Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2021, 20:45

Әйберҙе ғүмерҙән өҫтөн ҡуймайыҡ

Сумкаһын юғалтҡаны өсөн ҡурҡышынан өйөнә ҡайтмаған.

Омск ҡалаһында беренсе класс уҡыусыһы уҡыуҙан һуң өйөнә ҡайтмай ҙа ҡуя. Ата-әсәһе үҙаллы эҙләп хәлдән тайғас, киске туғыҙҙар тирәһендә ярҙам һорап полицияға мөрәжәғәт итә. Бер нисә сәғәттән һуң юғалған ҡыҙ бала ташландыҡ өйҙөң иҫке диванында, шундағы иҫке юрғанға төрөнөп йоҡлап ятҡанда табыла. Торлаҡ йылытылмағанлыҡтан тәненең аяҡ-ҡул өлөштәре туңа башлаған була.
Ни өсөн өйөнә ҡайтмауын һораша башлағас, ул сумкаһын юғалтыуын һәм ата-әсәһенең күҙенә күренергә ҡурҡҡаны асыҡлана. Ғәҙәттә, теге йәки был нәмәне боҙғаны, юғалтҡаны өсөн өлкәндәрҙән ныҡ эләккән балалар бындай аҙымға баралар. Әйберҙе ғүмерҙән өҫтөн ҡуймайыҡсы.
Читайте нас: