Учалы районы Көсөк-Маяҡ ауылында 1891 йылдың 20 февралендә тыуа. Муса Мортазиндың олатаһы Моратшаһ Көсөков (1796—?) Башҡорт ғәскәрендә зауряд-есаул булып хеҙмәт итә. Көсөк Мортазин 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнаша һәм Пугачёв есаулы була, уның исеме буйынса Көсөк ауылы атала. 1911 йылға ҡәҙәр Байрамғол ауылы мәктәбендә уҡый, артабан ошо мәктәптә мөғәллим булып эшләй. 1912 йылдың ноябрендә хәрби хеҙмәткә алына, Владивостокта Алыҫ Көнсығыштағы 9-сы Себер артиллерия бригадаһында хеҙмәт итә. 1913 йылда уҡыу командаһын тамамлай, бомбардир-наводчик (артиллерияла ефрейтор) званиеһын ала, шул уҡ йылдан Русский утрауында хеҙмәт итә башлай. Беренсе донъя һуғышы башланғас, 1914 йылдың сентябрендә 9-сы Себер артиллерия бригадаһының 1-се батарея составында Варшава тирәһенә Көнбайыш фронтҡа ебәрелә. 1914 йылдың сентябрендә вице-фейерверкер (кесе унтер-офицер) званиеһын ала. 1915 йылдан Румыния фронтында һуғыша. 1916 йылдың 15 авгусында башы яралана. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1916 йылда уға фейерверкер (унтер-офицер) званиеһы бирелә. 1918 йылдың февралендә Ырымбурҙа Башҡорт хөкүмәте ағзалары губерна мосолман комитеты тарафынан ҡулға алынғас, яңы ойошторолған Башҡортостандың ваҡытлы революцион советына ағза итеп алына. 1918 йылдың апрелендә был ваҡытлы революцион совет таратылғас, тыуған яғына ҡайта һәм төбәктә совет власы урынлаштырыу һәм милиция ойоштороу менән шөғөлләнә. 1918 йылдың йәйендә Тамъян-Ҡатай кантонында Әмир Ҡарамышев етәкселегендә 5-се Башҡорт пехота һәм 1-се Башҡорт кавалерия полкы төҙөлә башлай, һуңғыһын ойоштороуҙа Муса Мортазин да ҡатнаша. Әмир Ҡарамышев етәкселек иткән 1-се Башҡорт кавалерия полкы Блюхер һәм Кашириндың йыйылма отрядтары менән Белорет, Верхнеурал, Ишембай тирәһендә һуғыша. Һуңыраҡ полктың 1-се эскадронына командир итеп Муса Мортазин тәғәйенләнә. 1919 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт хәрби шураһы рәйесе Әхмәтзәки Вәлидов корнет Муса Мортазинды 1-се Башҡорт кавалерия полкы командиры итеп тәғәйенләй. Һуңыраҡ был полк Башҡорт корпусының 1-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составына керә. 1919 йылдың февраль-мартындағы ваҡиғалар ҡабатланмаһын өсөн, Муса Мортазин Ҡыҙыл Армия яғына сығыу өсөн ҡәтғи шарттар ҡуя. Ҡыҙыл Армия командованиеһы Муса Мортазиндың шарттарына ризалаша. Ҡыҙылдар яғында уның бригадаһы Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы статусын ала, ә команда составы һәм полктар үҙгәрешһеҙ ҡалдырыла. Зәки Вәлиди был бригаданы башҡорт ғәскәрҙәренә ҡушыу ниәтенән уны Башҡорт айырым кавалерия дивизияһының 2-се бригадаһы тип иғлан итә. Әммә Ҡыҙыл Армияның 1-се армия командованиеһы башҡорт ғәскәрҙәренең бер урынға тупланыуына ҡаршы була, һәм 1919 йылдың август аҙағында Мортазин бригадаһы, 24-се уҡсы дивизияһы составына ҡушып, аҡтарҙың Көньяҡ армияһына ҡаршы һуғышҡа ебәрелә. Башҡортостанға ҡайтас, ихтилалды тиҙерәк артыҡ ҡорбандарһыҙ туҡтатыу өсөн күп көс һала. 1920 йылдың декабренән Автономиялы Башҡортостан Совет Республикаһының Хәрби һәм диңгеҙ эштәре буйынса халыҡ комиссары булып эшләй, уның урынбаҫары Сөләймән Мырҙабулатов тәғәйенләнә. 1920 йылдан РКП(б) ағзаһы. 1922 йылдың башында үҙәккә саҡыртып алына, Мәскәү юғары хәрби-педагогика мәктәбенә уҡырға ебәрелә һәм уны 1924 йылда тамамлай. 1924—1927 йылдарҙа Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияһында белем ала. 1927 йылда академияны тамамлағас, Ҡыҙыл Армияның Баш идаралығында резервта тора.1927 йылда Мәскәүҙә — «Башҡортостан һәм башҡорт ғәскәрҙәре граждандар һуғышында» («Башкирия и башкирские войска в гражданскую войну»), ә 1929 йылда «Ҡыҙыл Башҡортостанда» («В Красной Башкирии») тигән китаптары нәшер ителә. 1937 йылдың 31 майында ҡулға алына, контрреволюцион террористик ойошмала ҡатнашыуҙа ғәйепләнә. 27 сентябрҙә СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы тарафынан үлем язаһына хөкөм ителә һәм шул уҡ көндө атыла. Мәскәүҙең Дон зыяратында ерләнә. 1956 йылда Зөбәржәт Муса ҡыҙы Мортазина атаһының исемен аҡлауға булышлыҡ күрһәтеүҙе һорап маршал С. М. Буденыйға хат яҙа. Маршал аҡлауҙы тиҙләтеү буйынса баш прокурор Е. И. Варскийға рәсми хат ебәрә. 1956 йылдың 14 июлендә СССР Юғары Судының Хәрби коллегияһы, енәйәт эше булмағанлыҡтан, хөкөм ҡарарын юҡҡа сығара, һәм Муса Мортазин тулыһынса аҡлана. 1967 йылдың 11 июлендә наградаларға хоҡуғы ҡайтарыла. Шуға ҡарамаҫтан, 1990-сы йылдарға тиклем республикала уның исемен телгә алыу тыйыла. Муса Мортазиндың батырлығы һәм уның яҡты иҫтәлегенә арналған бик күп әҙәби әҫәрҙәр ижад ителгән. Яныбай Хамматовтың “Муса Мортазин”, Рәшит Солтангәрәевтың “Осто бөркөт”, Мәүлит Ямалетдиндең “Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым” повестарында төп герой булараҡ сығыш яһаһа, Роберт Байымовтың “Сыбар шоңҡар” романында ыңғай яҡтан һүрәтләнгән персонаждарҙың береһе булараҡ телгә алына. Ҡәҙим Аралбайҙың “Муса Мортазин” тип аталған шиғри шәлкемдәренә өс шиғыр берләшкән. М. Ямалетдиндың “Ике яҙмыш” тип аталған, башҡорт халҡынының ике ир-уҙаманың яҙмышын паралелль рәүештә һүрәтләгән поэмаһында күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хəрəкəте етəксеһе, автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалыусы, шәрҡиәтсе һәм төркиәт белгесе, фәлсәфә докторы (1935), профессор, Манчестер университетының мөхбир докторы (1967) Әхмәтзәки Вәлиди менән халҡы өсөн ҡылған изгелеге, эштәре бөгөнгө көндәргәсә халыҡ хәтерендә һаҡланған Муса Мортазинды сағыштыра.