 февралдә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылын уҙғарыу планы тураһында докладын ҡабул итмәне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йыл республикала Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы тип
иғлан ителде
, ул үлемде кәметеүгә, халыҡтың йәшәү сифатын күтәреүгә һәм ғүмер оҙонлоғон арттырыуға йүнәлтелгән.
Республика етәксеһе белдереүенсә, вице-премьер үҙенең шул тиклем мөһим темаға докладында республикала үлемде кәметеү буйынса аныҡ саралар тәҡдим итмәгән.
«Маҡсат күрһәтелергә тейеш – үлемде кәметеү. Һеҙҙең докладта был хаҡта бер һүҙ ҙә күрмәнем», — тип билдәләне ул.
Хәбиров һүҙҙәренсә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән ентеклерәк эшләргә һәм уларҙың һәр береһе буйынса күрһәткестәрҙе кәметеү буйынса план төҙөргә кәрәк.
Башинформ.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?