Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль 2021, 21:25

Буласаҡ улына исемде алтынсы класта уҡығанда уҡ һайлай

Йырсы, бик күп сценарийҙар авторы, режиссер, юмор оҫтаһы, алып барыусы, кейеҙсе Зилә Лира тормошонан ун ваҡиға.#Билдәлешәхестәртормошонанунваҡиға

  1. Күптәр уны Бөрйәндә тыуып үҫкән тип уйлайҙар. Тик ул Бөрйәндең үгәй ҡыҙы - әсәһенә эйәреп бара. Ә тыуған районы - Белорет. “Шуға, ҡайҙанһың тип һораһалар, нимә әйтергә белмәй, аптырап ҡалам. Бала сағымдың бер өлөшө Белоретта һәм шул райондың Ҡаһарман ауылында үтһә, икенсе өлөшө Бөрйән районының Мәһәҙи ауылында үтте. Уҡыуға Мәһәҙи башланғыс мәктәбенә барҙым. Өсөнсө-дүртенсе кластарҙы Белорет районының Ҡаһарман ауылында уҡыным. Бишенсе кластан һигеҙҙе бөткәнсе Байназар урта мәктәбендә белем алдым. Бөрйән мине бер ваҡытта ла үгәйһетмәне. Ике районды ла ныҡ яратам”, - ти ул.
  2. Бәләкәйҙән йырларға, бейергә ярата. Шулай уҡ фортепианола, мандолинала уйнай белә. Бер аҙ баян-гармунда ла һупалай.
  3. Башланғыс класта уҡығанда уҡ бәйләргә өйрәнә - тегеү, бәйләү, сигеү, кейеҙ баҫыу яратҡан шөғөлдәре. Һүрәтте лә матур төшөрә, хатта художество мәктәбен бөттөңмө тип, унан һораусылар ҙа күп.
  4. Һигеҙенсе класты тамамлағас, Мәскәүгә, цирк артистары әҙерләй торған училищеға уҡырға бара. Беренсе профессияһы спорт менән бәйле. Тик бөтмәҫ-төкәнмәҫ травмаларҙан ялҡып цирк сәнғәте менән айырым барыуҙы хуп күрә ул саҡта. Һуңынан Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумында, хор бүлеген тамамлай (академик хор етәксеһе һөнәрен алып сыға). Юғары белемде Башҡорт дәүләт университетында ала. Университетта ғәрәп телен өйрәнә. Шулай уҡ, үҙ-аллы төрки телдәрҙе өйрәнә, һәм сыуаш теленән башҡаларын ярайһы ғына аңлай. Күбеһендә яҡшы аралаша ала. Сыуаш телен өйрәнеүгә лә ныҡлап тотонорға уйы бар.
  5. Күптәр Зилә Лираны йырсы булараҡ белә. Әммә ләкин ул хореография менән дә таныш - Мәскәүҙә, цирковойҙа алған һөнәрҙәренең береһе. Хатта үҙе ҡуйған бер-нисә бейеүе лә бар.
  6. Стәрлетамаҡта йәшәгән йылдарҙа, ун йылға яҡын, ҡалала үткән бик күп концерттарҙың, барлыҡ башҡорт конкурстарының (“Һылыуҡай”, “Урал бөркөтө”, “Йәшлек-шоу”, “Халҡым моңо” һ.б.) алып барыусыһы ла, сценарий авторы ла, режиссеры ла була.
  7. Юмористик монологтар яҙа һәм уларҙы сәхнәнән һөйләй. Беренсе монологты Мәскәүҙә уҡығанда, 16 йәшендә ижад итә. Ул уҡыған училищены билдәле юмор оҫталары Хазанов, Шифриндар тамамлаған.
  8. Кино сәнғәте менән дә ҡыҙыҡһына. 2019-сы йылда Булат Йосоповтың кино мәктәбендә уҡый һәм "Ишара" тип аталған ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрөүгә өлгәшә.
  9. Улының исемен (билдәле йырсы Ян Лира) алтынсы класта уҡығанда уҡ, "Четыре танкиста и собака" фильмын ҡарағандан һуң, һайлай. Поляк егетенең исемен һайлағанғамы, яҙмышы ла поляк егете менән бәйләнә. Был хәлгә үҙе лә аптырай.
  10. Алға ҡуйылған пландары, маҡсаттары күп Зилә Лираның. Шуларҙың береһе, халҡыбыҙҙың боронғо ашыҡ уйынын тергеҙеү. Әлеге көндә ҡыҙҙар уйнай торған "Биш ашыҡ" (йәки "Биш таш" тип йөрөтөлә) уйынын ҡатын-ҡыҙҙарға өйрәтә ул.
  11. Читайте нас: