Мәләүез районындағы “Ағиҙел” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативында кеше һаулығы өсөн файҙалы ризыҡтар етештерелә. Тарттырылған арпанан әлегәсә ҡулланылышта булмаған ҡәһүә, файҙалы тәм-томдар, тәбиғи майҙар тиҙҙән һатыуға сығасаҡ”, - ти кооператив рәйесе Салауат Мозафаров.
Эште яйға һалырға, тирмән һәм ҡоролмалар алырға, милли проект сиктәрендә бирелгән, 1,2 млн һумлыҡ дәүләт ярҙамының файҙаһы ҙур булған.