Башҡортостан табиптарға махсус түләү өсөн 22 миллион һум аҡса аласаҡ. Уларҙы үҙ мәлендә асыҡланған яман сир осраҡтары өсөн түләйәсәктәр. Был ауырыу аҙып китмәҫ элек дауалап, пациенттың ғүмерен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк. Бындай түләүҙәрҙе табиптар былтыр уҡ ала башлағайны. Шундай шарт бар: сир мотлаҡ раҫланған булырға тейеш. Ошонан һуң медицина учреждениеһы өҫтәмә финанслауға эйә буласаҡ. Былтырғы йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда үлем ун процентҡа артҡан.