Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2021, 21:30

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн «Арт-Ҡоролтай» форумы менән билдәләйҙәр

Бынан тыш, беҙ 26 мартта «Фольклориадаға тиклем 100 көн»гә кире иҫәпте башларға уйлайбыҙ», — тип хәбәр итте Азат Баҙранов.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры Азат Баҙранов «Арт-Ҡоролтай» төбәк мәҙәни форумын ойошторорға тәҡдим итте. Ул 25 мартта билдәләнгән Мәҙәниәт хеҙмәткәре көнө уңайынан үткәрелә. Мәҙәниәт министрлығы уҙған йылда уҡ ошо башланғыс менән сыҡҡайны, ләкин коронавирус пандемияһы үҙ төҙәтмәләрен индерҙе.

«Форумда аралашыу республика мәҙәниәтен үҫтереү йүнәлештәрен стратегик күреүҙә файҙалы ҡорал булыуы ихтимал. Бынан тыш, беҙ 26 мартта «Фольклориадаға тиклем 100 көн»гә кире иҫәпте башларға уйлайбыҙ», — тип хәбәр итте Азат Баҙранов.

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова билдәләүенсә, баш ҡала, шулай уҡ тотош республика халҡы байрамса мөхитте тойорға тейеш. Форумды йыл һайын ойошторорға тәҡдим ителә.

Читайте нас: