Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2021, 13:58

Рөстәм Ғиззәтуллинды юғалттыҡ...

Дискотекаларҙа, концерттарҙа уны алҡышлап ҡаршы алалар ине.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, композитор һәм продюсер Рөстәм Ғиззәтуллин эстрадаға "Ашыҡма", "Мөхәббәт һатылмай", "Ғәфү ит", "Һиңә генә" һәм башҡа йырҙары менән килеп ингән ине. Дәртле йырҙары менән ул тиҙ арала популярлыҡ яуланы, күптәрҙең кумирына әйләнде. Дискотекаларҙа һәм концерттарҙа уны алҡышлап ҡаршы алалар ине. Рөстәмдең лирик тауышын һәм моңло көйҙәрен халыҡ бик йылы ҡабул итә. Ләкин һуңғы осорҙа Рөстәм сәхнәлә күренмәй башланы. Әллә башҡа өлкәгә күсте тиһәң... ул продюсерлыҡ эшенә сумған икән. -Беҙ хәҙер тағы бер студия астыҡ. Талантлы йырсыларыбыҙ Zainetdin, Ришат Рәхимов менән көйҙәргә аранжировкалар эшләйбеҙ, яңы йырҙар ижад итәбеҙ. Йәштәрҙе үҫтерәбеҙ, уларға юл ярабыҙ. Ғөмүмән, башҡорт, татар эстрадаһы артистары менән эшләйбеҙ, - тип әйтте йырсы.
Читайте нас: