Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Февраль 2021, 20:00

Уҡырға төшкәнсе үк фермала эшләй

Салауат дәүләт башҡорт драма театры актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлфирә Сәфиуллина тормошонан ун ваҡиға.#БилдәлешәхестәртормошонанунваҡиғаСалаватский башкирский драмтеатр#театрсалават

  1. Ғафури районының Үзбәк ауылында донъяға килә. Үтә баҫалҡы, ҡыйыуһыҙ, оялсан ҡыҙ булып үҫә. Өйҙәренә сит кеше килһә, мейес артына йә өҫтәл аҫтына кереп йәшеренер булған.
  2. Мәктәптә уҡығанда алгебра менән физика фәндәрен яратмай.
  3. Атаһы матур итеп йырлай, әсәһе йыш ҡына ауыл һәүәҫкәрҙәре тарафынан ҡуйылған спектаклдәрҙә уйнай, йыр-бейеү буйынса үткәрелгән конкурстарҙа йыш ҡатнаша. Гөлфирә үҙе лә бала сағынан әртис булырға хыяллана. Әммә оялсанлығы арҡаһында был теләге хыял булып ҡына ҡалыр, тип кенә уйлай.
  4. Уҡыусы сағында яҙыу-һыҙыу эшенә оҫта була. Мәктәп рҽдколлҽгияһында мөхәррир вазифаһын башҡарырға ышанып тапшыралар.
  5. Әсәһенә эйәреп, уҡырға төшкәнсе үк, фермаға һыйыр һауышырға йөрөй.
  6. Һөнәр һайлағанда “Йәшлек” гәзитендә баҫылған мәҡәлә этәргес бирә. Унда СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, театр педагогы һәм режиссёр Гөлли Мөбәрәкова театрға уҡырға саҡырып мәҡәлә яҙа. Әммә һаман да ҡыйыулығы етмәй, иң башта сәнғәт училищҽһына юллана. Әмәлгә ҡалғандай, унда ул йылды актёрҙар курсы ойошторолмай. Шулай итеп, ул Өфө дәүләт сәнғәт институтының актёрҙар бүлҽгҽ студенты булып китә.
  7. Уларҙың төркөмөн алдан уҡ Салауат дәүләт башҡорт драма театры өсөн әҙерләйҙәр. Алдан белһә лә, таныш түгел ят ҡалаға өйрәнеп китеүе ауырға тура килә.
  8. Егерме биш йылға яҡын Салауат дәүләт башҡорт драма тҽатрында эшләгән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлфирә Сәфиуллина ҡырҡтан ашыу роль башҡарған.
  9. Эттән һәм йыландан ҡурҡа. Бала сағынан яратҡан шөғөлө – әҙәби китаптар менән дуҫлыҡты әле лә өҙмәй.
  10. Тормош иптәше Нәфис – театрҙа яҡтыртыу цехы мөдире. Ике ҡыҙ үҫтерәләр.
  11. Читайте нас: