Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2021, 23:56

Бер секунд етте...

"Салауат Юлаев" “Аҡ Барыҫ” командаһын үҙебеҙҙә ҡабул итте...

Вячеслав Солодухин үҙенең оҫталығын күрһәтеп,“Салауат Юлаев” беренсе голды индерһә, “Аҡ Барыҫ”командаһы уйынсылары оҙаҡламай иҫәпте тигеҙләй, Стефан Да Коста үҙенә бер мәрәй туплай. Әммә күп тә үтмәй Филип Ларсен "Аҡ Барыҫ”командаһы ҡапҡаһына мәрәй индерһә, Данис Зарипов уға яуап ҡайтарып, иҫәпте 2:2 тигеҙләй.
Уйын бик көсөргәнешле барҙы. Өсөнсө периодтың хәл иткес секундында экранда 59:59 күрһәткәндә, “Салауат Юлаев” гол индерә, аҙаҡҡы секундта Филип Ларсен Александр Кадейкинға пас биреп өлөгөрә. Шулай итеп, был осрашыу беҙҙең файҙаға 3:2 иҫәбе менән тамамланды. Шәп бит!
20 февралдә “Салауат Юлаев” командаһы үҙ боҙонда Куньлунь Ред Стар командаһын ҡабул итәсәк.

Читайте нас: