Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Юғары әҙерлек » режимын индереү тураһында указға сираттағы төҙәтмәләр индерҙе. 11 февралдән коронавирустың таралыуына ҡаршы көрәштә сираттағы төҙәтмәләр көсөнә инә. Атап әйткәндә, банктарҙа, сауҙа объекттарында һәм күп функциялы үҙәктәрҙә бирсәткә кеймәҫкә мөмкин. 65 йәштән өлкән граждандар өсөн изоляция тәртибе 25 февралгә тиклем һаҡлана.
Шулай уҡ республика етәксеһе Башҡортостан балаларына «Орленок» һәм «Артек» лагерҙарына барырға рөхсәт бирҙе, ә чиновниктар кәңәшмәләрҙе видеобәйләнеш аша түгел, офлайн үткәрергә мөмкин.