Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Февраль 2021, 14:15

Хәрби табип Ф.Ф. Кургаев иҫтәлегенә саңғы ярышы уҙҙы

Сарала БДМУ хеҙмәткәрҙәре, студенттары, республиканың төрлө төбәктәренән килгән табиптар ҡатнашты.

Кисә, ҡырҡ алтынсы тапҡыр, биатлон буйынса олимпия резервы спорт мәктәбендә билдәле хәрби табип Ф.Ф. Кургаевтың яҡты иҫтәлегенә спорт ярышы уҙғарылды. Ул РФ һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының БР комитеты ойошмаһы, БР һаулыҡ һаҡлау министрлығы, БДМУ-ның физик культура кафедраһы тарафынан ойошторолдо. Республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған 50 команда килде һәм 200 кеше саңғы ярышында ҡатнашты. Егерме өс йәштән алып илле йәштән өлкәндәр ҙә көс һынашҡан сара сәмле уҙа. Командалар араһында еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнә:
I урын - Бөрө үҙәк район дауаханаһы;
II урын – Стәрлетамаҡ ҡалаһы табиптарының йыйылма командаһы;
III урын - Яңауыл үҙәк район дауаханаһы.
Читайте нас: