0 °С
Болотло
15 февралдә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров вице-премьер, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылын уҙғарыу планы тураһында докладын ҡабул итмәне.
«Маҡсат күрһәтелергә тейеш – үлемде кәметеү. Һеҙҙең докладта был хаҡта бер һүҙ ҙә күрмәнем», — тип билдәләне ул.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән ентеклерәк эшләргә һәм уларҙың һәр береһе буйынса күрһәткестәрҙе кәметеү буйынса план төҙөргә кәрәк, тип билдәләне Радий Фәрит улы.