Башҡортостанда әҫәрҙәр уҡыусыларҙың "Тере классика" тип аталған халыҡ-ара конкурсы башланды. Унда ҡатнашыусыларҙан үҙҙәре яратҡан, ләкин мәктәп программаһына кермәгән проза китабынан өҙөк һайлап алып, уны тәьҫир итерлек итеп яттан һөйләү талап ителә. Конкурс финалистары "Артек" халыҡ-ара балалар үҙәгенә юлламалар менән бүләкләнәсәк. Конкурсының суперфиналы беренсе тапҡыр Санкт-Петербургта уҙасаҡ. "Мәғариф" милли проектына ярашлы Башҡортостанда һәләтле балаларға үҙҙәренең һәләттәрен үҫтереү, ижад бәйгеләрендә ҡатнашыу өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырыла. Йыл һайын уҡыусылар ил күләмендә үткәрелгән ҙур конкурстарҙа еңеү яулай.