Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2021, 11:20

Өфө халҡы ни өсөн кәмей?

Бының сәбәбе нимәлә?

Һуңғы биш йылда тәүге тапҡыр Өфө халҡы кәмегән. Өфө мэры Сергей Греков баш ҡала Советының сираттағы 75-се ултырышында ошо турала белдерҙе.
«Сәбәптәр араһында – демографик процестарҙан тыш, карантинға бәйле хәрәкәт итеүҙе сикләү арҡаһында халыҡтың ғәҙәти миграция үҫешенең кәмеүе», — тип аңлатты Өфө хакимиәте башлығы.

Сергей Греков белдереүенсә, баш ҡалала халыҡ һаны 1 140 273 кеше тәшкил иткән. 2021 йылға — 1 138 322. Уҙған йылда халыҡ – 3,5 меңгә, ә миграция үҫеше 883 кешегә кәмегән.

Өфө халҡы ни өсөн кәмегән? Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Читайте нас: