Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2021, 10:00

Республикала "тәгәрмәсле" клубтар һаны арта

Моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр, уйын-көлкө, конкурстар бер кемде лә битараф ҡалдырмай...

2020 йылда “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә республикала биш автоклуб алынғайны. Быйыл тағы ла биш район ошондай клубҡа эйә буласаҡ. "Тәгәрмәсле" мәҙәниәт үҙәктәре ярҙамында республиканың иң алыҫ ауылдарында ла мәҙәни ял ойоштороласаҡ.
Тәтешле район мәҙәниәт йорто артистары ошо көндәрҙә Ауыҡ-Бүләк ауылында йәшәүселәргә сағыу концерт программаһы бүләк итте, тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте. Моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр, уйын-көлкө, конкурстар бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
#Национальныепроекты
#Миллипроекттар
Читайте нас: