Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2021, 19:43

Өфөлә 8 йәшлек ҡыҙыҡай өләсәһен янғындан ҡотҡарған өсөн миҙал менән бүләкләнде

2020 йылдың майында Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендәге шәхси йортта ут сыҡҡан.

2020 йылдың майында Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендәге шәхси йортта ут сыҡҡан. Ялҡын телдәрен күреп ҡалған Каролина Сазонова был хаҡта өләсәһенә әйткән. Оло йәштәге ханым паникаға бирелгән, ә ҡыҙыҡай юғалып ҡалмаған: өләсәһен етәкләп, хәүеф янамаған тәҙрә янына барған, быялаһын ватырға маташҡан һәм форточка аша ярҙамға саҡырған. Күршеһе тәҙрәне ватып, Каролина менән уның өләсәһен ҡотҡарған. Йорт һәм бөтә мөлкәт янып бөткән.

Бөгөн Каролинаға Федерация Советының «Күрһәткән ҡыйыулығы өсөн» миҙалы тапшырылды.
Читайте нас: