Мәскәүҙә Рәсәй халыҡтары йортонда Башҡорт федераль автономияһының үҙенең офисы барлыҡҡа килде. 19 февралдә Рәсәй халыҡтары йортоноң директоры Андрей Березин, уның урынбаҫары Евгений Соловьев менән Рәсәй башҡорттарының Федераль милли-мәҙәни автономияһының башҡарма директоры Искәндәр Юлдашев ҡатнашлығында осрашыу үтте. Унда 2021 йылда милләт-ара проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса саралар планы билдәләнде.
– Үҙебеҙҙең офис булыу беҙгә һөҙөмтәле эшләргә, Мәскәү һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге башҡорттар менән йышыраҡ осрашырға, дөйөм мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирәсәк, – ти Искәндәр Юлдашев. – Беҙҙең ҡарамаҡта конференция залы бирелә, унда төрлө сараларҙы ойоштороу өсөн мөмкинлек буласаҡ.