Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Февраль 2021, 19:50

Ышан, урман! Хикәйә

- Ана шундайһың бит һин,– тип ҡысҡырып ебәрә егет.– Шундай ҡылыҡтарың менән мине үҙеңдән этәрәһең, мине гел һағайып ҡына торорға мәжбүр итәһең. Ир–егеттәрҙе күккә, бейеккә әйҙәмәйһең һин. Холҡоң кешене гел аҫҡа һөйрәй. Аҙағын–артын һис ҡасан да уйлап тормайһың. Минең һөйгәнем күккә, бейеккә әйҙәргә тейеш. Әле килеп шуны аңланым. Ә һин… гел упҡын ситендә. – Уның тауышына әрнеү бәреп сыҡты.– Әҙ генә лә үҙгәртә алмағанмын бит.

10 март.
Бөтөн уй–хистәреңде, кисерештәреңде кешеләргә һөйләп килештереп булмай бит инде. Ә уртаҡлашҡы, серләшке килә.Мине бер кем дә аңламаҫ, төшөнмәҫ, барыбер. Шуға көндәлек башларға булдым да.
Мин.
Миңә 15 йәш. Исемем Сулпан. Fаиләлә баш бала. Әле 9–сы синыфта уҡып йөрөйөм. Кем мин? Ниндәй мин? Хатта үҙем дә яуап бирә алмайым.
Тышҡы ҡиәфәтем… Мин һылыу ҡыҙ. Бөтәһе лә шулай ти. Көҙгө алдамаһа, был, әлбиттә, дөрөҫ. Мин нескә, оҙонса буйлы. Буйым 162 см., билем 60 см. Fәҙәттә сибәркәйҙәр хаҡында шулай яҙалар бит инде. Йөҙөм аҡ, сәстәрем ҡалын, ҡара. Күҙҙәрем ҡуйы һоро төҫтә, ҡуйы итеп бешерелгән сәй кеүек, керпектәрем оҙон. Танауым тура, ирендәрем ҡабарынҡы, сейә көрән төҫтә.
Холҡом… Вәт холҡомдо үҙем дә аңлап етмәйем. Мин дөрөҫ йәшәргә тырышһам да, кип–кинәттән берәй йүләрлек эшләп ҡуям. Был саҡта үҙем түгел, сит кеше ҡыланған кеүек тойолоп китә. Ниңә шулай, аңламайым. Яҡшы уҡыйым. Дөрөҫ, уҡыйым, тип әллә ни көс һалып та бармайым. Әгәр көс һалырға кәрәк булһа, мин яҡшы уҡый алмаҫ та инем. Былай белем үҙенән–үҙе минең башҡа инеп тулған төҫлө. Тик уҡытыусыларҙы тыңлап ултырырға ғына кәрәк. Тыңлаған ваҡытта гел генә ниҙер һыҙғылап ултырһам, шул етә. Был холҡома уҡытыусылар ҙа өйрәнгән. Миңә тик ултыр, тип иҫкәртеү яһап та тормайҙар. Шунан дәрестәрҙе лә ваҡытында әҙерләү ҡыйын түгел : яҙаһын –яҙам, уҡыйһын – уҡыйым. Тағы баш ватмай ғына килеп сығып тора. Инша яҙырға яратам. Уның өсөн ручка тотоу ғына көс. Мине тырышып, яҡшы уҡый тип маҡтаған булалар. Ә тырышыу нисек булалыр ул, хатта аңлаған да юҡ.Бына шундай инде Сулпан тигән ҡыҙ.
Әсәйем.
Әсәйемә 35 йәш. Ҡыҙ саҡта матур булған, буғай. Әле ул ҡаҡса кәүҙәле, гел генә һытыҡ сырайлы ҡатын. Йөҙөнә йыйырсыҡтар сыҡҡан. Гел һытылып йөрөү арҡаһындалыр инде, йәшенән оло күренә.Ул аҡ йөҙлө, һарыраҡ сәсле. Мин уға ныҡ оҡшамағанмын. Йөҙ аҡлығы ғына инде.Ул гел бушамай. Хатта эш–фәлән бөтһә лә, нимәлер соҡоп сығара кеүек. Әсәй фермала быҙау ҡарай. Эше таңдан кискә тиклем. Көндөҙ бер аҙ буш ваҡыты бар. Шул ваҡытта өй эштәрен, өй малдарын ҡарай. Мин мәктәптә булғас, уға ныҡ булыша алмайым. Әсәйемә асыуым да килә, йәлләйем дә. Сөнки ул өҫ–башын ҡарарға, үҙен тәрбиәләргә тырышмай. Әгәр әҙ генә теләһә, үҙен ҡарай алыр ине бит инде. Атайым менән татыу түгелдәр: гел ығы–зығыға сәбәп табып торалар. Мин бәләкәй саҡта әсәйемә йәбешеп ята, уныһын–быныһын һорай торғайным. Ул гелән ваҡыт юҡҡа һылтанып мине ситкә ҡаға килде. Хәҙер инде үҙем дә уға ынтылып бармайым. Шулай ҙа әсәйемдең мине аңлауын бик теләр инем. Класташым Әнисә әсәһе менән дуҫ–әхирәт кеүектәр. Һөйләшмәгән, серләшмәгән нәмәләре юҡ. Ә миңә ундай бәхет тәтемәне.
Атайым.
Ул әсәйемдең киреһе тиер инем. Төҫкә сибәр: сөм–ҡара ҡуйы сәсле, ҙур ҡара күҙле, тура танаулы. Киң итеп йылмайып ебәрһә, ап–аҡ тештәре емелдәп тора.Гел шат күңелле. Тик шатлығын беҙҙең менән өләшмәй, әйтерһең, ҡыҙғана. Өҫ–башы ла ҡараулы, таҙа. Үҙе ҡупшы кешеме, бысранып йөрөмәй. Эше лә таҙа түгел бит әле. “Беларусь” тракторында эшләй ул. Тракторын да көйләп кенә тора. Әсәйемде күрәләтә һанламай. Уны гел кәмләй. Өй эштәрен дә эшләшеп бармай: мал ҡарамай, утын ярмай, өймәй. Улар бөтә әсәйем өҫтөндә. Бар эшләгәне утын килтереү ҙә бысыу. Ҡалғаны әсәй эше. Бесән ваҡытында ла әсәй өтәләнә, сабыу эшендә атай атлығып тормай. Әҙерҙе килтергәс, етә тип уйлай. Әсәй тултырып ҡуйған тиҙәкте сығарып түккән була инде.
Уның эше ауылда кәрәкле эш. Әле утын тарттырырға, әле бесән ташырға саҡырып ҡына торалар. Ул шунан ҡыйыш тейәп ҡайтып, әсәйҙе хурлаған саҡтары аҙ түгел. Әсәй өндәшмәй. Өндәшер ине, атай ҡул күтәрергә күп һорап тормай. Иртәгеһен былай ҙа бушамаған әсәйҙән үҙен тәрбиәләттерә. Һаман да әсәйҙе мыҫҡыллап тора. Их, асыу килә инде. Өйҙө ташлап, сығып китерҙәй булам. Уның ҡарауы ауылдағы ирһеҙ ҡатын–ҡыҙҙарға алмаштырғыһыҙ кеше ул. Бөтәһен дә тотош һөйә, буғай. Әсәй тешен генә ҡыҫа инде, шым ғына илай ҙа. Күрәһең, атайҙы ярата ул. Мин уға ҡаршылыҡлы ҡарашта торам. Бер яҡтан атайҙың сибәр, ҡупшы булыуы оҡшай. Үҙем дә атайға оҡшап торам. Атай ҙа мине үҙенсә һөйә, буғай. Һәр хәлдә миңә аҡырып бармай. Бәләкәй сағымда мин уға аҫылып йөрөй инем. Хәҙер ҡырыҫландым. Уның әсәйҙе интектереүе күңелде ҡыра. Уларҙы дуҫ, татыу итер инем дә хәлемдән килһә. Ләкин юҡ шул, барып ҡына сыҡмай. Улар татыу булһа, ниндәй бәхетле булыр инек…
Ҡустым.
Ул бәләкәй әле, йәйгә саҡ алты йәше туласаҡ. Ҡустым әсәй малайы – төҫө менән һуйған да ҡаплаған инде. Баҡсанан ҡайтһа, күберәк минең өҫтә, мине ҡаңғырта. Унан ялҡып та китәм. Шулай ҙа ҡарарға тырышам. Әсәйгә ярҙам булһын, тим инде. Ул шаяра, иркәләнә. Уның йәшендә мин дә шулай булғам, бер нимә лә аңламай инем. Әле бәхетле. Аңлай башлаһа, уға ла күңелһеҙ булыр әле.
18 март.
Кисә миңә 15 йәш тулып, 16–сы йәшкә киттем. Ун алтынсы яҙ! Бынан ары минең тормошом бөтөнләй башҡа юлдан китер һымаҡ булып тойола. Әллә ниндәй мөғжизәләр көтәм, бәхет көтәм. Иптәштәремде саҡырып алдым. Шаулы, күңелле булды тип әйтә алмайым. Атайым да, әсәйем дә өйҙә ине. Атай ни эшләптер айыҡ, күңелле генә йөрөп ята. Мине ҡотлаған булды. Башҡа иптәштәрем ҡунаҡҡа саҡырһа, ата–әсәләре өйҙә булмай. Былар ни ҡарауыллайҙарҙыр, асыу килеп китте.
19 март.
Ҡәҙерле көндәлегем, серҙәремде, уйҙарымды бушатырға әлдә һин бар. Уйлана башлаһам, уйҙарҙың сиге юҡ. Әллә миңә шулаймы? Хәҙерге ваҡытта ниҙер етмәй гел өҙгөләнеп торам. Әсәйем менән серләшергә ауыҙ асыр инем, һаман шул бушамау, һытыҡ сырай, бар көсөнә тик тормаҫҡа тырыша. Ах, ул бит уйҙары менән яңғыҙ ҡалмаҫҡа тырыша! Уның дуҫы- эш, бер өҙлөкһөҙ хәрәкәт итеп мейеһен быраулаған уйҙарынан ҡаса.
Тағы иптәш ҡыҙым Әнисә иҫкә төштө. Уға бөтәһе лә асыҡ. Уға көнләшеп ҡарайым. Ә ул минән көнләшә:“Сибәрһең”,- ти. Минең уның урынында булғым килә. Сөнки уның бөтәһе лә хәл ителгән. Уның Дыуан ауыл хужалығы колледжына барғыһы килә. Агрономияны ла, ветеренарияны ла өйрәнәсәкмен, ти. Береһен үҙ аллы уҡырға план ҡора. Әле үк машина, трактор йөрөтә белә. Уҡыу йортон бөтөрөп, күп итеп иген ултыртып, мал ҡарап, ҙур итеп өй һалып, киң ҡолас менән йәшәргә йыйына. Әле атаһы ул эште башлап йөрөй. Уларҙан был эш килеп сығасаҡ.
Fаиләләре татыу, тырыш. Ә беҙ? Атайым бер яҡта, әсәйем бер башҡа. Ә мин? Ни эшләремде лә белмәйем. Әле гөрләп торған ҡалалар саҡыра төҫлө. Ни эшләргә? Медсестра, уҡытыусы буғым килмәй. Кем булырға инде? Был һорауға килеп терәлгәс, аптырап барып туҡтайым. Уф, йоҡом килә. Хәйерле төн, көндәлегем.
20 март.
Ах, көнө лә көнө! Зәп–зәңгәр төпһөҙ күк. Саф март һауаһы. Ап–аҡ ҡар күҙҙәрҙе шул тиклем сағылдыра. Уға ҡарарлыҡ түгел. Һауала ҡыҙылтүштәрҙең дәртле һайрауы яңғырап тора. Улар ҡыҙып–ҡыҙып, яҙғы аяҙ көнгә шатланып һайрайҙар.Зәңгәр күккә ҡарайым да, шул зәңгәрлеккә кереп сумғым килә. Төпһөҙ зәңгәрлеккә кереп аҙашһам, аҡ елкәнле карапҡа ултырған берәү килеп ҡотҡарыр. Ниндәй кеше ул? Оҙон буйлы, аҡ йөҙлө, ҡабарып торған ҡуңыр сәсле. Күҙҙәре зәңгәр. Карабының палубаһында тора һәм аҡ тештәреп күрһәтеп йылмая, мине саҡыра. Саҡыра, ә килмәй. Һине көтә–көтә көтөк булып бөтәм инде. Ҡайҙа һин? Ҡайҙа йәшәйһең? Минең тилмереүемде аңла. Шундай уйҙар менән мәктәптән ҡайтышлай ауыл ситендәге ҡайынлыҡта йөрөнөм. Һайрамағыҙ, ҡыҙылтүштәр! Былай ҙа болоҡһоған күңелде ярһытаһағыҙ.
22 март.
Бөгөн мәктәпкә нарколог килеп, өлкән синыф уҡыусылары менән әңгәмә үткәрҙе. Белгес эсеү–тартыуҙың зыяны хаҡында тырышып–тырышып һөйләгән булды. Бөтәһе лә шым ғына тыңлаһа ла, йөҙҙәрендә аҫтыртын йылмайыу сағыла ине: “Әйҙә, әйҙә, һайра, эшең шул , – тигән уй яҙылған уларҙың йөҙөнә.– Һеҙ һөйләнеп кенә бер ни ҡыла алмайһығыҙ. Барыбер, үҙебеҙҙекен эшләп торасаҡбыҙ.”
Эйе, һабаҡташтарымдың күпселеге тарта, дискотека һайын эсәләр ҙә. Айыҡ баштан ниндәй ҡыҙыҡ булһын. Был тиңдәштәремдең фекере. Был юлдан улар тайпылмясаҡ. Мин әле ул емештәрҙән ауыҙ итеп ҡарағаным юҡ. Нимә тота мине? Әле кәрәге юҡ һымаҡ. Шулай булғас, кешеләргә эйәреп кенә ҡыланмайым инде. Күңел дә тартмай.
23 март.
Миңә әҙәбиәт уҡытыусыһы Йәмилә Мансуровна оҡшай ине. Ни өсөн һуң? Ул уҡытыусылар араһында иң йәше. Беҙҙә 3–4 йыл самаһы уҡыта. Йәмилә апа сибәр. Һөт кеүек аҡ йөҙөндә нескә ҡаштары, ҙур һоро күҙҙәре кешене үҙенә саҡырып тора. Ҡабарынҡы сәстәре бүрек кеүек. Был өҙөк–йолҡоҡ химик бөҙрә түгел. Уның сәстәре шулай тулҡын–тулҡын ятып тора. Буйға ла килешле, зифа. Ни кейһә лә килешә. Салбарлы костюмдары ла, ҡыҫҡа юбкалары ла тәненә һылашып тора. Беҙ йәш, матур уҡытыусыларҙы яратабыҙ инде ул. Уларға оҡшарға тырышабыҙ. Кейенергә лә уларҙан өйрәнәбеҙ. Йәмилә Мансуровна ҡыҙҙарҙың идеалы. Уның кеүек атларға, йылмайырға, кейенергә теләйҙәр. Вәт шул идеал шартланы.
Кисә инша яҙғайныҡ. Өйгә ҡайтҡас, рус әҙәбиәте дәреслегемде ҡалдырып киткәнлегемде аңланым. Сирек һуңы, иртәгә зачет. Кире мәктәпкә йүгерҙем. Мәктәп буш. Рус теле һәм әҙәбиәте кабинетын асып ебәрҙем, бикле түгел ине. Ҡараһам, һөйөклө апам форточкаға сигарет төтөнө өрөп тора. Өҫтәлдә беҙҙең иншалар, бер дәфтәр асыҡ ята. Тикшергән–тикшергән дә тороп тәмәке тартырға керешкән. Мин аптырап ҡатып ҡалдым. Шунан нимәлер мығырҙап, йүгереп барып китабымды алдым да атылып сығып киттем.
Бына һиңә мә! Шул тиклем оят булды. Әйтерһең, мине боҙоҡ эш өҫтөндә тоттолар.Бөтә булмышым: “Ике йөҙлө, алдаҡсы,”– тип ҡысҡыра ине.Наркологты саҡырыусы, уны тырышып йөпләүсе Йәмилә апа үҙе тәмләп тәмәке һура. Синыфтағы ғәйбәтсе, күҙәтеүсе, шпион Эльвирҙың малайҙарҙы йыйып, шырыҡ–шырыҡ оятһыҙ көлөп, нимәлер һөйләүе иҫкә төштө. Мин бер нәмә лә аңламағайным. Аҙаҡтан Әнисә һөйләне. Ул ҡайҙан белгәндер. Һүҙ Йәмилә апа хаҡында барған. Йәнәһе, Эльвир уҡытыусыны бер боҙоҡ эш өҫтөндә күргән. Физкультурник Артур Ханович менән спортзалда мат өҫтөндә ятҡандарында барып сыҡҡан. Эльвир гел генә еҫкәнеп, эҙләнеп йөрөй. Әллә нәмәләр белә. Мин ышанманым. Эльвирҙың ғәҙәттәге алама теллелеге тип уйланым да ҡуйҙым. “Нисек инде йыуан, табаҡ бит Артур Хановичкә фәрештә кеүек нәфис Йәмилә Мансуровна ҡараһын? Тегеһенең ауыҙынан һәр саҡ кисә эселгән араҡы еҫе аңҡый. Фу, һаҫыҡ кәзә тәкәһе,”– тинем. Ә Әнисә ышанды.
-Йәмилә апа ла кеше бит, – тине.– Ауылда уға лайыҡлы егет тә юҡ. Бөтәһе лә эскегә һалышып бөткәндәр. Ә Артур Ханович ни тиһәң дә уҡытыусы,– тип тә өҫтәне. Физкультурник уға тәҡдим эшләргә уйлаған, туғандары Йәмилә апаны оҡшатмай маташҡандар, ти, етмәһә.Мин шарҡылдап көлдөм генә.
-Йәмһеҙ баҡа егет менән Дюймовочка,– тинем. Әнисә һаман үҙенекен туҡыны:
-Етер һиңә, ауыҙыңды яп,– тип ҡысҡырып ебәрҙем мин.
Эйе, ул ваҡытта һөйләшеү шулай тамамланғайны.Шунан һуң Артур Ханович тураһында уйлап та йөрөгәйнем. Йәмһеҙмен әле тимәй ул. Сибәрерәк ҡыҙҙар менән гел татлы телләнеп һөйләшә, гимнастик күнегеүҙәр ваҡытында өйрәткән кеше булып, ҡулын да саманан артығыраҡ оҙайтҡылай. Ҡайһы бер ҡыҙҙарға был хәл хатта оҡшап ҡуя. Миңә тейеп ҡараһын. Яратмайым, тибеп осорормон. Ул быны һиҙә. Улай ҡыланмай. Уф, мин тамам йәмһеҙ бысраҡ уйҙарға баттым. Йәмилә апа бынан ары минең кумирым түгел инде. Уға нисектер, миңә оят уның өсөн. Хәҙер Артур менән икеһенең араһында булған хәлгә лә ышандым.
25 март.
Ура, каникул, каникул! Йәмһеҙ уйҙар, китегеҙ, ҡуйырмағыҙ. Ял, ял, ял! Йәнгә тейеп бөткән дәрестәрҙән бер аҙ арынып уйнап–көлөп дискотекаларҙа һикрәнләп алырға була.Әнисә, мин, Дилә – бер урамда торабыҙ, аралашабыҙ. Әле бергә дискотекаға барырға һөйләштек. Әллә ни яңылыҡ та юҡ. Күңел тулап тора, ни эшләргә белеп булмай. Каникулда өй эштәрен эшләп, әсәйҙе ял иттереп алырға кәрәк.
24 март.
Кисәге хәлдәрҙе яҙайым әле. Әйткәнемсә, дискотекаға сыҡтыҡ. Белмәгәнде белеп, күрмәгәнде күреп ҡайттым тиһәм дә була.
Кисә Диләләрҙең өйөндә биҙәндек, төҙәндек. Дилә оҙон буйлы матур ҡыҙ ул. Мин уға “ҡала ҡыҙы” тип исем ҡуштым. Сөнки ул бик нәфис. Бәләкәй матур башы, оҙон муйыны өҫтөндә ғорур ултыра. Йомро янбашлы, нескә генә билле, оҙон аяҡлы ул. Түше лә ныҡ ҡалҡыу. Йәбешеп торған джинсы менән водолазка үлеп килешә үҙенә. Әнисә лә мини юбка менән асыҡ яурынлы топ кейеп ебәргән. Ул спортсменка булғас, ни кейһә лә килешә. Мин дә уларҙан ҡалышмайым. Йөҙөм дә, кәүҙәм дә үҙемә оҡшай. Әнисә йөҙгә минән ҡайтышыраҡ, төҫһөҙөрәк. Яҡты, ҙур күҙҙәр, ҡуйы оҙон керпектәр, нескә танау, өрөлөп торған ирендәр минеке булыуына ышанып етмәй ҡарайым. Мин йырыҡ оҙон юбка менән асыҡ муйынлы свитер кейҙем, ғәләмә килешә.Төҙәнеп–биҙәнеп, керпек буяп, помадалар һөртөп алған булдыҡ. Бер–беребеҙгә: “Һин ниндәй сибәр. – Юҡсы, һин бигерәк тә”,– тип комплименттар әйттек.Әнисә генә бер аҙ күңелһеҙ ине.
-Эй, мин матур түгелмен дә ул, – тип ҡуйҙы.
Беҙ уға ауыҙ асырға ирек бирмәйенсә:
-Юҡ, һин дә сибәр бит, фигураң бигерәк матур,– тинек. Шунан сығып киттек.
Рәхәт шул Диләгә. Уға йорттарына төкөп эшләнгән бер бүлмә биреп ҡуйғандар, хатта ишеге лә башҡа. Бар яҡлап хөрриәт уға. Соланда йәшерен элгес ҡуйылған. Ата–әсәһе ишекте бикләп ятһа ла, Дилә асып инә ала.
Юлға сығып бер аҙ барғас, Дилә кеҫәһенән сигарет, зажигалка сығарып көйрәтеп ебәрҙе. Беҙ өндәшмәй киләбеҙ. Уның шулай асыҡтан–асыҡ тартҡанын күргәнебеҙ юҡ ине әле.
-Нимә, тауышығыҙ сыҡмай,– тип сырҡылдап көлгән була.
-Һиңә оҡшаймы шул? – тип һораным мин.
-Оҡшамаһа, тартмаҫ инем, себеш,– ти ул.– Мә, һурып ҡара.
Миндә билдәһеҙ сәм тыуҙы. Һурҙым да, тонсоҡтом. Йүткерә башланым.
-Тьфү, тәмһеҙ. Әсе.
-Ярар, өйрәнерһең. Аҙаҡ айырыла ла алмаҫһың. Башта ғына шулай ул, бер ләззәтенә төшөнгәнсе.
-Тьфү, шул ләззәтме?
-Әлбиттә, был инде себешлектән сығыу тип атала.
-Тәмәке төтәтеп кенә етлегеп буламы икән,– тине Әнисә.– Төтәт, әйҙә, үҙеңә оҡшағас. Мин тартмаясаҡмын,– тип ҡәтғи өҫтәне ул.– Минең бәхетле булғым,яҡшы кейәүгә сыҡҡым, сәләмәт балалар үҫтергем килә.
Эй, күңелһеҙ булып китә шуның менән. Бөтөн нәмәгә яуабы бар шуның. Ярар. Шулай клубка килеп еттек. Рок музыканың дөңгөрҙәүенә бейеүҙәр башланған. Өҫкө кейемдәрҙе һалып ташлап, беҙ ҙә бейеүселәргә ҡушылдыҡ. Ялт–йолт иткән төҫлө музыкаға баш әйләнә, йөрәк елкенә. Бер миҙгелгә үҙемдең ҡайҙа тороуомдо белмәйем. Кайф ошо була, күрәһең. Әллә нәмәләр эшләге килеп китә. Һабаҡташтар бөтәһе лә бында. Һәр береһе үҙен бәйһеҙ хис итә. Музыка артынан музыка. Сит илдекен Рәсәй төркөмдәре алыштыра. Эльвир шунда бутала – кереп–сығып йөрөй. Кемдәрҙе күҙәтә икән тағы?
Мине 11–ҙә уҡыған Йыһаннур бейергә саҡырҙы. Тик торғансы тип, төштөм. Уның дискотекала булыуы һирәк күренеш. Әле ул әллә ниндәй, һиҙелер–һиҙелмәҫ кенә ҡалтырана ла. Әллә ни әйтергә теләп уҡталып ҡуя ла, өндәшмәй. Шул ғына етмәгәйне. Музыка туҡтау менән Әнисә килеп етте.
-Әхирәт, әйҙә сығайыҡ әле,– ти ул бышылдап. Уға ла ниҙер булған. Өҙөк–өҙөк һулап, көрһөнөп ҡуя. Сыҡтыҡ. Ул мине етәкләп, клуб ихатаһынан алып сығып китте. Юлды быуып маташҡан Вадимға екереп кенә ҡуйҙы.
-Сулпан, минең һиңә һөйләй торған серем бар, тик һин мине ашыҡтырма,–ти.
-Ярар.
Шым ғына киләбеҙ. Урамдар бөттө. Юл беҙҙе ҡайынлыҡҡа алып килде. Төнө ниндәй бит әле! Аяҙ күктә туп–тулы ай йөҙә. Уның яҡтыһынан хатта йондоҙҙар төҫһөҙләнеп ҡалғандай. Тып–тын. Көслө музыканан һуң был тынлыҡтан ҡолаҡ шаулай. Һауа һалҡынса, рәхәт. Аяҡ аҫтында көндөҙ ирегән күләүектәрҙең йоҡа боҙо шытырлай. Серләшеп кенә йөрөй торған төн шул. Йөрәк өҙөлөп китә.
-Мин берәүҙе оҡшатам бит,– тип һүҙ башлай дуҫым.– Күптән инде, дүртенсе кластан бирле.– Ул үкһеп ҡуя. Бына һиңә кәрәк булһа! Тимер йөрәк Әнисә ни һөйләй?Әнисә һүҙен нисек башларға белмәй туҡтап ҡала.
-Йә инде, йә,– тип өтәҫләйем мин. Ҡыҙыҡһыныуымдан күҙ аҡайҙы, ә ул һаман һуҙа.
-Уф, еңел тиһеңме әллә. Әйтәм дә ҡуям инде. Ул – Йыһаннур.
Йыһаннур? Бына был яңылыҡ! Ул быйыл 11–се синыфта уҡый. Спотсмен, ударник. Fорур ғына егет ул. Дуҫым бер башлағас, ҡыҙа ғына бара.
-Ул миңә бәләкәйҙән оҡшай. Сөнки ауылда унан да яҡшыраҡ егет юҡ. Затлы, маҡсатлы егет ул. Ә әсәһен нисек ярата, хөрмәт итә.
Мин әхирәтемде аңламайым. Әнисәнең мөхәббәтендә Йыһаннурҙың әсәһенә булған мөнәсәбәтенең ни ҡыҫылышы бар һуң?
-Нисек кенә иғтибарын яуларға тырышмайым, ул мине бар тип тә белмәй. Ни эшләргә инде миңә? – ти дуҫым өҙгөләнеп.
-Бәлки ул аңламайҙыр. Һин хат яҙып ҡара,– тим аптырағас.
Беҙ яҙғы урманда оҙаҡ ҡына серләшеп йөрөнөк. Бер–беребеҙгә хыянат итмәҫкә, һатмаҫҡа, ярҙамсы булырға һүҙ бирештек. Быларҙың күпселеге Әнисәнең идеялары ине. Шундай нәмәләрҙе әллә ҡайҙан табып тора ул.
Ҡайтып ятҡас, Йыһаннур хаҡында уйландым. Уларҙың өйө беҙгә ҡыяраҡ ҡына тора. Ҡаршыла Вәзир бабайҙар, шунан уң яҡлап Йыһаннурҙар йәшәй. Ул миңә йыш осрай, ҡайһы саҡта уҡырға ла бергә барырға тура килә. Уның асылып һөйләшкеһе килә. Fәҙәттә ғорур Йыһаннур минең менән бик ябай. Бәлки, ғорур ҙа түгелдер ул. Башҡа егеттәр кеүек юҡты бар итеп ләпелдәргә тормауы, етди булыуы менән айырылып торалыр.Ул миңә ихлас булһа ла, мин уға асылып бармайым, дөйөм фразалар менән генә сикләнәм.
Йыһаннур урта буйлы, ҡуңыр йөҙлө, ыҫмала кеүек ҡара сәсле. Йөҙө яҫы, сығыңҡы яңаҡлы. Ирендәре үҙһүҙле булып турһайып тора. Күҙҙәре лә ябай ғына уртаса күҙҙәр. Ҡыҫҡаһы, ул мине ҡыҙыҡһындыра торған егет түгел. Эсемдән генә уны “ҡарасман” тип йөрөтәм. Дөрөҫ, ул мәктәптә билдәле шәхес. Тарих, хоҡуҡ фәндәренән дә, физика, биологиянан да олимпиадаларға йөрөй. Урындар яулай. Гер күтәреү, көрәш менән дә шөғөлләнә. Ярыштарҙа ҡайһы саҡ 1–се, 2–се урындар ала килә.Ҡасан ҡарама уның эшләп йөрөгәне күренә. Һыу ташый, аҙбар таҙарта, ҡар көрәй, түтәл ҡаҙа, утын быса, яра. Хатта әсәһе кер йыуһа, мәкегә алып барып, сайҡап килә. Ҡустыларын да эшкә һөрөп йөрөтә. Уның бойороусан тауышы:
-Рөстәм, утын керт!
-Илһам, бар һыу сығар.
-Рөстәм, бөгөн мал ҡарауҙа һинең сират,– тип яңғырап тора.
Әсәһе колхоз идараһында иҫәп–хисап эшендә, атаһы шофер. Улар кис кенә ҡайта. Донъя Йыһаннур өҫтөндә. Ул иренмәй. Үҙенең айырым картуф баҡсаһы бар. 7–нән бирле ҡарай уны. Картуфын һатып, үҙенә кейем ала. Уйлайым–уйлайым да, юҡ, ул миңә оҡшамай. “Ер ҡорто”,- тип ҡуям.
Тағы Вадим миңә күҙ атыусыларҙың береһе. Еңел кәүҙәле, осоп–ҡалҡып тора. Шундай хәбәр тоҡсайы, теле һүҙҙән бушамай. Ауыҙында сер ятмай. Башҡа ҡыҙҙар артынан йүгергеләп ала. Тағы миңә бәйләнеп маташа, хатта үпкәләй. Ул миңә буш ҡыуыҡ булып күренә. Маҡсатһыҙ бер нәмә шунда. Үҙенең ни теләгәнен үҙе белмәй. Юҡ, минең һөйгәнем Йыһаннур һымаҡ та, Вадим һымаҡ та булырға тейеш түгел. Үҙебеҙҙең синыфтa, ғөмүмән, беҙҙең ауылда мин оҡшатырлыҡ егет юҡ. Һис күңелем тартмай шуларға. Ә ниндәй булырға тейеш минең һөйгәнем? Беҙҙәге егеттәрҙән бөтөнләй башҡа, и все… Төҫкә матур, буйға оҙон, нәзәкәтле холоҡло, нәфис кеше, вәт!
27 март.
Иртән өҫтөмә ҡояш төшкәс кенә уяндым. Ҡустым мышнап йоҡлап ята. Тиҙ генә сәй эсеп, өйҙө ялтыратып йыйыштырып ташланым. Әсәйем һөйләнмәһен, картуф ҡыҙҙырырға ла ҡуя һалдым. Ата–әсәйем ҡайтыуға ашарға әҙер, өй ялт итеп тора ине инде. Әсәйем шатланып китте.
-Ҡыҙым өйҙә булғас, ҡалай рәхәт,– тип арҡамдан ҡағып ҡуйҙы. Әсәйемдең йөҙө асыҡ булһа, миңә рәхәт. Тик ул һирәк йылмая. яныбыҙҙан бик шәп машина үтеп китте. Ҡустым:
-Джип, ана, джип,!– тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Беҙҙең урам ҙур булмағас, машиналар һирәк йөрөй.Теге машина Маһира әбейҙәргә туҡтаны. Taҙа кәүҙәле ир менән шундай уҡ оҙон, таҙа кәүҙәле ҡатын машинанан төрлө ҡумталар, сумкалар сығара башланы. Һуңлап ҡына бер егет тә килеп сыҡты. Ул туҡтап та тормай бер сумканы эләктерҙе лә ихатаға инеп китте. Былар Маһира әбейҙең Екатеринбургта йәшәгән ҡыҙы менән кейәүе, ейәне булырға тейештәр. Руслан бала саҡта килһә лә, һуңғы 4–5 йылда килгәне юҡ ине. Ҡалай оҙон егет булып киткән. Эльза апай үҙе лә, ире лә – эшҡыуарҙар. Бик байҙар тип һөйләйҙәр. Байтаҡтан ҡайтҡандары юҡ ине.
28 март.
Мин ғәжәйеп төш күрҙем. Йәнәһе, үҙебеҙҙең ҡапҡа төбөндә торам. Яныма ап–аҡ машина килеп туҡтаны. Оҙон, матур машина – аҡҡошмо ни! Машинанан аҡ костюмлы сибәр егет сыҡты. Ул йылмая, машинаға саҡыра. Мин ултырҙым. Талғын ғына ҡуҙғалабыҙ, йөҙгән төҫлө генә итеп йәшел болон аша барабыҙ. Егет миңә ҡарап йылмая. Миңә шул тиклем рәхәт, уға ҡарап көләм. Бара торғас, ҡараңғы булып китте. Болон да, юл да юҡ. Мин һораулы ҡарашымды егеткә төбәйем. Ҡараһам, рулде тотоусының башы яланғас баш һөйәге, тештәре генә шаҡылдай. Минең ҡотом осто – ҡысҡыра ла, ҡыймылдай ҙа алмайым. Ә машина түңгәктәр өҫтөнән бара, һикертә. Мин инде һөлдә егеткә боролоп ҡарарға ла ҡурҡам.
Бар көсөмдө һалып, ишекте асып ебәрҙем. Шәп барабыҙ, шулай ҙа һикерҙем. Машина ҡалтор–ҡолтор килеп ары бара бирҙе лә юҡ булды, әллә упҡынға ҡоланы. Мин аңҡы–тиңке булып һалҡын, ҡараңғы томанда ҡайҙа барырға ла белмәй торам. Ана бәләкәй генә ут күренә. Шунда киттем. Йыһаннур усаҡ янында ултыра, асыулы. Миңә боролоп ҡарамай, әллә күрмәй инде.
-Йыһаннур,– тип өндәшәм дә уянып китәм. Өҫтөмдө асып ташлағанмын. Кәкрәйеп кенә ятам, дер ҡалтырайым.Тиҙ генә юрғанымды алып ябындым. Вәт төш тиһәң дә төш. Америка киноларындағы кошмарҙарың ары торһон. Мин әле төштәргә ышынып бармайым.Әсәйем ҡыштыр–ҡыштыр аш яғына сығып китте. Ут ҡабыҙып, мейескә яға башланы. Былай булғас, иртәнге биш. Тиҙҙән эшкә китәсәк. Әсәйемдең йөрөүенән тыныс, рәхәт булып ҡалды. Яңынан йоҡлап киттем. Иртән торғас та төш тынғы бирмәй уйландыра. Ундайҙы күргән юҡ ине бит әле. Әкренләп кенә өй йыйыштырҙым да, китаптарымды барлап һала башланым. Шул саҡ Дилә килеп инде лә ах та ух килеп хәбәр һөйләй башланы.
-Сулпан, белһәң ине, беҙҙең ауылға хәтәр бер егет килгән. Маһира әбейҙең ҡыҙының улы. Ул Екатеринбургта престижный уҡыу йортоноң престижный факультетында уҡый икән. Шул егет академ алған, ти. Башы ауыртып тора, тиме шунда. Вәт ул хәҙер беҙҙә бер йыл йәшәйәсәк икән. Ауыл һауаһы...Бик шикарный күренә. Вәт, исмаһам, унда прикид. Уф, полный отпад, - Дилә шулай аңлаһа–аңламаһа ла шундай һүҙҙәр ҡатнаштырып һөйләшергә ярата. Облом, отпад, прикол тип ебәрә. Дилә тын алмай һөйләне лә, туҡтап ҡалды. Арып китте, буғай. Мин иҫем китмәҫкә тырышып:
-Ҡасан белергә өлгөрә һалдың әле? – тип ҡуйҙым.
-Өлгөрөpһөң дә. Вәт уны ҡаратырға ине,– ти әшнәм, үҙ фекерҙәренән айный алмай.
-Эй, былай ҙа егетһеҙ торғаның юҡ әле.
-Фи, улар бит деревенщиналар.
-Үҙең городскаямы ни?
-Булһа һуң. Әйҙә, бөгөн киноға барайыҡ. Әбей кеүек телевизорға ҡапланып ултырма.
-Барырбыҙ,– тинем мин. Эстән генә мин дә ҡыҙыҡһындым инде.
29 март.
Хатта яҙғым да килмәй. Кисә Дилә һүҙенә ҡарап киноға барғайным. Әллә ниндәй ғәләмәт оятһыҙ Америка фильмы инде. Эммануэль тигән ҡатын тураһында. Oятһыҙ кинолар минең ҡайһы бер синыфташтарға оҡшай. Шулар һымаҡ ҡыланырға тырышып яталар.Мәҫәлән, Дилә һәм Регина. Шунан тәъҫирҙәрен һөйләшеп көлөшәләр. Улар был эштәрен йәшерергә тырышһалар ҙа Эльвир белеп ҡалып уларҙы һата. Ә мин? Мин үҙемдең өлөштө көтәм. Теләһә кем менән ваҡыт уҙһын өсөн генә ваҡланғым килмәй. Руслан киноға килмәгәйне. Ниңә килһен инде ул? Беҙҙә ҡуйылған фильмдар бынан 5–6 йыл элек үк ҡалала күрһәтелә. Шунан ул клубка килмәҫ тә. Иң яҡшы киноларҙы видеокассеталарҙан ғына ҡарап яталыр.
Ҡайтҡанда бер бәләкәй мажара булып алды. Беҙ Йыһаннур менән күрше булғас, бер яҡҡа ҡайтабыҙ. Бөгөн ул тел асҡысы тапҡан һымаҡ телгә бай булып киткән. Беҙҙең ҡапҡа төбөнә еткәйнек, минең ҡулды эләктереп алды ла:
-Әйҙә, Сулпан, бер аҙ йөрөп киләйек,– ти.Үҙенең тауышы ҡалтыранып сыҡты. Ҡулы ла ут кеүек.
-Кит, Йыһан, бөгөн әллә нәмә эшләгәнһең ул,– тим.– Мин һиңә бер сер әйтәм: һине бер ҡыҙ ярата,– тип ысҡындырҙым. Үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. Әхирәтемә ярҙам итәйем, тип уйланым да һуң бит.
-Их, Сулпан, миңә һинән башҡа бер кем дә кәрәкмәй. Ни эшләп һаман аңламаған кеше булаһың ул?
-Кит, мин ҡайҙан беләйем, һинең эсеңә инеп сыҡмағанмын бит. Унан һуң минең һөйөп йөрөгән егетем бар,– тип алдаштым мин күҙ ҙә йоммайынса.
Йыһаннурҙың ҡулы үҙенән–үҙе һалынып төштө. Мин ҡапҡанан кереп киттем. Кергәс, йәнем көйөүҙән айный алмай йөҙәнем. Харап, табылған бер ғашиҡ. Һин генә етмәгәйнең.
30 март.
Шул тиклем кәйеф китте. Нимәгә инде миңә ҡара сурнай Йыһаннур. Исеме лә әллә ниндәй допотопный, бабайҙар исеме.Әллә кемде көтәм мин. Бына Әнисә Йыһан тип яна, көйә. Ә миңә һис кенә лә кәрәге юҡ. Миңә 16–сы йәш инде. Минең дә ғишыҡ тотоп, хискә бирелеп, яратып йөрөгөм килә. Яратмаған көйө “любовью заниматься” итеп йөрөгөм килмәй. Мөхәббәт юғары булырға тейеш, минеңсә. Дөрөҫ, Йыһан да ундай “любовный занятиеларҙы” яратмай. Ул Вадим түгел. Ә мин Дилә түгел. Хәйер, Дилә менән Вадим ғынамы ни? Күбеһе шундайҙар.
31 март.
Уны күрҙем! Ул, был – ул! Күҙ алдымдан китмәй. Нескә оҙон буй, ҡабарынҡы сәстәр, аҡ йөҙ, оҙон керпектәр ҡаймалағап зәңгәр күҙҙәр. Ул Голливуд егеттәренән һылыуыраҡ.
Леонардо Дикаприо уның янында буяуы уңған һүрәт. Вадим менән ине ул. Сөнки Вадим менән Русландың әсәләре бер туғандар. Мине күреү менән Вадим йырыҡ ауыҙын да йыйып ала алмай шунда уҡ:
-Cәләм!– тип ҡысҡырып ебәрҙе.-Таныш булығыҙ, был минең класташым Сулпан. Ә был – минең братан Руслан,– тип теҙеп китте ул. Харап, берәүҙәр культурный булып ҡылана.
“Грей”,– тинем мин эстән генә. Уның өҫ–башы бик ябай һәм нәфис энәнән сыҡҡан джинсы һәм күн куртка. Кейемдәре уға ныҡ килешә, бөтәһе лә юғары сифатлы икәне күренеп тора.
Ә мин тиһәң, 6 синыфта кейгән пальтомды кейеп, ҡустымды һөйрәп йөрөй инем.
-Очень рад,– ти яңы танышым, күҙҙәренең зәңгәрлеге менән ҡойондороп. Унда ниндәйҙер һағыш бар төҫлө. Күҙҙәре һаман бойоҡ ҡалды. Ләкин ниндәй һөйкөмлө ул, тауышы ла йомшаҡ.
-Бөгөн һине дискотекаға саҡырабыҙ,– ти Вадим.
Мин:” Ярар”,– тигәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ах, мин һөйләшеп тә тормай өйгә ысҡындым. Ҡустымдың сар–сор ҡысҡырыуын ҡолаҡҡа ла элмәнем. Уның һаман да мине ат итеп уйнағыһы килә ине. Йөрәк дөп–дөп типте. Ни эшләргә инде былай булғас.
Дискотека, дискотека, музыка… Мин барып етеү менән Вадим ҡаршыға килде һәм әйҙүкләп үҙҙәре янына алып китте. Әле генә һалмаҡ музыка башланып тора ине. Руслан мине шартына килтереп бейеүгә саҡырҙы. Мин уның ҡосағында ҡалдым. Ни өсөн бөтәһе лә шулай тиҙ? Беҙҙә егеттәрең күпселеге бындай бейеүгә төшөрмәйҙәр. Бөтәһе лә беҙгә ҡарап торғандарын төшөнөп ҡалдым. Яҡындараҡ ҡына Йыһаннурҙың ялбарыулы, моңло күҙҙәре күренеп ҡалды. Йәнемде көйҙөрөп йөрөмәһә ни була инде. Бер аҙ тартынһам да миңә бик рәхәт ине. Бәхет тигән нәмә шулай буламы икән? Медляк бөтөү менән яныма Әнисә килеп етте.
-Һиңә йомош бар ине,– тип ҡулымдан тотоп алды.– Әйҙә инде,әйҙә,– тип алды ла китте. Минең теләмәй генә барыуыма ла иғтибар итмәй. Мин асыуымды тыя алмайса:
-Әнисә, ни эшләйһең? Һиңә гел үҙ йомошоң өҫтөн инде,– тим.
-Юҡ,юҡ, Сулпан, һүҙ һинең хаҡта.– Мине ауыҙ ҙа астырмай һөйләп китте.– Русландан айырып алып киткәнгә асыуланаһың инде. Тик бәйләнмә уның менән.
Мин аптырап киттем, үҙемде көскә тыйып:
-Быны нисек аңларға? – тинем.
-Руслан оҙаҡҡа килгәс, ҡыҙһыҙ тормаҫ инде. Һин ауылда иң матур, ғорур ҡыҙ.
-Шулай булғас, ниңә аяҡ салаһың? Әллә көнләшәһең инде?
-Бына бер иҫәр. Миңә Руслан бармы ла юҡмы, барыбер. Миңә һин ҡәҙерле. Ҡала егеттәре ауыл ҡыҙҙарын барыбер ташлап китә ул. Ана былтыр Диләне шулай итмәнеләрме ни? Ул сафлығын юғалтты, һиҙҙермәй йөрөргә тырышты.
Минең йән көйә, әллә нисек оят.
-Был өләсәйҙәр хәбәре ҡасан бөтә? – ҡырт боролоп киттем дә барҙым. Күҙҙән йәштәр аға башланы. Йәшле күҙем менән клубта йөрөгөм килмәне, ҡайтып киттем. Төн буйы илап сыҡтым. Руслан миңә бүтәнсә ҡарамаҫ тип өҙгөләндем.
1 апрель.
Бөгөн кис һағышҡа батып, көндәлегемде алған инем, тәҙрәгә ҡар бәрҙеләр. Мин тышҡа атылырға иткәйнем, әсәйем ризаһыҙ тауыш менән:
-Ул ниндәй көн дә сығып сабыу,– тип һөйләнә башланы. Уны тыңламаҫ инем, атайым күҙен аҡайтып ултыра. Күнмәй ҙә булмай, буйһонмай сығып китһәң, арттан эйәреп йөрөп ваҡһый башлар. Ауыҙына алыу ғына көс.
-Хәҙер, сығып ҡына керәм, – тип сыҡтым.
Ҡапҡа төбөндә Вадим менән ул.
-Әсәйем сығармай,– тиергә мәжбүр булдым.
-Һәй, төкөр,– ти Вадим.
Мин әйтер һүҙ тапмай, йүгереп инеп киттем. Ә Вадим: “Әйҙә,әйҙә”,– тип Русланды әллә ҡайҙа алып китте. Атай менән әсәй ғүмерҙә булмағанды бер булып киткән булғандар. Минең ғазап сигеүемдә бер кемдең дә эше юҡ. Ах, әсәй,әсәй! Исмаһам, һин аңлаһаң ине хәлемде. Миндәге үҙгәреште, гүйә, күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә. Бар булмышым ғашиҡ икәнемде ҡысҡырып тора ла инде.“Юҡ–бар менән баш ватҡансы, фермаға барып миңә булыш,”– ти әсәйем. Өй эсендәге эштәрҙе эшләүем етмәй, фермаһына ла бар тағы. Өйҙө таҙа–бөхтә тотам бит инде. Ә бына Дилә өй эшен яратмай. Диванда телевизор ҡарап тик ята. Йәй көнө төнө буйы йөрөп, көнө буйы йоҡлай. Хәйер, йәй күпселек шулай йәшәй. Мин шундай булһам, ни эшләрҙәр ине?Фекер таралып китте.
Шулай Руслан менән дуҫлашыуыма ҡаршы килерҙәрме икән? Ана икеһе лә телевизорға ҡаҙалып ултыралар. Ҡустым йоҡлап китте. Хәҙер кейенәм дә сығам, ни булһа ла булыр әле.
2 апрель.
Мин бәхетле, мин бәхетле! Кисә ҡапҡанан атылып килеп сығыуға Руслан менән Вадим кире урап киләләр ине. Вадим һүҙһеҙ генә юҡ булды ла ҡуйҙы. Ниһәйәт, Руслан менән тороп ҡалдыҡ. Ул миңә ҡарап тора. Ниндәй яҡын һәм таныш кеүек ул миңә, шул уҡ ваҡытта ят та.
-Пойдем, погуляем,– ти ул ябай ғына итеп. Ауыл урамынан бара биреп тыҡрыҡҡа боролдоҡ. Унан инде Әй буйына төштөк. Боҙ өҫтөнә һыу ҡалҡҡан. Күктәге айҙы әле болот ҡаплай, әле асылып китә. Аръяҡта һупай ҡысҡырғаны ишетелеп ҡуя. Һуҙып–һуҙып “һууп, һууп”,- ти. Бар донъяла Руслан менән икәү генә ҡалған кеүек булып китте. Ул ике ҡулымды тотто, күҙҙәремә ҡараны:
-Чулпан – утренняя звезда, правда,– тине. – Һин ысынлап та йондоҙ кеүекһең среди своих подруг. А сама такая естественная, без единой фальши и кокетства.
Мин ни тип яуап биргәнмендер, үлтер, иҫләмәйем. Шунан ул ысынлап та переутомляться итеүен, бер йыл ял итәсәген һөйләне:
-Будем друзьями, –тине ул ябай ғына итеп.
Кис үтеп, әкренләп төн төштө. Ҡайтырға кәрәклеген хәтерләнем. Егет ныҡышманы, ҡапҡа төбөндә йомшаҡ итеп ҡулымды ҡыҫты ла:
-До завтра,– тине.– Киске 8–ҙә тыҡрыҡта көтөрмөн,– тине.
Мин ҡайтып йылы урынға сумдым. Рәхәтлек, ҡәнәғәтлек биләп алды. Һөйөнә–һөйөнә йоҡлап киткәнмен.
3 апрель.
Иртән күҙемде асҡас та йөрәгемә шатлыҡ тулды. Оҙаҡ ятмай ғына тора һалдым. Тороп йүгерә–йүгерә өй йыйыштырып, аш һала һалып ебәрҙем. Аш ҡайнаған арала үҙемдең һәм ҡустымдың әйберҙәрен йыуып алдым. Һыу мейестә эҫеп ултыра ине инде, әсәйем ҡуйып киткәндер. Төшкә кер ҙә йыуылған, аш та бешкән ине инде. Арып ҡайтып ингән әсәйемдең йөҙө яҡтырып китте:
-Һай балаҡайым, эшләһәң, бигерәк етеҙһең инде. Тик ҡуҙғалып китеүең генә көс,– тине. Һуңғыһын әйтмәй һис түҙә алмай инде. - Атайың бөгөн тағы сәрхүш. Мал аҫтын да алаһы бар,– тип өҫтәне.
-Ярар, ярар,– тип әйтә һалдым.Нисек тә ваҡытты тиҙерәк үткәрергә кәрәк. Ул эш менән генә үтә икәнен белә инем инде.
Тәмле итеп аш ашап, сәй эстек.
-Әсәй, ял итеп ал инде, – тинем дә һауыт–һабаларҙы йыуа башланым. Әсәйем сәйерһенеп ҡарап ала. Һауыт йыуыу минең иң яратмаған эшем.Тиҙ генә тышҡа сығырмын тимә. Ҡустым тағылып ята.
-Апай, мин дә сығам,– тип һуҙа ул.
-Әйҙә, әйҙә.- Мин бөгөн бик изге.
-Һин сыға тор, үҙем кейендерермен,– ти әсәйем.
Аҙбарға инеп таҙартырға керештем. Тиҙәкте иҫке ялғашҡа тултырам да, сығарып түгәм. Артымдан кескәй санаһын һөйрәп, ҡустым тағылып йөрөй. Туҡтауһыҙ машина булып геүелдәй. Бына аҙбар ҙа таҙартылды. Малдарға кискелеген ашарға ла һалдым. Был эштәрҙе бик тиҙ эшләнем, миңә көс өҫтәлгән, тиерһең. Бер уйлаһаң, мал ҡарау ялҡытҡыс, күңелһеҙ. Әле ваҡыт күп. Ҡустым Заһирҙы санаға ултыртып йөрөтә башланым. Ул шул тиклем ҡәнәғәт. Уның шатлығы миңә лә күсә. Уны сaнаға ултыртып алам да йүгерәм генә. Күңелем туҡтауһыҙ талпынып ҡына тора. Заһир яңғыраҡлы саф тауышы менән:
-На, на! –тип ҡысҡыра. Санала йөрөп ялҡты, шикелле.
-Апай, әйҙә, йәшенмәк уйнайыҡ, – тип ҡысҡыра башланы.
Ул ҡаса, мин битемде ҡаплап торған булам. Ҡустым ҡасыр–ҡасмаҫтан :
-Апай, эҙлә мине! – тип ҡысҡырып та ебәрә.
Мин шулай ваҡыт үткәрәм. Кис булғанын көтәм. Ни эшләһәм дә: кер йыуһам да, ашарға бешерһәм дә, ҡустым менән уйнаһам да һөйгәнем күҙ алдында тора. Бер генә минутҡа ла хәтеремдән сыҡмай. Уны күрәһем килеүҙән бер туҡтауһыҙ эсем өҙөлөп тора. “Эс өҙөлөү” тиҙәр. Был дөрөҫ икән. Апрель айында ҡараңғы тиҙ төшмәй. Сәғәт күсеү ҙә ҡамасаулай. Сәғәт 8 , ә һаман да яҡты әле. Уны һағыныуҙан үлеп барғанды аңламай был донъя. Әкренләп күҙ бәйләнә башланы. Мин дә шым ғына кейенәм, һиҙҙермәй генә биҙәнәм. Биҙәнәм тип ни, шул күҙ керпектәренә саҡ ҡына һөрмә тартам. Күҙҙәрем тағы ла асылып, яҡтырып китә. Иренемә лә саҡ ҡына помада тейҙереп, тигеҙләп яғып ҡуям. Биҙәнеүҙе кем уйлап тапҡандыр, ул бөйөк ҡатын булған инде. Матурҙы тағы ла сағыуыраҡ, йәмһеҙҙе лә ҡарарлыҡ итә бит, тип үҙ алдыма уйланып алам. Һөйгәнем кисәңге урында, яр ситендә көтөп тә тора инде. Уны күргәс, быуыным бөтөп киткәндәй була, һөрлөгөп йығыла яҙам. Ул талпынып мине тотоп алды. Шул ыңғайға ҡосаҡлап үҙенә ҡыҫты. Икебеҙҙең дә йөрәктәр генә дөпөлдәй. Уның ирендәре минекен эҙләгәнен тоям. Улар бер–береһен күптән көткән төҫлө ҡабалана–ҡабалана эҙләп тапты. Тәүге үбешеү! Аяҡ аҫтынан ер әллә ҡайҙа китеп барҙы. Бөләңгерәп күренгән йондоҙҙар өҫтөмә яуҙы. Руслан беләктәрен ҡатырып мине тотоп тороуон абайлап, иҫемә килергә тырышам.
-Сулпан, милая, – тип бышылдай ул ҡолағыма ғына. Бында тормайыҡ. Бысраҡ, һалҡын. Әйҙә, беҙгә. Өләсәй күрше ауылға сестраһына киткән. Ул ауырый,– ти.
Ул шул тиклем ихлас әйтә, уның менән бергә атлап киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Тиҙ генә барып етеп, ҡапҡанан инеп киттек. Руслан бикләп тә ҡуйҙы.
-Пусть Вадим килеп йөрөмәһен,– тине. Өйгә индек. Әбей ауылдаш булһа ла, мин уның өйөн күргәнем юҡ ине әле. Вәт йәшәйҙәр кешеләр! Бындағы оло аҫыл диван– креслоларҙы, шкафтарҙы күреп иҫ китте. Шулай уҡ бер генә артыҡ әйбер ҙә юҡ. Иҙәнгә аяҡ батып торған, йәшел үлән төҫлө балаҫ йәйелгән.
-Әйҙә, сисен, моя красавица,– ти ул нисектер әкрен генә серле итеп күҙҙәремә ҡарай. Зәңгәр күҙҙәре минең быуыныма төшә. Мин үҙемде әкиәт донъяһына килеп ингәндәй хис итәм. Шул тиклем рәхәт. Руслан алһыу ут һипкән бәләкәй өҫтәл лампаһын ҡабыҙып ҡуйҙы, ҙур утты һүндерҙе.
-Беләһеңме, һөйөклөм,– ти ул серле, хәйләкәр генә итеп. – Мин һиңә әҙерәк бүләктәр әҙерләп ҡуйҙым. Әйҙә, шуларҙы кей әле. Һин оялма, мин һине яратам бит. Ул ҡулыма бер ҡумта тотторҙо. - Һин кейен, мин сығып торам, – тип аш яғына сығып китте, ишекте лә япты.
Ҡумтала затлы эске кейемдәр, селтәрле топик, юбка, колготки, туфли – бөтәһе лә бар ине. Бәләкәй генә – кендекте күрһәтә торған нәфис топик – үтә күренеп тора. Юбка ҡыҫҡа – бот төбөнән генә. Колготки шундай яҡшы: һуҙылып, боттарҙы ҡыҫып тора, уның күҙе лә китмәй булырға тейеш. Туфлиҙың үксәһе нескә, башы осло.
Бөтә кейемдәрҙе кейеп, көҙгө алдына баҫтым. Был кейемдәр кейендермәй , ә сисендерә. Үҙемә хайран ҡалып ҡарап торам. Ниндәй зифамын икән. Журнал биттәренән төшкән топ–модель кеүекмен. Бәләкәс кенә ҡумтала керпек буяуы, помада, крем–фәлән бар. Уларға сит телдә яҙылған – барыһы ла Париждан ине.
Руслан килеп сыҡты, хайран ҡалып ҡарап тора. Әкрен генә килеп тейер–теймәҫ кенә ҡағылып муйындарымды, сәстәремде үбә башланы. Миңә оятыраҡ, шулай ҙа рәхәт.
-Һин настоящая красавица,– ти.– Топ–моделдәргә ҡайҙа һиңә етергә , һин уларҙан сто раз лучше, – тип ебәрә.– Әйҙә, үҙеңде ҡунаҡ итәм.
Бәләкәй тәпәш өҫтәлгә һыйҙарын теҙеп тә ҡуйған икән: эре ҡыҙыл алмалар, йоҡа ғына теленгән колбаса, шоколад–кәнфиттәр. Бәләкәс кенә сынаяҡтарға быуы бөркөлөп торған кофе ҡойолған. Кофеға киң ҡара шешәнән әҙ генә ҡуйы шыйыҡса ҡойҙо. “Коньяк”-, тип ҡуйҙы. Мин бөтәһе лә шулай булырға тейештер, тип ҡарап тик торам. Ул йомшаҡ балаҫҡа аяҡ салып ултырҙы ла:
-Так ведь уютнее, – тип мине үҙ янына саҡырҙы.
Колбаса менән сыр ҡатыштырып бутерброд эшләне лә мине һыйлай башланы. Мин ул ҡыланғандарҙы ҡыланып ултырған булам. Ваҡ ҡына йотомлап кофе эсәм, бутерброд ашайым. Ҡайнар кофе мине шул тиклем иҙрәтеп ебәрҙе. Уның ниңә шулай булғанын аҙаҡ ҡына аңлаясаҡмын. Рәхәт, мин ҡайнар тулҡын эсендә йөҙәм. Һөйгәнемдең алдында ултырам икән. Ул минең өҫтөмдәге топик ишаратымды һалдырған. Мин ирей барам, уға һеңә барам. Уның ирендәре түштәремде иркәләй, миңә оят та түгел. Кинәт “терт” итеп ҡалдым да һикереп торҙом. Кейем ярпыларын сисеп ташланым. Үҙемдең ҡалын тупаҫ юбкам менән свитерымды, ҡалын колготкаларымды кейҙем. Руслан аптырап киткәндәй тора.
-Әсәйем ни тиер, – тим аҡланған төҫлө.
Шунан курткам менән башлығымды кейҙем дә бәргеләнеп сығып киттем. Ярай бөгөнгә үҙемде еңдем дә ул . Ә иртәгә?
Уның менән бергә булғандағы рәхәтлек күңелемдән оҙаҡ китмәй, һаман иркәләп торған төҫлө. Һөйөү һәм һөйөлөү бәхете ул. Шулай хыяллана–хыяллана йоҡлап китәм.
4 апрель.
Уф, әллә ерҙә, әллә күктә йәшәйем. Хатта үҙемде–үҙем белмәҫ дәрәжәгә етәм. Кисә Руслан мине тағы үҙҙәренә алып китте.
-Бысраҡ урамда йөрөмәйек,– ти ул. Дөрөҫ тә инде.
Был осрашыу тағы ла ләззәтлерәк булғанын иҫләйем. Мин тамам башымды юйҙым, буғай. Үҙем менән ни булғанын томанлы ғына иҫләйем һымаҡ. Яратыуҙан шулай башты юғалталармы икән?Шулай ҙа бер нәмә аңыма һеңеп ҡалған: ҡыҙ кеше өсөн ғүмерҙә бер генә була торған ваҡиға булды. Тик был хәл ниңәлер бөтә асыҡлығы менән хәтергә төшә һалмай. Ни булды, нимә булғайны миңә? Әле бөгөн көнө буйы аңҡы–тиңке йөрөйөм. Үлтерә яҙып эс бошоп ала. Мәңгегә хушлашҡан сафлығым шулай һағышҡа һаламы?
-Үҙемде яратҡан кешемә бүләк иттем бит,– тип үҙемде йыуатһам да, күңелемде бесәй тырнай.
5 апрель.
Бөгөн уҡыу башланды. Каникул аҡ–ҡара күрмәй үтеп китте шул. Мин һаман хистәремдән айный алмайым. Уҡытыусыларҙың һөйләүе кергән ерҙә керә, Кермәгән ерҙә – юҡ. “Улай ярамай,”– тим үҙемә. Былай була башлаһа, өслөләргә тәгәрәүеңде лә һиҙмәҫһең.
10 апрель.
Әбекәй оҙаҡланы. Әллә юрый Руслан янына ҡайтмай йөрөй. Кис еттеме, уның өйөнә беҙ хужа. Русланға ашарға йүнәтеүҙән башҡа мәшәҡәт тә юҡ. Сөнки әбей мал–тыуар тотмай. Йорто электричество менән йылытыла, һыу ҙа үткәрелгән. Холодильник полуфабрикаттар менән шыплап тултырылған. Ҡала шарттарынан кәм йәшәмәй әбей. Хатта туалеты ла йылы итеп һалынған. Руслан көнө буйы ял итә, прогулкаға сыға, кисте көтә. Осрашҡас шатлана. Мин хат итеп кенә: “Әйҙә, берәйҙе тартып ебәрәбеҙ,”– ти. Һөйгәнең өсөн нимә генә эшләмәҫһең. Ул миңә оҙон нескә сигарет бирә. Мин ике–өс һурам да ырғытам. Егетем көлә.
-Какая ты милая, моя малышка. Ты еще совсем ребенок, – ти.
Минең ребенок булып торғом килмәй, ташлаған сигаретты алып тағы бер нисә һурып ҡуям. Көлөшәбеҙ, һөйөшәбеҙ. Мин уға шул тиклем өйрәндем. Тормошомдо унан башҡа күҙ алдыма ла килтерә алмайым.
15 апрель.
Минең көн дә юғалыуымы әсәйем асыулана башланы. “Төн буйы юҡ булып тораһың да, көнө буйы иҫәңгерәп йөрөйһөң,”– ти.Көндөҙ миңә ысынлап та ауыр була башланы. Әллә йоҡом туймағанға инде. Көскә күҙемде асып йөрөйөм, дәрестә иҫерек һымаҡ ултырам. Башымды ҡулыма терәп серем итеп тә алам. Башым гел тоноп тора. Тик Руслан хаҡындағы уй ғына һис юғалмай, бөтмәй. Минең унан бер сәғәт, бер минут айырылып торғом килмәй. Гел уның янына йүгергем генә килеп тора.
20 апрель.
Мин аптырай башланым. Уның янына барһам, миңә еңел, рәхәт. Берәй сынаяҡ кофе эсеп алһам, күҙем асылып, ҡанат үҫкәндәй тойола башлай. Осоп китерҙәй булам. Һөйгәнем менән бергә булыу мөғжизәлеме икән? Сигаретҡа ла өйрәнеп барам. Тәҡдим иткәнен көтөп кенә торам. Кинолағы дамаларға оҡшатып ҡыланырға тырышып тартып ебәрәм. Икәүләп боттарҙы салып ултырып тартабыҙ. Шунан инде рәхәтлектә гиҙеү башлана. Ул мине һөйә, иркәләй. Мин үҙемә бер талап та ҡуймайым. Контроль юғала. Оялып та тормайым. Һөйгәнең менән булғанда ниндәй оят, ти. Бер–икеай элек кенә ҡотом осоп ҡараған нәмәләр тәбиғи, мотлаҡ һымаҡ тойола. Руслан мине шулай сихырланымы әллә?
Юҡ, юҡ, мин унан бер нисек тә баш тарта алмайым. Быға тиклем шундай ләззәт диңгеҙендә булғаным бар инеме минең? Тик көндөҙ ҡаңғырып йөрөү генә ауырыраҡ.
30 май.
Айҙан ашыу ваҡыт үткән дә киткән. Мин көдәлегемде асып тa ҡарамағанмын. Инде май бөтә. Март һуңында Руслан менән танышҡайным. Ҡалай бәхетле инем. Ул бәхет нисек алдаҡсы. Бер шәүлә генә булған. Шул саҡ теге төш иҫемә килеп төштө. Ул төш киҫәткән, ә мин бер нәмә лә аңламағанмын. Аҡ костюмлы егет мине ҡайҙалыр алып китә. Мин һикереп ҡалам, ул упҡынға оса. Шул төштәге һымаҡ упҡын ситендә ҡалдым. Яҡшы уҡыусы ла түгел мин. Яҙғы каникулдан һуң бер генә “бишле” лә алмағанмын. Тотош “өслө”ләр генә тиерлек, хатта бер нисә “ике” лә бар. Май бөтөргә аҙна тирәһе ваҡыт ҡалғас, Руслан ҡайтып килергә булды. Унан алда иптәштәрен көткәйне, улар килмәне. Руслан ҡайтып киткәс, төнөн мин ауырый башланым.
Был сирҙе аңлатып та булмай ине. Температурам ныҡ күтәрелде, күҙем шартлап сығып бара төҫлө. Бөтөн тәнемде ит турағыс аша үткәргән кеүек ауыртыу биләп алды. Етмәһә, тартышa башланым. Ауыртыуға түҙә алмай тәгәрәп йөрөй торғас, бәүелемде лә тота алманым. Атайым, ғәҙәтенсә, күңелле тормош эҙләп сығып киткән. Әсәйем мине ҡалдырып китергә ҡурҡһа ла, фельдшер Fәлимә апайға китте. Улар килеп еткәнсе йөҙ тапҡыр йән бирҙем.
Ул килде, тикшерҙе. Үҙе генә бер нәмә эшләй алмаҫын тойҙо, буғай. Әсәйемә транспорт эҙләргә ҡушты. Бахыр әсәйем, кемгә генә барһын инде. Fәлимә апай ашығыс ярҙам саҡырҙы. Уныһы ла таңға табан ғына килеп етте. Дежур врач хирург ине, ул наркологты саҡырҙы. Нарколог сәғәт 9 ғына килә тип белдерҙеләр. Һис ғәйебе булмаған әсәйемә эләкте генә. Скорыйҙың медсестралары, дежур врач әсәйҙе шелтәләп бушаманылар. Нисек инде балағыҙ шул сиккә еткәнсе бер нәмә лә эшләмәй йөрөнөгөҙ, тиҙәр. Миңә “әйҙә, үлһен” тигән һымаҡ боролоп та ҡарамайҙар. Мин бер үҙем кушеткала үрһәләнәм. Туғыҙҙан һуң нарколог килеп, миндә ломка булыуын әйтте.
Шулай итеп, мин наркоманка булып сыҡтым. Мине дауаларға һалырға кәрәк. Тик дауа түләүле икән. Әсәй бер нәмә лә аңламай ҡаңғыра. Ул “ломка”, “наркомания” тигән нәмәләрҙе аңламаған кеше һымаҡ хайран ҡалған. Ахырҙа врач тәфсирләп аңлатып бирҙе. Әсәйем үкереп илап ебәрҙе лә:
-Әлеге көндә ни бары 50 һум аҡсам бар, – тине.
-Исмаһам, интоксикацияны бөтөрөргә өс–дүрт көнгә һалып торорға ине,– врач.– Ҡыҙығыҙ кәрәкмәйме әллә?
-Әлегә дауалап тороғоҙ,– ти әсәйем.– Mин ауылда үтескә эҙләп ҡарармын.
Мине шунда уҡ терапия бүлегенә алып китеп, cистема аҫтына һалып ҡуйҙылар. Районда наркология бүлеге юҡ ине.
Әсәйем өс көндән килеп алды. Күршеләрҙән үтескә 500 һум алған, аҙаҡ нисек түләргә, тип өҙгөләнә ине.
5 май.
Ошолай яу һалып ятыуым ҡот осҡос оят, әсәйем ҡыҙғаныс. Ул шашып, тилереп ҡалған кешегә оҡшап китә. Был нәмәләр уға аңлашылмай. Ул хайран ҡалып аптырай ине. Мин дә аптырайым. Руслан китеүенән килмәгән әле. Ныҡ ауырыуым сәбәпле, уның образы тоноҡланып ҡалғайны. Әле айный төшкәс, тағы иҫемә төштө. Ниңә ул мине: “Яратам да яратам”,– тип көслө наркотик эсереп, тарттырып ятты икән. Миңә әллә нисек булып китә. Йәшәгем дә килмәй хатта. Яңы аңыма барып етте. Уны наркоман булғаны өсөн ауылға килтереп ташлағандар бит. Мине яратһа, шул юлға тартыр инеме һуң? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға ысынлап тороп асыулана ла алмайым. Күҙем шартлай яҙып, тартышып ятыуым онотолдо. Әсәйем хәҙер иғтибарлы булырға тырыша. Ҡустым гел янымда ҡайнаша.
-Апай, апай, һин ҡайҙа?– тип һөрән һалып тора ул.
Мин иһә, яңылыш ҡына булһа ла, һөйгәнемде осратырға тырышам.
* * *
Битемә дымлы ел бәрелеүгә уянып киттем. Күҙемде астым. Төш күрәм буғай: ап–аҡ болоттар йөҙгән зәңгәр күк йылмая. Әкрен генә ҡарағай олондары сайҡала. Уларҙың шауы ҡолаҡты иркәләй. Әйткәнемсә, һауа саф, дымлы. Миңә таныш түгел был һауа. Һалҡынса. Ел ыңғайына танауыма төтөн еҫе менән аралаш аҙыҡ еҫе бәрелде. Нимә? Әһә, бәрәңге еҫе.Төш былай булмайҙыр ул, башымды борҙом. Минән бер нисә аҙымда ғына усаҡ яна, унан рәхәт йылылыҡ һирпелә. Усаҡ өҫтөндә быуын борҡотоп, кескәй генә ҡаҙанда бәрәңге бешә. Ҡара сәйгүн менән сәй ҙә ҡуйылған. Быларҙы күреү тыныс рәхәтлек бирҙе. Күҙемде йомоп, тағы иҙрәп алдым. Туҡта, мин ҡайҙа? Аҫтыма бәләкәйерәк матрас һымаҡ нәмә түшәлгән, баш аҫтымда аляска куртка, өҫтөмә одеал ябылған. Тороп ултырҙым, ҡарандым. Бәрәңге бешкән, уттан алып ҡуйылған, сәй ҙә бешерелгән. Үләндәр һалынған сәй еҫе танауҙы ҡытыҡлай. Күк йөҙө лә ни аралалыр томанланып киткән, өшөтөп ебәрҙе. Одеалды арҡама һалдым. Яҡында ғына палатка ҡоролған икән. “Мин ни эшләп урманда икән”,– тип уйларға өлгөрмәнем, ағас араһынан Йыһаннур килеп сыҡты. Ул көсө еткән тиклем ҡоро ботаҡ ҡосаҡлаған. Утынды һындырып та тормай ут өҫтөнә ташланы. Күҙен ҡыҫып ағастарҙың төтәй башлағанын күҙәтте. Ағастар ләүкеп ҡабынып киткәс, йөҙөн миңә борҙо. Шундай тәбиғи итеп:
-Торҙоңмо? Әйҙә, ашап алабыҙ, – тине.
Мин ныҡ асыҡҡанымды тойҙом. Бер аҙ ашап алмай һөйләшерлек тә хәлем юҡ ине.Тоҙ һибелгән картуфты һоғаланып ашай башланым. Оят ҡасҡан, аслыҡ уйын түгел. Төйөлә–төйөлә, бешә–бешә ашаным. Йыһаннур миңә һөтлө итеп сәй яһап бирҙе.
-Етер,– ти ул, – бер юлы күп итеп ашарға ярамай. Һинең ашамай ятыуыңа өс көн бит инде. Кинәттән эсең ауыртыр.
Бәләкәй ҡаҙанды ситкә алды. Мин ымһынып тороп ҡалдым. Күңел болғана башланы. Тыйылырға мәжбүр булдым. Йыһаннур ҙа асыҡҡан. Ул тәмләп ашарға кереште.Усаҡ ләүкеп яна, унан эҫе бәрә. Хәлем хөрт икәнде аңлап, бөгәрләнеп яттым. Йыһаннур аҙаҡ бөтәһен дә һөйләр әле, хәҙергә минең һөйләшкем килмәй. Һуңғы ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтерергә тырышам.
Теге ваҡыт мин ныҡ ҡына күҙәтеү аҫтында инем. Ҡайҙа инде кис сығып китеү. Хатта һуңғы ваҡыт атай айыҡ йөрөй, мине күҙәтә. Ул үҙенең ғәйебен бер ҡасан да танымай, гел мине шелтәләп ҡарай. Был бик ауыр тәъҫир итә. Уны ауыл хакимиәтенә саҡыртып мәктәп етәкселәре, хәкимиәт башлығы, район хәкимиәте вәкиле ныҡ ҡыҙҙырған. Ул үҙен урынһыҙға йәберһетелгән тип уйлай. Уҡырға ебәрәләр. Сәғәте–минуты менән ҡайтып етергә тейешмен. Мин Русланды һағыныуҙан ни эшләргә белмәй өҙгөләнәм, күҙгә аҡ–ҡара күренмәй. Уның килеүен, осрашыу эҙләүен Дилә еткергәйне инде. Мин яңынан наркотик ҡабул итеп булһа ла уның менән осрашырға риза инем. Дилә лә харап ҡыҙыҡ ҡына булып йөрөй. Күҙҙәре быялаланып, сәбәпһеҙгә шарҡылдап көлөргә генә тора. Тимәк ул да… Ләкин миңә ҡайҙа инде кеше тикшереү, үҙ ҡайғым баштан ашҡан.
Дәрестәр ҡолаҡҡа инеп бармай. Шулай йөрөй торғас, Руслан бер көн мәктәпкә килергә мәжбүр булды. Дәрестәр бөтөргә ике сәғәт бар ине. Аҫҡа төшһәм, ул вестибюлдә тора. Мин рюкзагымды алырға йүгерҙем. Шунан һуң беҙ бер кемгә лә өндәшмәй генә артҡы ишектән сығып киттек. Мәктәпкә яҡын ғына торған әрәмәлеккә юл тоттоҡ. Ашыға–ашыға барабыҙ. Ҡайын әрәмәһен үтеп, ҡуйы шыршылыҡҡа килеп индек. Бында аулаҡ, ҡараңғы. Бер йәш ағас аҫтына боҫтоҡ. Шыршы үҙенең ҡуйы ботаҡтары менән беҙҙе ҡаплап ҡуйҙы.Руслан курткаһын ергә ташланы, беҙ шунда ултырҙыҡ. Ул мине ҡосаҡлап хыялланып китеп үбергә кереште. Һағынышҡанбыҙ. Уны ғәйепләү ҡайҙа инде. Танһыҡ ҡанғансы яратышып алғас, ул сигарет көйрәтә башланы. Мин тилмереп ҡарап ултырам. Ул күрмәмешкә һалыша. Үҙем һорамайынса бирмәне.
-Ты меня обвиняешь?– тип һораны ул. Мин баш ҡына сайҡаным.– Эйе, мин эгоистично поступил, – ти ул,– һин минең хаҡта дөрөҫөн белһәң, бросила бы.
-Хәҙер бит былар бөтәһе лә артыҡ һүҙҙәр түгелме ни? – тим мин.
Ул кеҫәһенән ҡағыҙ ҡумта сығарҙы. Унан шприц һәм ампула килеп сыҡты.
-Был иң качественныйы ,– тине. – Героин.
-Ә тегеләре нимә ине һуң?
-Әй, улары ла шул гера ине инде.
Ул үҙенә сәнсте. “Һине не настаиваю”,– тиһә лә, мин дә һалдырҙым. Аръяғын хәтерләмәйем.
Шуларҙы уйлап ятам. Ә Йыһаннур тик тормай. Күмерҙәр араһынан ҡыҙған таштар соҡоп сығара ла, ситкәрәк ала. Шунан уларҙы биҙрәгә тултырып, палатка эсенә алып инеп китте.
-Сулпан, – тор, –ти ул йомшаҡ итеп,– әйҙә палаткаға.Мин ихтыярһыҙ. Хәлһеҙмен, уны тыңламай булдыра алмайым. Палатка эсенә ылыҫ түшәлгән.
-Һиңә сисенергә кәрәк, – ти егет кире ҡаҡҡыһыҙ итеп. Эҫе таштарҙан ялҡын бәрә, Йыһаннур уларға һыу бөркә. Мин иҙрәп йылынам. Тирләтә башланы. Ул арала егет йылы һыу индерҙе.
-Хәлең бөтә башлаһа, ошо һыу менән йыуынғылап ултыр,– ти.
Тирә–яҡҡа сәсрәтмәҫкә тырышып йыуынам. Йыуғыс урынына йомшаҡ үлән һалынған. Хәл бөтә башланы. Йыһаннур мине одеалға яҡшылап төрҙө. Шунан ниндәйҙер үлән төнәтмәһе эсерҙе лә, ылыҫ өҫтөнә ятырға ҡушты. Мин ылыҫ еҫен еҫкәп йоҡлап киттем.
Күҙемде асҡанда, һаман томалап төрөлгән килеш йоҡлайым. Янымда ҡоро кейемдәр ята. Егет имгәкләп инде лә ниндәйҙер үлән төнәтмәһе эсерҙе.
-Аша,– тип алдыма тимер туҫтаҡ ҡуйҙы. Баянан ҡалған картуф майҙа ҡыҙҙырылған, уға урман йыуаһы туралған. Икмәк, һөт тә бар. Ҡәнәғәтлек менән ашап алдым. Әкренләп аң керә башланы. Башым асыла бара.
-Был мине ҡотҡарып маташа бит! – тип ҡысҡырып әйтеп ҡуйҙым. Атылып тороп йүгергем килде, быуындарҙағы хәлһеҙлек, әллә күңел болғаныу ирек бирмәй, кире яттым.
Бая индергән таштарҙы егет кире ырғытты. Тағы ҡалын итеп ылыҫ йәйҙе. Ылыҫ өҫтөнә иҫке матрас ише нимәлер түшәне. Ябынып ятырға иҫке юрған да бар.
-Кис етте,– тине ул. Тауышында арыу, талсығыу һиҙелде.
Мин кис етеүгә шатландым ғына. Гел ойоп, талсығып торам. Теге яуыз ауырттырыу нисектер үҙен һиҙҙермәй. Әкренләп йоҡоға китәм. Татлы йоҡо биләп кенә алғайны, сәсәп уяндым. Танауҙан ҡан китә башлаған да тамаҡҡа тулып сәсәтә, имеш. Йоҡлап ятҡан егет шунда уҡ уянды.
-Ни булды? – тип һорай һалды.
-Танау ҡанай.
Ул тиҙ генә һалҡын һыу килтереп, һыулы сепрәкте танау өҫтөнә, маңлайға ҡуйҙы. Тамаҡ төбөнә йыйылған ҡанды төкөрөргә ҡушты. Уның үлеп йоҡоһо килә, шулай ҙа ул оҙаҡ ҡына йоҡламай мине ҡараны.
Уянып киткәндә ҡояш күтәрелеп килә ине. Имгәкләп тышҡа сыҡтым. Күңелдә бушлыҡ. Был бушлыҡҡа түҙеп торорлоҡ та түгел, эт кеүек олоғом килде. Тәнтрәкләп ағас араһына барып килдем. Йыһаннур миңә йылымыс һыу һалынған пластмасс шешә биреп йыуынырға ҡушты. Минең һис ҡыймылдағым килмәй, тик ятҡым килә.Иртәнге дымһыу саф һауа тәнде земберҙәтә, ҡояш нуры беҙҙең палаткаға килеп етмәй. Йыһаннурҙың бойороусан ҡарашы аҫтында көс–хәл менән йыуынып, бер стакан сәй эстем. Шунан кинәт ҡалтырана башланым, тәнемә һалҡын тир ҡалҡты. Тештәрем бер–береһенә шаҡылдап бәрелә, күҙем сығып килә. Йыһаннур ҡурҡып киткән һымаҡ тойолдо. Ҡалтыранған ҡулдары менән усаҡҡа теге таштарҙы ырғыта.
Ҡайҙан хәл килеп сыҡҡандыр, мин атылып тороп, кинәт йүгерә башланым. Йөрәгем шартларҙай булып тибә, күңел болғана, уҡшыта, ҡоҫтора. Минең йәшәгем килмәй.
-Кит, кит, килмә, минең үлгем килә! – тип ҡысҡырҙым, тибендем, тешләштем. – Мине Русланға алып бар, һин кәрәкмәйһең!
Ер тырнап олоп илай торғас, хәлдән тайҙым, битем-башым тупраҡҡа буялды. Йыһаннур күтәреп палаткаға алып китте.
-Руслан юҡ инде,– тине ул аяуһыҙ итеп.– Үҙе генә дөмөкмәгән, Диләне лә харап иткән. Үҙенә лә, Диләгә лә артыҡ доза ҡаҙаған.
Был яңылыҡҡа әллә ни реакция күрһәтмәнем. Аңыма тиҙ генә барып етерлек түгел ине, ахырыһы. Йыһаннур кейемдәремде өҙөп–йолҡоп сисендереп, тағы тирләтергә ултыртты, ташҡа һыу бөрктө. Ихтиярһыҙ, ҡамыр кеүек тәнемде йылы һыу менән ҡойондорҙо ла, тағы одеалға төрөп һалды, төнәтмә эсерҙе. Мин тынып ҡалғайным инде. Егет бер аҙҙан шыйыҡ бутҡа менән сoхари ашатты. Тағы иҙерәнем, бер аҙ хәл ингәндәй булды. Күҙҙәремде астым да “Һөйлә”,– тинем. Йыһаннур һөйләп алып китте:
-Теге ваҡыт һине Руслан алып китеүен Әнисә күреп ҡалған,– тип башлап алып китте ул.– Класташың ни эшләргә лә белмәй. Мин ауыр атлетиканан ярышҡа киткәйнем. Әнисә әсәйеңә киткән. Әсәйең, ҡустың, Әнисә һине эҙләп сығып киткәндәр. Ҡустың булмаһа, күрмәҫтәр ҙә инде, моғайын. Ҡайынлыҡты гиҙеп сыҡҡандар, шыршы араларын да ҡарағандар. Тапмайҙар икән. Шунан ҡустың шыршы аҫтынан һинең кейемеңдең остғон күреп ҡалған. Бер нәмә лә белмәй ятҡанһығыҙ. Әсәйең ферманан ат килтереп, алып ҡайтҡандар. Тиҙ ярҙам саҡырғандар. Нарколог та килгән. Русланды больницаға алып киткәндәр. Врач икеһен бергә һалыуҙан файҙа юҡ тигән. Һиңә беренсе ярҙам күрһәткәндәр ине инде, мин ҡайттым. Һеҙгә индем. Әсәйең шул тиклем ҡыҙғаныс. Мин һине берәй ергә алып китергә булдым. Һиңә йоҡо дарыуы ебәрҙеләр. Тиҙ генә кәрәк–яраҡтар йыйҙыҡ. Бында атайым машина менән килтерҙе, төпкә носилка менән индерҙек. Әсәйем тәүҙә ҡарышҡайны, аҙаҡ күнде инде. Сөнки мин ныҡ торҙом. Ул минең ҡыланыштарымды һәр ваҡыт дөрөҫ тип ҡабул итеп өйрәнгән. Шул…
Йыһаннурҙың ҡыҫҡа ғына итеп һөйләп биреүенә әллә ни төшөнөп тә барманым. Аңым шулай ғына эшләй ине. Шулай ҙа уның ниндәй ҡорбанға барыуын аңламай булдыра алманым. Сөнки ул быйыл 11–сене бөтөрә. Имтихан биреп йөрөр урында урман төпкөлөндә минең менән этләнеп ята.
-Ауыл йыраҡмы? – тип һораным.
-Ныҡ йыраҡ. Был беҙҙең районда ла түгел, – тине ул.
Мин Йыһаннурҙың Руслан хаҡында әйткәненә, ниңәлер, бер тамсы ла ышанмай инем. Эйе, был ысынлап та беҙҙең район түгел. Беҙҙең районда ҡалын, ҡара урмандар юҡ. Тик аҡ ҡайындар ҡаплаған әрәмәләр, ылыҫлы ағастар ҡулдан ултыртылған.
Урман төпкөлөндә ята торғас, 10 көнләп ваҡыт үтте буғай. Минең хәл гел насар булды. Бөйөрҙәр һыҙлауҙан, быуындар өҙгөләнеүҙән, туҡтауһыҙ уҡшыуҙан ғарыҡ булдым. Ә иң ауыры – эстәге бушлыҡ, эс бошоу ине. Быныһына түҙеү ауырҙарҙан да ауыр кеүек. Бер көн иртүк уянып киттем. Ниңәлер еңел һәм рәхәт – үҙем дә аңламайым. Башымдан төшөп киткән йөн башлыҡты алып кейҙем. Йөн ойоҡбаш кейеп алдым, йылы куртканы яурыныма һалдым. Беҙҙең кейемдәр йоҡлағанда ла, иртән–кисен дә йылы свитер, салбар, башлыҡ, ойоҡбаш. Уңайлы, йылы кейемдәр. Көн үҙәгендә генә сисенеп алабыҙ. Дымлы урман, барыбер, һалҡын. Беҙ өйрәнгән мөхит түгел. Бик иртә әле. Күк шыйыҡ зәңгәрлеккә мансылған. Үҙебеҙҙең аҡланға тәүге күргәндәй ҡараным. Аҡлан ҙур түгел. Беҙҙең палатка көн битендәрәк. Бер аҙ ҡалҡып торған урынға ҡоролған. Ана усаҡ. Уға ауыр сей ботаҡтар ырғытылған, ут һүнеп етмәй төтәп ята, серәкәйҙәрҙе ҡыуа. Әйткәндәй, беҙгә өҙлөкһөҙ талпандарҙан да һаҡланырға тура килә. Көнөнә әллә нисә тапҡыр Йыһаннур үҙенең дә, минең дә кейемдәрҙе, тәнде тикшереп кенә тора. Талпан ҡаҙалмаһын, ти. Усаҡ янына кәртәләрҙән эскәмйә һымаҡ нәмә эшләнгән. Унда һауыт–һабалар йыуылып ҡапланған. Ҙур полиэтилен киҫәге төрөп һалып ҡуйылған. Ямғыр яуа башлаһа, Йыһаннур шуның менән палатканы ҡаплап ҡуя. Палатка тирәләй тар ғына канауҙар ҡаҙылған. Ямғыр һыуы шунда аға инде. Ана бер өйөм мунса ташы. Йыһаннур шул таштарҙы ҡыҙҙырып ,туҡтауһыҙ мунса индерә. Минең тәндән шулай ағыуҙы ҡыуҙыра. Үҙе шулай, ти. Аҡлан ситендәге йыуан бер ҡарағайҙың күләгәле урынына тоҡтар менән шәкәр, ярма–фәлән эленгән. Ә палатка эргәһенә эшләнгән кескәй баҙҙа май, һөт һаҡлана. Йомортҡа, ит тә булғылап тора. Быларҙы ул ҡасан һәм ҡайҙан килтерәлер. Миңә әйтеп тормай. Ана нәҙек кенә һуҡмаҡ һуҙылған. Ҡайҙа алып бара ул? Мин һуҡмаҡтан атлайым. Һауа саф, был арала көндәр ҙә ҡоро тора. Мин әллә нисә айына тәүге тапҡыр тәбиғәт гүзәлеген тойҙом. Йыраҡта кәкүк саҡыра башланы. Күңелемдә тыуып килгән моңһоулoҡтo еңергә тырышып атлайым. Бына урман эсенә аяҡ баҫтым. Һуҡмаҡ мине бәләкәй генә күҙгәнәк шишмә янына алып килде. Бүрек тиклем генә булыр үҙе. Янында пластмасс шешәнән эшләнгән сүмес һымаҡ нәмә ята. Һыу мине сихырланы. Өҫтө көҙгө кеүек тигеҙ булһа ла, аҫтында ваҡ ҡына үлән, ҡом бөртөктәре өйрөлә.Тимәк, сиртеп кенә сығып ята шишмәкәй. Уның ағып киткән ере лә күренеп бармай. Ана түбәндәрәк иҫке ылыҫ өҫтөнән дымлы юлаҡ һуҙылған. Шунан һарҡып ҡына ағып ята инде.Был шишмә ҡулдан ғына ҡаҙылған, янындағы урман тупрағы өйөмө шуны һөйләй. Ҡайҙан һыу сығасағын белергә кәрәк бит әле. Был Йыһанурҙың белмәгән нәмәһе юҡ.Рәхмәтлеме мин уға, ниндәй хистәр минең күңелемдә уға ҡарата? Көн буйы мине алһыҙ–ялһыҙ тәрбиәләгән тәрбиәсемә күңел төбөндә бер йылы тойғо ла тапмай, мин аптырап ҡуйҙым. Был шулай булырға тейеш, тип ҡабул итә инем мин. Һауыт менән һыу алып йоттом, һалҡын һыу тамаҡты яндырып алғандай булды. Шунда ғына үҙемә ниңә рәхәт икәнен аңланым. Күңел болғанмай ине. Урман урман инде. Унда саҡ ҡына шом да бар төҫлө. Төҙ ҡарағайҙар. Улар аҫтында әрһеҙ ҡыуаҡтар үҙҙәрендә ниндәйҙер сер һаҡлай төҫлө. Аяҡ аҫты мендәр кеүек йомшаҡ, хатта бәүелмәле. Ағас араларынан шыйыҡ ҡына томан күтәрелә. Ана күк йөҙө сағыулана бара. Офоҡтоң бик тар ғына булыуы йәнгә тейеп тора. Бындай тарлыҡҡа өйрәнелмәгән шул. Йыһаннур мине юғалтҡандыр инде. Мин кире атланым. Сәйнүкте һәм ҡаҙанды алып, кире һыуға киттем. Сүмесләп кенә һыу тултырҙым да кире әйләнеп ҡайттым. Төтәп ятҡан усаҡҡа ҡоро сыбыҡтар ташлап дөрләтеп ебәрҙем. Ут геүләп яна, рәхәт йылылыҡ һирпә. Бер аҙ өшөп кителгән икән. Сәй ҡайнатырға ҡуйҙым. Шул саҡ палатка эсенән атылып Йыһаннур килеп сыҡты. Минең усаҡ янында ҡайнашыуымды күргәс, йөҙөнә ҡәнәғәт йылмайыу ҡалҡты.
-Хәйерле иртә! – тинем мин.
-Эйе, хәйерле иртә,– егеттең ныҡ шатланыуы бөтә булмышына сыҡҡан. Ана ул ҡаҙанға һыу ҡайнатырға ҡуйҙы. Уның төбөнә йыуып ҡына бер нисә йомортҡа төшөрҙө. Бик күңелле итеп, уныһын–быныһын һөйләшеп сәй эсеп алдыҡ. Был күңеллелектең артында ятҡан хәүефте икебеҙ ҙә һиҙә инек. Йыһаннур һәр ваҡыт бик уяу. Эйе, уяулыҡты бер сәғәткә лә юғалтырға ярамай, сөнки мин үҙемә бер тамсы ла ышанмай инем. Әле рәхәтләнеп сәй эсеп ултырһам да, биш минуттан ни ҡылырымды үҙем дә белмәйем.
-Ауыл йыраҡмы бынан? – тип иғтибарһыҙ ғына һорап ҡуйҙым мин.
-Йыраҡ, бик йыраҡ,– тип яуап бирҙе бағыусым.
-Йыраҡ булғас, ҡаймаҡ, йомортҡа, хатта йәшел һуған өҙлөкһөҙ ҡайҙан булып тора һуң? – тип ныҡышам мин.
-Килер ере бар, белмәгәнең яҡшы,– тип яуаплай егет.
Мин турһаям, үпкәләгән ҡиәфәт алам, ярһыуыма үҫеп китергә ирек бирмәйем. Тәрбиәсем күрмәмешкә һалыша.
Ашарға әҙерләүҙән башҡа мәшәҡәт юҡ һымаҡ. Тик Йыһаннур һис кенә лә тик тормай, эше табылып ҡына тора. Уға утындан өҙөлмәҫкә кәрәк. Яҡындағы ҡоро ботаҡтарҙы ташып бөттө инде ул. Утын әҙерләү күп кенә ваҡытты ала, уға хәҙер мин дә ярҙам итә башланым. Шулай уҡ көн дә мунса инеү ҙә ҙур мәшәҡәт. Бер өйөм таштарҙы ҡыҙҙырырға, палаткаға индерергә, төрөнөп ятҡан одеал–простыняларҙы сайҡап элергә кәрәк. Йыһаннур ашауҙы ла төрләндерергә тырыша. 4–5 төрлө бутҡа бешерәбеҙ. Әле ҡыҫыр аш, әле итле аш булып тора. Дарыу үләндәре, ашарға яраҡлы үләндәр ҙә йыйырға кәрәк. Ямғыр яуһа, ҙур мәшәҡәт тыуҙыра. Аҙыҡ–түлекте, палатканы, утынды һыуланыуҙан һаҡларға кәрәк. Утынға тәпәш кенә итеп булһа ла япма эшләнгән. Ҡыҫҡаһы, әҙәм балаһын тәрбиәләргә ни кәрәк, егет быларҙың бөтәһен дә теүәл үтәй, минән дә талап итә. Үҙ һәр ваҡыт тыныс, ипле тота. Буш ваҡыт килеп сыҡһа, шунда уҡ дәреслектәренә тотона, имтихандарға әҙерләнә. Хәл насар булғанда минең уйланырға ваҡытым юҡ ине. Хәҙер бер аҙ йүнәлә башлау менән Русланды үлеп һағына башланым. Түҙер әмәл ҡалмай. Шул көнгә төшөрҙө мине, тигән асыу ҙа, осрашыу нимә менән бөтөр тигән уй ҙа юҡ. Бары уны өҙөлөп һағыныу ғына бар. Иртән сыҡҡан ҡояш, саф һауа, кескәй шишмә һағыш тойғоһон көсәйтә. Тәбиғәт ҡосағында уның менән бергә булғым килә. Йәнем–тәнем һулҡылдап һыҙларға керешә, уның наҙҙарын, ҡосағын теләй. Бер көн әллә ни эшләп ҡулымды джинсымдың артҡы кеҫәһенә тыҡтым, үҙем дә аңламай ҡалдым. Ҡараһам: өс тәгәрмәс, йәғни таблеткалар. Башыма бер уй ҙа килмәҫтән, тәгәрмәстәрҙе йотоп та ебәрҙем. Был миңә Русландың бүләге төҫлө тойолдо. 15–20 минут үтмәне, мин кайфта инем инде. Һауаға осоп китерҙәй ләззәт кисерәм. Күк тағы ла зәңгәрерәк, үләндәр төҫлө телевизорҙағы кеүек сағыу-йәшел. Бар донъя киңәйеп киткән төҫлө. Руслан килеп сыҡты. Әллә яңылышам инде, Йыһаннур кеүек булып та китә. Мин йүгереп барып уның муйынына аҫылындым:
-Мине ҡосаҡла, ярат мине, үлеп һағындым,– тип донъя яңғыратып ҡысҡырам. Минең тауышыма бар күк, бар ер ҡушылып ҡысҡыра төҫлө. Русланды елтерәтә башлайым, ул бер нәмә тип әйтмәй, күҙен упайтып ҡарап тик тора. Бына ул мине ергә йыҡты, йөҙтүбән әйләндерҙе, тамағыма бармағын тығып, ҡоҫторорға кереште. Мин ҡарышҡас, өҫтөмә һыбай менеп ултырҙы. Әлбиттә, мин һис ауыртыу тоймайым, уның тупаҫлығына аптырайым ғына. Ниңә шулай итә һуң мине? Һөйләшә алмайым – ауыҙым ҡоҫҡолоҡ менән тулған. Ул сәйнүк менән һыу сығарып, томшоғон ауыҙыма тыға, эсерә, тағы ҡоҫтора.
-Эс, был һинең дозаң, эс,– тип аҡыра. Мин йотлоғоп эсәм, эсәм. Бер сәйнүк һыуҙы эсеп бөтөрҙөм бит инде. Тағы урғытып ҡоҫам… Уҡшып арыным, хәлдән тайҙым. Йоҡлай башланыммы, донъя юғалды…
Иҫемә килгәндә һис ҡымшанмаҫлыҡ итеп одеал менән төрөлөп, хатта өҫтөнән бау менән бәйләп ҡуйылғайным. Ломка яҡынлашыуын тоям. Тәнем яна башланы, күҙем шартлап сығып бара. Һәр быуынымды, һөйәктәремде ҡайырған төҫлө. Ни эшләргә, ни эшләргә? Был ауыл түгел, больница ла түгел. Ҡара урманда мин дә, ҡанһыҙланып киткән Йыһаннур. Төрөлгән килеш тәгәрәп йөрөй башланым. Бәүелемде лә, оло йомошомдо ла тота алмайым.Тәрбиәсемдең ҡаны ҡатҡан, ул мине ысҡындырмай.
-Үләм, үләм! Үлтер мине, түҙә алмайым! – тип ҡысҡырам мин. Миңә бөтөн ерҙе ҡаплап ҡорттар шыуышып килә. Өҫтөмә килеп менеп тереләй килеш ашарға итәләр буғай. Аптырап күҙемде йомам. Тағы уҡшыта, күҙҙе асһам, ерәнес йыуан, һимеҙ ҡорттар өҫтөмә менеп килә. Башымдың эсенә туҡтауһыҙ һыбыҙғы һыҙғыртып милиционер кереп ултырған. Күҙҙе йомһам, ул ыржая, кеше ашаусыға әйләнә. Осло тырнаҡтарын тырпайтып мине йыртҡыларға итә.
Шулай тәгәрәй торғас, үҙ бүлендектәремә буялып лысма еүеш булдым. Күпмегә һуҙылғандыр был хәл, бәлки мең йылдыр. Тамам хәлдән тайҙым. Бөтә көсөмдө һығып алған кеүек иттеләр. Онотолдом. Иҫемә килгәндә үҙ бысраҡтарым эсендә ятам. Туңдыра, ҡалтырата. “Өшөйөм”,– ҡыҙғаныс тауыш менән ялынам, тауышым көскә генә сыға. Йыһаннур ашығып төрөлгән нәмәләрҙе тағатты. Ҡамырға әйләнгән тәнемде йылы һыу менән йыуҙы. Яланғас тәнгә куртка менән Йыһаннурҙың спорт салбарын кейеп, ҙур итеп яғылған усаҡ янына йылынырға ултырҙым. Егет эҫе сәй эсерә. Мин эсәм дә тағы ҡоҫам. Шулай тартыша торғас, төн етте. Палаткаға кереп ятҡас та тынғылыҡ булманы – уҡшып туҡтағас, температура күтәрелде. Йыһаннурҙың тәүге ярҙам өсөн дарыуҙары бар. Парацетамол, аспирин ашайым, һаман ятам. Йыһаннур һалҡын һыуға мансылған таҫтамал менән тәнемде һөртә.
Яңы тыуып килгән көн тыныслыҡ килтерҙе.Беҙ үлеп йоҡлап киттек. Күпме йоҡлағанмындыр инде. Бөтә нәмә тәртипкә килтерелгән. Йыуып киптерелгән джинсы, футболка, свитер янымда ята. Тимәк, байтаҡ ваҡыт үткән. Уянғас, Йыһаннурға ҡарата нәфрәт биләп алды. Ниңә ҡыҫыла инде ул минең тормошома? Миндә ни эше бар уның? Үләмме, ҡаламмы, наркоманкамы мин – ни эше бар? Ниңә йәнемде көйҙөрөп, үҙен ҡорбан итеп маташа? Үлергә кәрәк, үҙем дә ҡотолормон, уны ла ҡотҡарырмын был сикһеҙ ғазаптарҙан. Был донъяның йәме юҡ Русландан башҡа. Хәлем бөтөп бара, бар быуыным ҡалтырай. Тырышып килеп торҙом, көс–хәл менән йыуындым. Хатта тештәремде йыуҙым. Йөрәгем шул тиклем шәп тибә. Бына–бына шартлар төҫлө. Таҙа кейемдәремде кейҙем. Әгәр кеҫәмдә “тәгәрмәс” ятһа, барыбер ҡапмаҫ инем. Интегеп үлергә икән – үлергә.Тәнтерәкләп атлап сығып киттем. Хәлем бөткәнсе барырмын да йығылып үлермен. Өшөгөм килмәне, боролоп килеп,курткамды кейҙем. Барам, барам, шишмәне уҙып киттем. Урман һирәгәйә бара. Һомғол ҡарағайҙарҙы кәкре–бөкрөләре, сибек ҡайындар алыштыра бара. Алда ҙур ғына аҡлан күренә. Мин тырышып атлай торғас йылындым, йөрәгемдең тибеүе рәтләнә башланы, аяҡтар ҙа тыңлаусаныраҡ. Аяҡ аҫты ҡалын мүк, ул бәүелеп тора. Ҙур яҡты аҡланда тәгәрәп ятып ял итермен дә тағы атлармын. Инде үлгем килмәй башланы, хәлем яҡшыра бит.
Аҡланға килеп етеп, бер нисә аҙым барғайным, тубыҡтан һыуға төшөп киттем. Был алдаҡсы йәшел аҡлан һаҙлыҡ булып сыҡты. Тартып алам тип көсәнгәйнем, тәрәнгәрәк баттым. Инде бот төбөнән булып бара, килеп тороп шул тиклем һалҡын. Тағы өшөтә башланы. Ҡыбырлаған һайын бата барам, шикелле. Бына һиңә кәрәк булһа! Үлергә теләһәм, ул яҡында ғына тешен ыржайтып көтөп ятҡан. Эҙләгән нәмәмде таптым түгелме һуң? Тик ниңә ҡотом табаныма төштө? Ни өсөн йөрәк башҡа төҫлө тулай? Күҙҙәрем бушҡа ғына ҡотолоу юлы эҙләй, ҡулдарым буш һауаны тырнай. Бахырҡай тәнемдең һис кенә лә һаҙға батып серегеһе килмәй. Һулышым өҙөк–өҙөк сыға. Инде ҡурҡыуҙан дер һелкенеп ҡалтырайым. Ниңә генә үлгем килә, тип иҫәрләнеп сығып киттем икән? Йыһаннур минең ҡайҙа китеүемде лә белмәй эҙләр инде. Ә мин эҙһеҙ юҡ булам. Терелтәм тип алып киттем тип юғалттым, тип ҡара ҡайғыға батыр. Үсеккән төҫлө кәкүк саҡыра, һаҙлыҡ ситендәге муйыл ҡыуаҡтарында һандуғас өҙҙөрөп һайрай. Ҡояш нуры аҡландың ситенә төштө. Шул нурҙарҙы һуңғы күрәмме инде? Ә Руслан? Ҡаламы? Вәт хәҙер унан биҙеп киткән һымаҡ булдым. Ниндәй көндәргә төшөрҙө бит. Үҙемдең тиҙәгемә буялып, ҡоҫҡолоҡҡа батып ятыуҙарҙы ғәфү итерлекме ни?
Шаптыр–шоптор итеп һыу сәсеп килгән аяҡ тауышы ишетелде. Мин күкрәктән һыуҙа тора инем инде. Йыһаннур күҙ ташлап алды ла, ҡайҙалыр китеп барҙы. Бәй, был мине үлемгә ташлап китте түгелме һуң? Юҡ, ул ҡайҙандыр сатлы–ботло ағас күтәреп кире әйләнеп килде.
– Йәбеш,– тип ҡысҡырҙы ул ниндәйҙер бер ҡырағай тауыш менән. Был ағас бик сибек, етмәһә, Йыһаннур һаман бойора, баш булып маташа. Мин ағасҡа йәбешер–йәбешмәҫ торам. Егетте күреп тағы холоҡһоҙланып киттем. Уны ялындырғым килә. Әйтерһең, ул мине түгел, мин уны ҡотҡарам. Ул ағастың рәте юҡлығын белепме тағы китте. Шаҡтай оҙаҡ юғалғандай тойолдо. Ҡурҡа ҡалдым, әллә кире килмәҫкә итә инде? Сибек кенә ботаҡ шулай ҙа әле миңә ярҙам итеп тора. Батып та китмәйем, сығып та булмай. Йыһаннур ҙур ғына бер ҡороған шыршы һөйрәп килде. Ағасты буйына минең яҡҡа ташланы. Уға үҙе баҫып минең эргәгә килде. Башлығымды алып ырғытты. Сәсемдән матҡып тотто ла, кип–кинәт һаҙға сумдырҙы. Минең ауыҙ–моронома тутлы һаҙ һыуы тулды. Илайым тип үкһеп ебәргәйнем, байтаҡ бысраҡ һыу йоттом. Үпкәләремде меңләгән энә сәнскән кеүек булды, донъя ҡараңғыға сумды…
Иҫемә килгәндә, Йыһан ауыҙ–морономдо таҙартҡан, яһалма тын алдыра ине. Һыулы кейемдәремде һалдырып алып, үҙенең ҡоро кейемдәрен кейҙерҙе лә, һөйрәп тигәндәй алып китте. Күтәреп алырға уйламаны ла. Ул бер һүҙ ҙә өндәшмәй инде: шелтәләмәй ҙә, тиргәшмәй ҙә. Усаҡ янына килеп еткәс, ҡулдарын ысҡындырҙы ла ҡуйҙы. Мин йығылдым, ярай әле ер йомшаҡ. Аша ла, эс тә тип әйтмәй. Үҙе ҡулын йыуып ашарға ултырҙы. “Их, ҡайнар сәй булһасы,”– тип уйлайым. Тик үҙе генә тығыныуын белә. Колбасаһы ла бар икән, бутерброд ашай. Уның ашап ултырыуынан асыу –нәфрәт һирпелә. Әйтерһең, асыуын ашаған икмәктән ала. Аҙыҡ түгел, ярһыуын йота.
-Ниңә миңә бирмәйһең? – тим көс–хәл менән.
-Йүләр,– тип ажғыра,– һиңә ярамай. Көт, инде үлмәгәс, артабан үлмәҫһең әле.
Үҙе ашап туйғас ҡына, миңә шыйыҡ ҡына итеп бутҡа бешереп бирҙе. Ломка үткәндәй булды. Инде үлгем килмәй. Кейем алыштырғанда аяҡ–ҡулыма екһенеп ҡарайым. Улар шау һөйәк менән тиренән генә торған төҫлө. Кейемдәрем ҡарасҡыға элгән төҫлө һалынып тора. Шулай ҙа Йыһаннур һис йәлләмәй йомош ҡуша башланы. Бер көн буйы һаҙ бысрағына ҡатҡан кейемдәрҙе йыуҙыҡ. Ул һыу ташый, йылыта. Мин йыуып эләм. Хәҙер әллә кем итеп ятҡырмай, хәлең юҡ тип тә тормай. Үҙе менән туҡтауһыҙ утынға йөрөтә, һыу ташыта. Мин шыбаҡшып тирләйем. “Бына нисек тирләтергә кәрәк булған”,– тип мығырҙап йөрөй. Әкренләп ҡайын еләге бешә. Бында ул һирәк. Уны эҙләп урман гиҙәбеҙ. Унан һуң ваҡ ҡына ҡыуаҡтарҙа күкшел еләктәр бешә. Мин ундай еләктәрҙең барлығын да белмәй инем. Шулай йөрөй торғас, аппетитым көсәйҙе, көсөм артты. Аяҡ–ҡулдар нығынды. Мунса инеүҙәр һирәгәйҙе. Уның урынына Йыһаннур күберәк дәреслектәр менән ултыра. Бер көн ята торған урынымда бер журнал күреп ҡалдым – “Штучка” ине ул. Журнал тышынан нурлы күҙле ҡыҙ ҡарап тора. Күп булһа минән бер–ике йәш ололор. Журналға ас кеше аҙыҡҡа йәбешкән һымаҡ йәбештем. Ни тиһәң дә оло тормоштоң бер кескәй өлөшө. Былтыр ошо журналды уҡырға библиотекаға йөрөй инем. Ҡыҙҙар тураһында яҙыла бит унда. Журналды асып, йәшкелт–һоро нурлы күҙле, сөм–ҡара сәсле, тулы иренле ҡыҙ хаҡында уҡырға керештем. Александра Костенюк – Мәскәүҙең физкультура академияһы студенткаһы. Йөҙө беҙҙең яҡ ҡыҙҙарҙыҡына тартым. Уға ун ете йәш. Минең тиҫтерем тиерлек. Ошо ҡыҙҙың тормошҡа ҡарашы мине таң ҡалдырҙы. Шул йәшендә гроссмейстер, донъя буйынса вице–чемпионка. Ә был титулдарына ул ун өс йәшендә үк ирешкән.
“Мин тормошта еңелергә белмәйем”,– ти ул. Был һүҙҙәрҙе миңә төбәп әйткән төҫлө шаян һәм аҡыллы күҙҙәре менән туп–тура ҡарап тора. Кейеме үтә ябай: тәненә ятып ҡына торған свитер, икенсе фотоһында ирҙәр күлдәге стилендә ябай аҡ блузка. Ошо ябай, ләкин нәзәкәтле кейемдәр уға килешеп тора. Еңелә белмәйем, тигән һүҙҙәр мейемә кереп урынлашты ла сүкеп тора. Ә мин? Үҙемде еңер өсөн ҡыл ҡыймылдатҡаным бармы һуң ? Төпкә – упҡынға китер өсөн үҙемде ҡотҡарыусым менән ҡыр талашам. Бөтөн тырышлығым үҙемде юҡҡа сығарыр өсөн, бөтөрөр өсөн түгелме һуң? Түҙә алмайынса, палатканан килеп сыҡтым. Тышта быҫҡаҡлап ямғыр яуа башлаған. Йыһаннур бәләкәй генә балта менән ашыға–ашыға утын тураҡлай. Ватҡан утындарын ҡосаҡлап япма аҫтына илтә, һыуланмаһын ти инде. Тағы тураҡлай башлай. “Был ямғыр оҙаҡҡа һуҙыласаҡ,”– тип үҙ алдына һөйләнеп ҡуя. Борсолоуы сырайына сыҡҡан егет тәүге тапҡыр йылы хис уятты. Ә ниңә бабай кеүек гел серьёз ул? Әҙерәк шаяныраҡ булһа, юмор яратһа, миңә лә еңелерәк булыр ине лә бит.
Миндә ниндәйҙер кимәлдә һынылыш башланды. Мин барған юл кешене әкренләп харап итә, һәләкәткә илтә. Уның ләззәте лә алдаҡсы. Нисәлер сәғәткә рәхәтлек кисерәм тип ҡот осҡос ғазаптарға дусар булырға тейешһең. Ләззәте бер мираж, ә ғазабы ысынбарлыҡ. Шул яңы аңыма барып еткәндәй булды. Кинәт кенә үлем менән осрашыу йәшәүҙең гүзәллеген балҡытып ебәрҙе. Һаҙға батып үлем менән осрашыу, наркотик тәъҫирендә йәшәү менән айыҡ тормош араһындағы айырманы хәтерләтте. Тәүге осраҡта үлем тиҙ килһә, икенсе осраҡта оҙағыраҡ һәм ғазаплыраҡ. Һаҙҙың һалҡын тутлы һыуында өс–дүрт минут эсендә йән бирер инем, моғайын. Ә былай нисәлер йылға һуҙылған бысыраҡ мәхлүк тормошо мине түбәндән-түбәнгә алып китер ине, тип уйлау миндә ниндәйҙер эске ныҡлыҡ уятты.
Александра Костенюк… “Fүмер ниндәй ҡыҫҡа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙең теләгән бөтә нәмә менән дә шөғөлләнергә өлгөрөп булмай”,– ти ул. Ә мин… Миңә йәшәү шундай оҙон, хатта ваҡытты ҡайҙа итергә белеп булмай һымаҡ ине. Күпселек тиҫтерҙәремә, һабаҡташтарыма ла шулай уҡ. Улар төндәр буйы дискотекала йөрөйҙәр, эсәләр, тарталар, һуғышып та алалар. Шунан көнө буйы йоҡлайҙар. Һәр йәй шулай үтә. Һыра өсөн әсәләренән аҡса һығалар. Хәйер, Әнисә менән Йыһаннур ғына улай түгелдәр. Ә теге күпселек уларға мыҫҡыллап ҡараған була. Ә мин? “Һәр кем үҙ яҙмышын үҙе хәл итә, ғүмереңде егеттәр артынан сабып, героин ҡаҙап үткәрәһеңме, әллә киләсәгеңде хәҙерге көндән хәстәрләйһеңме – бөтә үҙеңдән.” Был осраҡта ла Саша менән килешмәй булмай. Минең тағы ла тороп йүгергем килә. Тик һаҙға сумыр өсөн түгел, ә киләсәгемә ашығып йүгерергә теләйем. Дөрөҫ, ауыл ҡала түгел, унда үҙеңде табыу өсөн мөмкинлектәр аҙ. Тик ҡайһы берәүҙәр шул мөмкинлекте лә әрәм итмәйҙәр бит. Ошо уйҙар миңә бынан ике ай элек кенә килмәйҙәр ине бит. Йыуан, төҙ ҡарағайҙар араһында йөрөйөм, ылыҫ шауын тыңлайым. Һауала саф сайыр еҫе аңҡый. Был еҫтең һауыҡтырыу көсөнә әле килеп ышандым, күңелемде уңалта ул еҫ. Ара–тирә күк еләк һабаҡтары осрай. Еләктәрҙе йыйып ауыҙыма оҙатам. Йыһаннур хәҙер мине күҙәтмәй. Шулай ҙа уның йыраҡ түгеллеген тоям. Йөрөй торғас, бер соҡор ситенә килеп сыҡтым. Ул бер яҡтан текә, икенсе яҡтан һөҙәк кенә. Ә соҡорҙа ылыҫтар менән нимәлер ябып ҡуйылған. Мин йүгереп төштөм дә ҡараным – был мотоцикл ине. Йыһаннурҙыҡы. Бына ҡайҙан икән өҙлөкһөҙ килеп торған ҡаймаҡ, йомортҡа һәм башҡалар…
Көндәр уҙа тора. Мин ныҡлап һауыға башланым. Аппетитым яҡшы. Тәнгә көс ҡуна. Әкренләп шартлама еләк, ҡарағат бешә. Йыһаннур мине һаҙ яғына ҡарағат сүпләргә алып бара. Үҙе ҡайҙандыр еләк тә йыйып килтерә. Сәйгә мәтрүшкә һалабыҙ. Мәтрүшкә еҫе әсәйемде иҫкә төшөрҙө. Ҡыҙыҡ, хәс тә йырҙағы кеүек. Әсәй… Күпме ваҡыт үтеп, һине яңы иҫкә төшөрәм. Ҡәһәрле ағыу минең йөрәгемдән иң ҡәҙерле кешемде ҡыҫырыҡлап сығарған. Әсәкәйем! Ни эшләйһең һин хәҙер? Бер үҙеңә бик ауырҙыр, атайым һиңә хәҙер таяныс түгел инде. Ҡустымды кем ҡарайҙыр. Иҫәпһеҙ–һанһыҙ мең төрлө эш менән онотолоп йүгерәһең. Нығыраҡ арыйһың, нығыраҡ борсолаһың, сөнки яныңда мин юҡ. Бер үҙең генә бесән эшләп интегәһең инде. Fазаплы уйҙар зиһенемде бырауларға кереште. Ябай кешегә хас булған ошо ғазаплы уйҙар ҙа ул тормош икәненә төшөндөм. Һуңғы ваҡыт Йыһаннурҙың йөҙө асылып китте. Уның менән усаҡ янында еләкләп сәй эсәбеҙ. Егеттең сырайы яҡтырҙы, әкренләп һүҙсәнләнде. Шул тиклем матур йәйге эңер. Тауыш юҡ. Ҡарағайҙар мөһаббәт олондарын һуҙып тынып ҡалғандар. Беҙҙең донъя – бәләкәй генә күк ярсығы, өлкән ҡарағайҙар, ҡырҡ–илле аҙымда кескәй шишмә. Урманда хәҙер ҡоштар тынған. Йәй башы кеүек сыр–сыу килеп тормай. Ҡоштар хәҙер бала тәрбиәләйҙәр, эштәре күп. Ара–тирә осраған ҡуян, төлкөләр беҙҙе танып бөттөләр буғай инде. Тәрбиәсем оҙонса, үткер күҙҙәрен ҡыҫып көйрәп ятҡан күмерҙәргә текләгән. Һауала серәкәйҙәр әрһеҙләшеп безелдәй, әйткәндәй, улар беҙгә яҡын да килмәйҙәр. Хәстәрлекле Йыһаннур уларҙың да дауаһын табып килтереп ҡуйған.
-Ниҙер әйтергә теләйһеңдер буғай,– ти ул.
-Әллә нәмә юҡ та,– тигән булам мин,– һин имтихандарға әҙерләнмәйһеңме был арала?
-Дәреслектәрҙе ятлап бөткәнмен,– ти егет. – Бөгөндән бирергә була.
-Мин һине тотҡон итеп ятам,– тим мин.
-Не бывает худо без добра,– ти Йыһаннур руссалап. – Һинең менән мин күпкә өйрәндем. Документтарымды медуниверситетҡа бирәсәкмен.
Уның асылып китеүе миңә рәхәт.
-Йыһан, һин нисек уйлайһың, мин нимәгә һәләтлемен икән? Үҙем дә белмәйем.
-Ә мин беләм,– ти дуҫым.– Кем һуң әҙәбиәттән олимпиадаларҙа ҡатнашып гел яҡшы урындар яулай торғайны?
-Минең уҡытыусы булғым килмәй,– тим мин бала кеүек киреләнеп.
-Кем һине уҡытыусы бул ти. Һинән шәп журналистка сығасаҡ. Район гәзитендә лә класташтарың хаҡында мәҡәләләреңде бик оҡшата инем.
-Был бит ысынлап та шулай,– мин шатланып ҡысҡырып ебәрәм. – Тик миңә лә быйыл 9 синыф өсөн имтихандар бирергә кәрәк бит. Шунһыҙ күсермәҫтәр ҙә.
-Әлбиттә, бирәсәкһең,– Йыһаннур йәнләнеп китә. – Һин яҡшы уҡыйһың бит. Күҙ алдыңа килтер. Ун йыл үтеп киткән. Билдәле докторҙан сибәр, һәләтле тележурналистка интервью алырға килгән. Докторҙың яңы асыштарын тиҙерәк халыҡҡа еткерергә уйлай.
Ул ҡыҙыҡ ҡына итеп етди докторҙы һәм теле–телгә йоҡмаған журналистканы үсекләп күрһәтә. Икебеҙ ҙә урман яңғыратып көлөргә керешәбеҙ. Беҙгә бик күңелле. Мин йүнәлә барған һайын Йыһаннур ҙа асыла бара. Элек кенә күрмәй йөрөгәнмен. Ул ярайһы уҡ һылыу егет икән. Уның ҡарашында, йөҙөндә ниндәйҙер эске нур бар. Кәйефе яҡшы саҡта шул нур бермә–бер артып китә.
Яңаҡтарында гөлт итеп нур ҡабына. Ҡаштары ниндәй ҡуйы, ҡыйғас – ҡара бәрхәт кеүек, керпектәренә ҡыҙҙар көнләшерлек. Шешмәгерәк ҡабаҡтары аҫтында оҙонса күҙҙәр утлы, көйҙөрөп ала. Тура танаулы, нескәрәк ирендәре лә йөҙөнә күркәмлек бирә. Унда грек статуяларындағы һыҙаттар бар. Минең текләп ултырыуымдан ул һиҙелер–һиҙелмәҫ ҡыҙара төшә. Мин Йыһаннурҙы ярата аламмы? – тип һорау бирәм үҙемә. Ә ниңә, ул ғашиҡ булмаҫлыҡ түгел. Әнисә тиккә генә иҫе китеп йөрөмәй икән.
-Нуур,– тип һуҙам мин,– ә ҡасан ҡайтырбыҙ? Кешеләр, әсәйем һағындырҙы бит.
-Оҙаҡламай,– ти Нур, эсенән ниҙер уйлап, һанап ала. Атайым бесәнгә көтә инде ул,– тип ҡуя.
-Минең әсәйем дә, бахырҡай, бер үҙе өҙгөләнер инде.
-Э–эй,– тип һуҙып ҡуйҙы Нур ниҙер әйтеп бөтөрмәй. – Әйҙә, йоҡлайыҡ,– ти егет кинәт дорфа ғына итеп. – Иртәгә эш бар.
Мин атайымдың икенсе ҡатынға китеүен аҙаҡ ҡына беләсәкмен. “Ниндәй эш бар?”– тип һорап торманым.
Усаҡҡа эре, сей ботаҡтар ырғытабыҙ. Әйҙә, серәкәйҙәрҙе ҡурҡытһын төтөн. Икебеҙ ҙә үҙ мөйөшөбөҙгә урын хәстәрләйбеҙ. Йоҡларға ятҡас та Йыһаннур тигеҙ итеп тын алып шунда уҡ йоҡлап китте. Мин уйланып ятам. Ҡара урман уртаһында бәләкәй генә палатка. Шунда йәнәш тиерлек егет менән ҡыҙ. Ә Нур миңә яңылыш ҡына ла ниндәйҙер мәғәнә менән ҡул һуҙмай. Бысранып, ҡоҫоп ятҡандағы йыуындырыуҙары, ҡарауҙaры, мине һауыҡтырыу өсөн мунса индереүҙәре һаналмай. Унда мин бер мәхлүк инем, әҙәм түгел инем.
Йәшлек үҙенекен итте. Ун–ун биш көн эсендә мин йүнәлеп киттем. Дөрөҫ, элеккенән ябығыраҡмын. Руслан иҫемә төштө. Был юлы мин битараф ҡалдым. Йөрәгем өҙгөләнеп, тәнем янып китмәне. Ниндәйҙер ытырғаныу хисе күңелде болғандырып ҡуйҙы. Шул ваҡыт уның үлеүе тураһындағы хәбәргә лә ышандым. Ул мине яратмаған. Яратырға һәләтле түгел ул. Минең менән генә түгел, Дилә менән дә аралашҡан, уны ла үҙенең ауына эләктергән. Хәйер, ул үҙе атлығып тора ине. Дөрөҫ, мин Русланға оҡшағанмын. Топ–моделдәр ары торһон, ти ине бит. Уны Печорин менән сағыштырҙым. Уның:“Сәскәнең хуш еҫен тулғансы еҫкәргә лә, аяҡ аҫтына ташларға”,– тигән фекере зиһенемде яҡтыртты. Руслан хәҙерге заман Печорины. Үҙенең маҡсатына тиҙерәк ирешеү өсөн ул миңә наркотик эсергән, тарттырған булып сыға.
Әгәр Йыһаннур булмаһа? Ул ярҙам ҡулын һуҙмаһа? Уйлауы ла ҡурҡыныс. Ун алты йәштә үлеп ятыу ниндәй мәғәнәһеҙлек булыр ине.Шулай уйлана торғас, йоҡлап киткәнемде һиҙмәй ҡалғанмын.
-Йоҡо ҡапсығы, тор,– тип уята мине Йыһаннур. Уның тауышы көр, сағыу, кәйефе яҡшы. Ҡояш байтаҡ күтәрелгән. Көн еләҫ кенә. Зәңгәр күктә аҡ болоттар аға, әле ҡояшты ҡаплап еләҫләндерәләр, әле ҡояш йылмая. Артыҡ эҫе булмаҫ.Беҙ гимнастика яһайбыҙ, тәкмәс атынабыҙ. Йыһаннур әйтмешләй, ЗОЖ менән йәшәйбеҙ.
-Бөгөн походҡа барабыҙ,– ти дуҫым. Беҙ ашығып ашайбыҙ… Аҙыҡ–түлекте йыйыштырып, ағас башына эләбеҙ. Мин палаткалағы урын әйберҙәрен йәһәтләп йыйыштырып ҡуйҙым. Пакетты Йыһаннур тотоп алды. Ашыҡмай ғына һуҡмаҡ буйлап китеп барабыҙ. Ул алдан бара, мин арттан төшөп алдым. Йыһаннур артынан шулай уйһыҙ ниһеҙ барыуы рәхәт. Оҙаҡ айҙар буйы арыған йәнем–тәнем ял итә. Йыраҡта һаҡаулана башлаған кәкүк саҡырыуы ишетелеп ҡуя. Тирә–яҡта урмандың серле тормошо ҡайнай, һәр бөжәге, ваҡ йәнлеге үҙ эшендә. Ағас башында етеҙ тейендең ерән кәүҙәһе күренеп ҡала.Тора–бара һуҡмаҡ юғалды. Мин батҡан һаҙлыҡты урап үтеп, байтаҡ ҡына барҙыҡ. Урман йәмһеҙләнеп, ҡараңғы һәм шомло булып та ала. Шулай бара торғас, алдыбыҙҙа нурланып ҙур аҡлан күренде. Һирәк урман үҫемлектәре ҡуйы матур үләнлек менән алмашынды. Бөткөһөҙ сәскәләр донъяһына килеп сыҡтыҡ. Бөжәктәр геүләп тора. Бында үҙенә башҡа донъя, еҫе лә, һауаһы ла башҡа. Иркенлек, асыҡлыҡ ныҡ һағындырған. Йыһаннур бал ҡорттарының дәррәү геүелдәүҙәренә ҡарап лады ла:
-Яҡында ғына солоҡ бар, буғай,– тип ҡуйҙы.
Ҡояш шаҡтай юғары күтәрелгән инде. Ваҡыт төшкә яҡын. Аҡландың йылы, ҡоро һауаһы танһыҡ. Теге баштараҡ һерәйеп ҡая тора. Бер алпамыша китеп барғанда ташлап киткән таш киҫәге төҫлө ул. Урман, урман һәм һерәйгән, кәбән төҫлө таш-тау. Киҫеп ҡуйғандай шыма таш битле, икенсе яҡтан бер аҙ һөҙәгерәк, үләнлерәк икән. Һөҙәк тигәс тә, барыбер, текә инде. “Был ниндәй тау һуң?” – тип һорап ҡуйҙым. Шунда уҡ тау башына менеп, тирә–яҡҡа күҙ һалғым килде.
-Был элек Тәңре тауы тип аталған,– ти дуҫым. – Бик борон бында йылына бер тапҡыр Тәңре төшә тип уйлағандар. Тау башына менеп ҡорбан салғандар һәм ҡалдыра торған булғандар. Ҡорбан ите таң атыуға юҡ була торған булған. Хәҙер исеме үҙгәргән инде. “Кәбән тау” тиҙәр.
-Менәбеҙме?
-Хәлең етәме һуң? – Йыһаннур миңә тура итеп, тишеп ҡарай. Күҙ алмаларының тәрәнлегендә миңә ят осҡон баҙлай. Нисектер сит булған төҫлө булып та китә. Шунда ғына уның миңә ни тиклем яҡын икәнен, уға ныҡ эҫенеүемде тойҙом. Тиккә генә алып килмәгән ул мине, шуны төшөндөм. Миңә әллә нисек күңелһеҙ булып китте. Ниҙер һиҙемләүҙән эсем өҙөлгәндәй. Беҙ тауҙың һөҙәгерәк өлөшөнә ыңғайланыҡ. -Әйҙә, тау артылыр алдынан нығынып алайыҡ, шунһыҙ көсөң етмәҫ.
Үләнгә ултырып тамаҡ ялғарға керештек. Йомортҡа менән икмәк шундай тәмле тойолдо. Һалҡынса сәй менән нығытып ҡуйҙыҡ. Пакетты шунда ятҡан таш өҫтөндә ҡалдырып, тауға әкренләп артыла башланыҡ. Бынан да шаҡтай текә икән әле. Ун– ун биш аҙым һайын тигәндәй хәл йыйып алабыҙ. Йыһаннур бау менән үҙенең биленән алып, минең билгә бәйләп ҡуйҙы. Йөҙ аҙымлап мендек. Түбән ҡараһам, башым әйләнеп китте. Саҡ ҡына һаҡһыҙ ҡыланһаң да түбән тәгәрәйәсәкһең. Менгән һайын һауа еләҫләнә бара, ел сәстәрҙе туҙҙыра. Текә тау хәлде ала. Мин арыным. Саҡ ҡына яҫыраҡ урын күреп хәл йыйырға ултырҙыҡ. Ел ҡаты тау үләндәрен елберләтә. Ҡулды киҫеп алып барған үләндәргә йәбешеп көскә ултырам. Аҫҡа оҙаҡ ҡараһаң, тәгәрәп төшөп китерһең һымаҡ. Урман инде түбәндә. Тағы ҡуҙғалып киттек. Был юлы йылдамыраҡ ҡыймылданыҡ. Әллә икенсе һулыш асылды. Инде ял итмәй ҡыҙыу ғына менеп еттек. Ҡая өҫтө ҙур түгел. Өҫтө, ысынлап та, кәбән өҫтө һымағыраҡ, йомро. Менеп еткәс, хәл алһындар тигән һымаҡ, оло ике таш ята. Был таштарҙың өҫтөн ел–ямғырҙар ашап тишкеләп бөтөргән. Ҡыҙыу менгәс, йөрәк дөпөлдәп китте. Йәнә лә ултырып хәл йыйҙыҡ, һулыштарҙы тигеҙләнек. Таштар ҡояш нурына йылынған. Шул таштарға йәбешеп кенә тигәндәй ултырабыҙ, бейеклеккә өйрәнергә тырышабыҙ. Ике айҙан ашыу урман эсендә йәшәгән кешеләргә был киңлек һәм бейеклек ярһытҡыс тәьҫир итә. Минең инде ҡанат йәйеп осоп киткем килде, тик ҡанаттар ғына юҡ. Урман өҫтө һыу кеүек сайҡала, ағас баштарынан эре генә тулҡындар йүгереп ала. Үҙенә хас шаулау ҙа диңгеҙ шауы һымаҡ тойола. Диңгеҙҙе күрмәһәң дә, шулай шаулайҙыр һымаҡ. Алыҫтараҡ, күкһел томан артында, ҙур ғына ауыл күренә. Унан алыҫыраҡтары бөтөнләй томан араһында ята, айырырлыҡ түгел.
-Ниндәй ауыл ул? – Мин Йыһаннурға һораулы ҡарайым.
-Святослав ауылы,– ти дуҫым.
Бына беҙ ҡайһы яҡта икән! Был урыҫ ауылы ҡалын урмандар араһында ултыра, беҙҙән туп–тура төньяҡта, егерме биш километр. Бында Йыһаннурҙың апаһы менән еҙнәһе йәшәй. Апаһы – әсәһенең һеңлеһе була инде. Йыһаннурҙың ҡайҙан аҙыҡ–түлек ташығаны аңлашылды.
Уларҙың шул тиклем йомарт һәм кешелекле булыуҙарына хайран ҡалырлыҡ. Әкрен генә егеткә күҙ һалам. Уның тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡҡан. Ҡуңыр биттәренә ҡуйы ҡыҙыллыҡ йүгергән, янып торған күҙҙәре айырыуса матур күренә, танау япраҡтары эске ярһыуҙан киңәйеп киткән. Үҙем дә һиҙмәҫтән мин уға һоҡланып ҡарайым.
-Оҡшаймы бейеклек? – тип һорай ул.
-Мин бындай бейеклеккә өйрәнмәгәнмен әле,– тим.
-Ә мин тауға артылырға яратам. Күпме киңлек, матурлыҡ асыла күҙ алдында.
Егет күҙҙәрен ялтыратып алыҫҡа һоҡланып ҡарай, күкрәген тултырып һулыш ала. Үҙемдә уға ҡарата тәрән бер тойғо тыуа барыуын һиҙәм. Дөрөҫөрәге, был хис баштан уҡ тоҡанып, хәҙер ҙурая, үҫә бара. Руслан, әйтерһең, тормошомда булмаған, булһа ла китте. Әйтерһең, мин гел Йыһаннур янында булғанмын, гел уның менән бергәмен. Тик лайыҡлымы мин ошондай егеткә? Әсенеүле тойғо йөрәкте әсеттереп һыҙып үтә. Был хистәрем йөҙөмә сыҡтымы, егет миңә ялт ҡына боролоп ҡараны.
-Урман, урман, беҙ һинең менән хушлашырға килдек! – тип ҡысҡырып ебәрҙе ул.
-Эйе, эйе, хуш, урман,– мин, әйтерһең, уның менән һөйләшеп ҡуйғанмын.
-Һин бөтә аңлап тораһың,– тип ҡуя дуҫым ҡәҙимге тауыш менән. – Үҙеңә тулыһынса ышанаһыңмы? – тип һорап ҡуя ул кинәттән. Егет оҙаҡ һуҙмай, сурытмай туранан яра.
-Эйе, мин үҙемә ышанам. Мин яңынан тыуҙым.
Йыһаннур миңә һынап ҡарай.
-Хатта айырылышырға тура килһә ләме?
-Нисек айырылышырға? – Мин аптырап китәм.
Егет, нисек кенә әйтергә икән, тигән төҫлө уйлана, ҡаштары йыйырыла.
-Мин ҡайтҡас та бөтә фәндәрҙән имтихан бирәсәкмен. Дөрөҫ, быйыл мин вузға һуңланым. Ләкин ауылда ҡалмай, ҡайҙандыр шул медуниверситетҡа яҡын ерҙә эш эҙләргә, алдан таныша торорға кәрәк. Минең унда уҡыған дуҫым бар. Шуға яҡын булырға кәрәк.
Минең асыуым килеп китә, үпкәләйем. Тик хаҡым бармы һуң?
-Йыһаннур, һин мине яратмайһыңмы ни?
Ул өндәшмәй. Мине йәнә үсегеү хисе биләп ала. Мин ситкә атлайым, ләкин бау мине ебәрмәй.
-Ана шундайһың бит һин,– тип ҡысҡырып ебәрә егет.– Шундай ҡылыҡтарың менән мине үҙеңдән этәрәһең, мине гел һағайып ҡына торорға мәжбүр итәһең. Ир–егеттәрҙе күккә, бейеккә әйҙәмәйһең һин. Холҡоң кешене гел аҫҡа һөйрәй. Аҙағын–артын һис ҡасан да уйлап тормайһың. Минең һөйгәнем күккә, бейеккә әйҙәргә тейеш. Әле килеп шуны аңланым. Ә һин… гел упҡын ситендә. – Уның тауышына әрнеү бәреп сыҡты.– Әҙ генә лә үҙгәртә алмағанмын бит.
Миңә оят, ҡыйын. Шул уҡ ваҡытта намыҫланыу, һуңлап булһа ла, ғорурлыҡ хисе биләп ала.
-Харап инде, Әнисә менән һеҙ генә кеше. Маҡсатлы, ғорур. Һеҙгә үс итеп, мин йәшәрмен, уҡырмын, ҙур кеше булырмын. Минең ваҡытым бар әле. Ун берҙе миҙалға бөтөрөрмөн. Һеҙгә генә тимәгән. Үс итеп, үс итеп… Һеҙҙе лә уҙып китермен. Мин Әнисә кеүек ҡара тырыш булмайса ла яҡшы уҡый инем.
-Бына был Сулпан миңә оҡшай,– тип ҡысҡыра Йыһаннур.– Әйҙә, миңә үс итеп булһа ла алға бар. Үсек, әйҙә, үсек.
Ул ярһыны, кинәт мине ҡыҫып ҡосаҡланы, ҡалтыранған ирендәре менән минең ирендәремә ҡағылды. Йөҙө, ирендәре - ут, ә ҡулдары һалҡын ине уның. Йөрәге күкрәген ватып сығып килгән төҫлө тибә. Ул нисек тиҙ ҡосаҡлап алһа, шулай тиҙ ысҡындырҙы. Артына боролдо ла ергә тубыҡланды. Яурындары һелкенде. Тауышһыҙ ғына үкһей ине ул. Нисә ай буйы көсөргәнештә йәшәп, әле килеп күңел тетрәнеүе кисерә ине ул. Илаһын, бушаныр. Мин уны йыуатманым. Ул йыуатыуға мохтаж түгел.
-Эй, бейек ҡая, киң урмандар, яҡты ҡояш! Мин ант итәм һеҙҙең алда. Бөгөндән һуң Йыһаннур тигән бейеклек өсөн көрәшкә сығам. Сығам. Шул бейеклеккә тиң буласаҡмын. Ышан миңә, урман, ышан! Ышан, урман!
Тәскирә ДАЯНОВА.
Читайте нас: