Шоңҡар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Февраль 2021, 21:30

15 йәшлек үҫмерҙе хөкөм итәләр

Етмәһә, газ пистолеты менән ҡурҡытып...

Өфөлә 15 йәшлек үҫмерҙе терроризм тураһында ялған мәғлүмәт таратҡаны өсөн хөкөм итәләр. Былтыр августа ул балалар дауаханаһында дауаланып ятҡанда берәүҙең телефонынан учреждениеға мина һалыуҙары тураһында хәбәр итә. Ошо уҡ үҫмер октябрь айында Беренсе май урамындағы кеҫә телефондары магазинына килеп, һатыусыны газ пистолет менән ҡурҡытып, дүрт кеҫә телефонын алып ҡаса. Урамда ҡулына пистолет һәм телефондар тотҡан үҫмергә берәү иғтибар итә. Енәйәтсе үҙенең ғәйебен таныған. Енәйәт эше тикшереү өсөн судҡа йүнәлтелгән.
Читайте нас в