Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2021, 15:15

Күрәһең, улар ҙа ипотека түләп хәлдән тайғандар...

“Ғашиҡтар”, ысынлап та, реаль тормоштан алындымы икән?

Һуңғы ваҡытта ҡуйылған һәйкәлдәр халыҡта күп һорау тыуҙыра. Үткән йыл аҙағында ғына 1,5 млн һумға Алёнаға ҡуйылған һәйкәл ҡотто осорған ине.
Хәҙер Благовещенск ҡалаһында, Дуҫлыҡ паркында торған, ғашиҡтарға арналғаны ла аптыратты. Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә йыш телгә алынған “ҡылдан нәҙек” һүҙбәйләнешен ундағы егет менән ҡыҙҙың кәүҙәләрен һүрәтләгәндә ҡулланырға була. Сөнки уларға ҡараһаң, кемдер айҙар буйы ас тотоп йонсотҡан кеүек.
“Күрәһең, улар ҙа ипотека түләп хәлдән тайғандар...”, – тип шаярта урындағы халыҡ был ғашиҡтарға ҡарап.
Читайте нас: