Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Февраль 2021, 12:35

"Әсәй мине өйҙә тапҡан"

Барлыҡ ир-егеттәргә әлеге лә даталарҙы онотмауҙарын теләйем.

Радий Фәрит улы кисә Ишембайҙа эш сәфәре менән булды. Тыуған яғында төбәк етәксеһе әсәһенең ҡәберенә зыярат ҡылған. "Әсәйем яҡты донъянан китеүгә алты йыл. Әлбиттә, мин уның ҡәберендә булдым. Барлыҡ ир-егеттәргә әлеге лә даталарҙы онотмауҙарын теләйем. Әсәйҙәр беҙҙе тормош юлынан алып бара һәм ысын кеше булып ҡалырға ярҙам итә. Бында мине был яҡҡа тағы бер нәмә тарта... Был - Ишембайҙағы бала тыуҙырыу йорто. Мин бында тыуған тип уйламағыҙ. Миңә яҡты донъяға килергә Һайран ауылында кендек әбейе ярҙам иткән. Ә был бала табыу йортонда беҙ яҡшы ремонт яһаныҡ һәм яңы йыһаздар һатып алдыҡ", - тип яҙа ул "Бәйләнештә" төркөмөндә.
Читайте нас: