Кәрәкмәгән, күптән уҡылған гәзит-журнал, гарантия талондары, иҫке документтарҙы йыя башлаһаң байтаҡ булып китә. Уларҙан ҡотолғас күп урында тәртип үҙенән-үҙе барлыҡҡа килгәнен күрергә мөмкин. Ҡалған эшкә ҡар яуа. Ваҡытында йыуылмаған һауыт-һаба менән дә шул уҡ хәл. Иртән тороу менән йоҡлаған урынды йыйып ҡуйырға кәрәк. Беренсенән, эштән арып-талып ҡайтыуға насар күренеш ҡаршы алмаҫ. Икенсенән, йыйылмаған урынға борон шайтан ята тип тә фаразлағандар. Алған әйберҙе тотонғас та урынына һалырға, ҡуйырға, элергә ғәҙәтләнергә кәрәк. Шул ваҡытта йортоғоҙ тиҙ генә болармаҫ та. Иң мөһиме бер нәмәне лә иртәгәгә ҡалдырмайыҡ.