Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2021, 15:10

Милли музейҙа генераль директор алмашынды

Әлегә тиклем Марат Зөлҡәрнәев етәкселек иткәйне.

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында генераль директор алмашынды. Хәҙер учреждениены Альбина Ярмуллина етәкләй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлегә тиклем музейға Марат Зөлҡәрнәев етәкселек иткәйне.
Альбина Зөфәр ҡыҙы Ярмуллина элек Сибайҙың Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры булды. Тарих фәндәре кандидаты. 2004 йылдан — СиБДУ-ның юридик факультетында тарих кафедраһы ассистенты, өлкән уҡытыусы, 2010-2014 йылдарҙа — тарих кафедраһы мөдире, дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы кафедраһы доценты. 2015 йылдың ноябренән Сибай музейында эшләне.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: