Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2021, 18:45

Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Ул федераль ойоштороу комитеты менән тығыҙ элемтәлә эшләйәсәк.

Республика Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылда Өфөгә нигеҙ һалыуҙың 450 йыллығын билдәләүгә арналған кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Документ нигеҙендә, Өфө юбилейына әҙерлек буйынса республика ойоштороу комитеты булдырылды. Уның шәхси составын билдәләнеләр. Ул федераль ойоштороу комитеты менән тығыҙ элемтәлә эшләйәсәк. Өфө ҡалаһы хакимиәте менән берлектә ойоштороу комитеты Башҡортостан республикаһы баш ҡалаһының 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек һәм уны үткәреүгә бәйле саралар планын эшләргә һәм раҫларға, шулай уҡ уны ғәмәлгә ашырыу буйынса проект офистарын булдырырға тейеш. Республика Хөкүмәтенә указды ғәмәлгә ашырыуға бәйле сығымдарҙы финанс менән тәьмин итеү сығанаҡтарын билдәләү йөкмәтелде.
Читайте нас: