Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Февраль 2021, 01:40

Шайморатов – ул ҡаһарманлыҡ өлгөһө

Тап ошо көндө, 1943 йылда, башҡорт халҡының батыр улдарының береһе Миңлеғәле Шайморатов Донбасс янында үткән ҡанлы алышта, 43 йәшендә генә, ҡаһармандарса һәләк була.

Бөгөн, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор, Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған “Ат уйнатып алдан бара” тип аталған спектакль ҡараны. Тамаша Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылды. Тап ошо көндө, 1943 йылда, башҡорт халҡының батыр улдарының береһе Миңлеғәле Шайморатов Донбасс янында үткән ҡанлы алышта, 43 йәшендә генә, ҡаһармандарса һәләк була.
Спектакль тарихи факттарға таянып, шул ваҡытта башҡарылған йыр-моң, бейеү менән үрелеп барҙы, төп геройҙың һәм уның менән һуғышҡан яугирҙарҙың яҙмыштарын да тулыһынса аса алды. Ҡуйыусы режиссер Хөрмәтулла Үтәшев һәм һәләтле театр артистарының тырышлығы менән залдағы тамашасы шул ваҡытҡа ҡайтып ураны.
“Шайморатов – минең өсөн ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Әгәр ҙә ул яугирҙары менән күрәләтә утҡа ташланмаһа, бәлки, иҫән дә ҡалыр ине. Луганскта уның исеме алдында әле лә баш эйәләр. Хөрмәтулла Үтәшевҡа, артистарға, барлыҡ театр хеҙмәткәрҙәренә матур, фәһемле спектакль күрһәткәндәре өсөн оло рәхмәтемде белдерәм”, - тине Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
Читайте нас: