Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2021, 18:25

“Ҡырмыҫҡа иләүе” торты

Дуҫтар, байрамға әҙерләнә башланығыҙмы?

“Ҡырмыҫҡа иләүе” тортын ун минутта эшләп була.
Уның өсөн кәрәк:
печенье "Юбилейное", "Топленое молоко" – 500-600 г.;
ҡуйыртылған һөт – 1 банка;
аҡ май – 100 г.;
ҡаймаҡ – 2 ҡалаҡ;
мәк, шоколад һ.б. – теләк буйынса.
Печенье сөм һауытҡа һалып ваҡлана. Ҡуйыртылған һөт, ҡаймаҡ, аҡ майҙы ҡушып миксерҙа әйләндерергә һәм әҙер булғас, ваҡланған печеньеға яҡшылап ҡушып болғатыла. Тәрилкәгә ҡырмыҫҡа иләүе кеүек итеп өйөп ҡуйғас, өҫтөн мәк, шоколад һ.б. тәмләткестәр менән биҙәргә мөмкин. 30 – 40 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торғас, сәй табынына ҡуйырға була.
Сәйегеҙ тәмле булһын!
Читайте нас: