Шоңҡар
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль 2021, 21:45

Исемеңдә серле мәғәнә бар

Бөгөн Башҡортостан радиоһының тәүге дикторҙарының береһе, Башҡортостан республикаһының халыҡ артисы Лира Фәйзуллинаға 85 йәш. Ул Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуа. 1956 йылда дикторҙар кокурсында еңеп сыға. Тиҙҙән уның тауышы радио аша Бөтә республикаға яңғырай башлай. Мәскәүҙә дикторҙар курсында белемен камиллаштыра. СССР дикторҙары – Юрий Левитан, Ольга Высоцкая, Людмила Кайгородоваларҙан һөнәр оҫталығына өйрәнә. Өфө сәнғәт училищеһында Гөлли Мөбәрәкова, Абдулла Ғиләжевтан һабаҡ ала. Рус телендәге тиҫтәләгән фильмдарҙы башҡортсаға тәржемәләүҙә ҡатнаша, 43 йылдан ашыу диктор булып эшләй. Бөгөн дә радио тапшырыуҙарын тыңлап бара, йәштәргә кәңәштәрен бирә.

Бөгөн Башҡортостан радиоһының тәүге дикторҙарының береһе, Башҡортостан республикаһының халыҡ артисы Лира Фәйзуллинаға - 85 йәш.
Ул Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуа. 1956 йылда дикторҙар конкурсында еңеп сыға. Тиҙҙән уның тауышы радио аша Бөтә республикаға яңғырай башлай. Мәскәүҙә дикторҙар курсында белемен камиллаштыра. СССР дикторҙары – Юрий Левитан, Ольга Высоцкая, Людмила Кайгородоваларҙан һөнәр оҫталығына өйрәнә. Өфө сәнғәт училищеһында Гөлли Мөбәрәкова, Абдулла Ғиләжевтан һабаҡ ала. Рус телендәге тиҫтәләгән фильмдарҙы башҡортсаға тәржемәләүҙә ҡатнаша, 43 йылдан ашыу диктор булып эшләй. Бөгөн дә радио тапшырыуҙарын тыңлап бара, йәштәргә кәңәштәрен бирә.
Гөлнур Яҡупова
Исемеңдә серле мәғәнә бар
Һуңғы ваҡытта тыуған ауылым мәшһүр Сәйетбабамдың күренекле ул һәм ҡыҙҙарына байтаҡ урын биреләсәк автобиографик эссе өҫтөндә эшләйем. Унда быйыл күркәм юбилейын билдәләгән абруйлы шәхесебеҙҙең, Башҡортостан радиоһы ветераны Лира Фәхри ҡыҙы Фәйзуллинаның образы ла бар. Әлегә бала сағым офоҡтары ғына байҡалған, шунан Лира апайға бәйле ҡыҫҡа ғына кәлимәләр индереп китәйемсе.

...Өләсәйемдең көнө намаҙҙан һәм радионы асып ебәреүҙән башлана. Стеналағы ҡара көләпә әҙерәк шытырлап тора ла яғымлы, саф яңғырашлы ҡатын-ҡыҙ тауышы менән: “Өфө һөйләй! Хәйерле иртә, иптәштәр!” – тип өндәшә. “Һиңә лә, балаҡай, һиңә лә, – ти өләсәйем көләпәгә ҡарап, ыңғайында миңә аңлатып та ҡуя, – бынан күренмәй, Өфөлә ул, беҙҙең Лира лаһа, ана, күрше Фәхри бабайыңдың ҡыҙы...”
...Өфөлә йәшәгән Рауза апайым, атайымдың бер туған һеңлеһе, отпускыға ҡайтҡанында иҫләп китте: “Лираны әйтәм, тауышы йырлап асылды бит уның. Апаһы Юнира менән колхоз эшенә йә еләккә, балан-муйылға киткәндә, уны өйҙә тыштан бикләп ҡалдыра инек. Бәләкәй ҙәһә әле. Йәлләйбеҙ үҙен, атаһы һары таңдан ба­ҫыу­ҙа, әсәһе сирле, түшәктә... Тышҡа сыҡҡас, нигеҙ буйына килеп йәшенәбеҙ ҙә тыңлайбыҙ: илармы икән? “Хәҙер тәҙрә тупһаһына менеп баҫа ла йырлай башлай ул”, – ти Юнира. Ысынлап та, күп тә үтмәй, ҡыҙ баланың нәҙек кенә тауыш менән көйләгәне ҡолаҡҡа салына, сорлап ҡына шишмә аҡҡандай. Ҡоштай ғына балала шундай моң булыр икән... Ҡыҙыҡай иламай, ә беҙҙең күҙҙәребеҙ йәшле. Етем ҡалырына шулай зарлымы икән?..”
...Шишмәгә һыуға төшһәм, апайҙар геү килеп һөйләшеп тора:
– Комсомол еле менән Ҡурған яҡтарына сиҙәмгә сығып киткәйне бер осор Лирабыҙ. Изба-читальняла эшләгән, агитбригада ойоштороп концерттар ҡуйып йөрөгән, ти.
– Барымы булғас, үгәй әсә ҡулында ла уҡып сыҡты унынсыны.
– Ҡойоп ҡуйған артистка, йырлаһа – йыры, һөйләһә – һүҙе!
– Әлдә ҡайтты, сителеп тороп ҡалманы, үҙебеҙҙән дә артмай Лирабыҙ. Ана, тауышы бөтә республикаға яңғырай.
– Их, беҙҙең ауылдыҡылар ауыҙ асып тороп ҡалды, Үтәк егете эләктерҙе ҡыҙы­быҙҙы. Бик матур йәшәйҙәр, ти.
– Нейә, үҙебеҙҙең райондыҡы лаһа, кейәүҙе әйтәм...
...Ә бер йәйҙә Сәйетбабала, Фәхри бабай диктор ҡыҙына үпкәләп йөрөй икән, тигән хәбәр таралды. Баҡһаң, Лира Фәйзуллина һауа торошон, көн аяҙ, ямғырһыҙ була, тип иғлан иткән дә, атаһы, күктә йөҙгән болот­тарға ҡарап та тормай, бакуйҙа ятҡан бе­сәнен йыйырға тип сабынлығына ашыҡҡан, күтәремләп бөттөм тигәндә шаулатып ямғыр яуған да ебәргән. Ни эшләһен, үҙ ҡыҙың да алдағас, хәҙер кемгә ышанырға инде, тип баш сайҡаған да күтәремдәрен еллә­тергә ҡабат таратып ҡайтҡан...
Былар – дөйөм һүҙгә әҙме-күпме ем-йүн бирерлек семтем хәтирәләр генә. Лира Фәхри ҡыҙының артабанғы тормошон мин үҙенән ишетеп тә, матбуғаттан уҡып та беләм. Ә шулай ҙа биографияһының бәғзе биттәре менән ваҡыт-ваҡыт ҡыҙыҡһынып, төпсөнөп алам, ауылымдың шундай абруйлы, һөйөклө ҡыҙы хаҡында бәйән итмәй ҡалмам даһа. Тыуған ауылдамы, Өфөләме осрашҡылап торабыҙ. Яңыраҡ юбилейы айҡанлы өйҙәренә лә барып сыҡтым. Улы Роберт Мәскәүҙән, ҡыҙы Ләйсән ғаиләләре менән килеп ҡотлап киткәндәр. Йөҙҙәре яҡты, күңелдәре түңәрәк Лира апай менән Рауил еҙнәнең. Уларҙың шулай күркәм олоғайыуҙарына ихлас ҡыуандым.
Яҙыусылығыма барып, башымда сюжет өмөт итеп һорауҙар ҡайнай башлағанын һиҙҙеме, еҙнә Лира апай менән нисек танышҡандарын һөйләй башланы:
– Омск ҡалаһында эшләп йөрөгән сағым. Ауылға ялға ҡайтҡайным, иртәгә тағы ки­тергә. Ҡапҡа тышындағы эскәмйәлә һа­ғышланып тальян гармунымды тартып ултыр­ған ерҙән кемдер хәбәр һалып китте, кисен клубта тансы була, гармуның менән кил, тип. Барҙым. Шым ғына көлөшөп, серләшеп торған ҡыҙҙарға ҡараш ташланым. Араларында бер яты күҙгә салынды. Тальянымда бейеү көйҙәрен уйнай башланым. Үҙем шыпырт ҡына теге ҡыҙҙы күҙәтәм. Эргәһендә үҫмер ҡыҙ бөтөрөлә, күрше Ғиззәт бабайҙарҙың ейәнсәре ләһә, шуларға ҡунаҡҡа килдеме икән? Ул да булмай, кемдер ҡунаҡ ҡыҙҙы бейергә әйҙәне, ул инәлтеп торманы, күбәләктәй өйөрөлөп уртаға сыҡты ла өҙҙөрөп бейене лә һалды. Нисек танышып ҡалырға икән бының менән, их, иртүк юлға сығырға бит, тип әсенеп ҡуй­ҙым. Йәштәр тансы көйөн һорарға тотонғас, сиратты икенсе гармунсыға тапшырҙым да егеттәр тирәһенә барып, баяғы ҡыҙ тураһында һорашып алдым. Беҙҙең мәктәпкә пионервожатый булып эшкә килгән, Лира исемле, Ғиззәт бабай­ҙарға фатирға төшкән икән. Шунан мин уны вальсҡа саҡырҙым, көйҙө, ритмды һиҙгер тойоуына һоҡландым. Клубтан, күршелә йәшәгәс, бергә ҡайттыҡ. Ҡапҡа алдында оҙаҡ ҡына һөйләшеп торҙоҡ. Гармунымдың көйлө, көслө тауышына һоҡланғас, уның миңә атайымдың бер туған ҡустыһы Әхәт ағайымдан мираҫ булып ҡалған йәдкәр икәнен һөйләнем. Ҡыҫҡаһы, Лира менән һүҙҙәребеҙ беректе, күңелдәребеҙ ылыҡты. Хат яҙышырға килештек. Ә иртәгәһенә ул мине оло юлғаса оҙата сыҡты. Һәм мин унан яңы көй отоп алдым, бына ошо көйҙө...
Шулай тине лә Рауил еҙнә тальянын ҡулына алып уйнап ебәрҙе. Тәүге ноталарынан уҡ таныным – “Оҙата барма”! Минең тиҫтерҙәрҙең дә яратҡан йыры ул. Ни генә тимә, тормош осрашыу һәм оҙатыуҙарҙан тора бит.
Лира апайҙың ҡайһы аралалыр бешерә һалған тәмле ваҡ бәлештәре менән сәй эсеп алғас, еҙнә, иркенләп һөйләшһендәр тиептер, йомош табып ҡалаға сығып китте. Ә минең телевизион шоуҙа ҡулланылған бер ҡыҙыҡ ҡына алым иҫкә төштө лә шуны уйнатырға булдым да киттем: Лира апай еҙнә менән тәүге осрашыуҙарын үҙе нисегерәк хәтерләр икән? Һүҙмә-һүҙ йәмәғәтенең һүҙҙәрен ҡабатланы, икеһенең дә йөрәгендә – бер үк яҙма!
...Өс йыл эшләй Лира Үтәк урта мәк­тәбендә. Өс йыл хатлашалар. Өс йыл ауыл иң сибәр егеттәренең береһенең йөрәген яулаған ҡыҙҙы күҙәтә: көтөрмө? Көтә! Ул арала мәктәп тормошон, мәҙәниәт усағын тағы ла дөрләтеберәк ебәрә, нәфис һүҙгә, йыр-бейеүгә оҫталығы, комсомол сарала­рының уртаһында йөрөүе, алсаҡлығы уны йәштәрҙең лидерына әйләндерә. Ҡурғанда алған ойоштороу эше таһылы, Өфөлә уҡығанда Профсоюздар һарайы хорында солистка булыуы, педучилище һабаҡтары ярап ҡала.
Һәм көтмәгәндә һәләтле ҡыҙҙың яҙмышы ҡырҡа боролош яһай. 1956 йылда район үҙәге Красноусолда үткән йыйылышта комсомол тормошо тураһында телмәр һөйләргә саҡыралар. Яҙғанына ҡарап та тормай, телдән ҡыйыу итеп сығыш яһай. Райком комсомолканың телмәрен хуплай, радиоға яҙҙыртырға Өфөгә ебәрә. Унда редакцияла ҡыҙҙың үҙенсәлекле тауыш тембрына, ҡаушамай һөйләүенә һоҡланалар, микрофон алдында тәү тапҡыр булыуына ҡара­маҫтан, логик баҫым, пауза, дөрөҫ артикуляция, таҙа дикция кеүек мотлаҡ талаптарҙы үтәргә ярҙам иткән тәбиғи интуицияһына иғтибар итәләр. Шиғыр уҡытып ҡарап, хис­тәр палитраһының, әҫәрҙең эске энерге­тикаһын тоя, тема йөкмәткеһен аса алырлыҡ һәләте барлығын һиҙемләйҙәр. Һөнәри оҫталыҡҡа махсус өйрәнһә, тәжрибәле уҡытыусылар менән шөғөлләнһә, ҡойоп ҡуйған диктор буласаҡ был ҡыҙ, тигән фекергә киләләр. Бына-бына телевидение асылырға тора, теле-радио дикторҙарына конкурс буласаҡ, бәйләнештә торайыҡ, тип артислыҡ, ижади мөхиткә эләгеү хаҡындағы хыялына ҡанат ҡуйып оҙатып ҡалалар.
Ниһайәт, ике йылдан Лира Фәйзуллинаны баш ҡалаға саҡырып хат килеп төшә. Конкурста әллә ни көсәнмәй генә еңә. Башҡорт­остан радиоһы дикторы булып китә, ул саҡта Өфө өсөн генә күрһәткән телевидениела ла эшләй. 1959 йылда телевидение ныҡлап асылғас, тағы конкурс уҙғарыла, Рәсимә Кәримова, Марат Рафиҡовтар менән бергә Лира Фәйзуллина ла үтә. Дилемма килеп тыуғас, ул радионы һайлай.
Ә артабан йәш ғаиләгә һынауҙар аша үтәһе, һөнәреңә тоғролоғоңдо иҫбатлайһы осор башлана. Баштан уҡ етди имтихан үткән хистәр, татыулыҡ ярҙамға килә. Лира апай театр техникумының актер оҫталығы бүлегендә уҡый башлай: диктор эше –иртәле-кисле, уҡыуы – көндөҙ. Иренең дә урта махсус техник белеме менән генә тороп ҡалғыһы килмәй, ул Башҡорт ауыл хужалығы институтының тракторҙар һәм автомобилдәр факультетына уҡырға инә.
“Рауилым үҙен ысын ғаилә башлығы итеп тоймаһа, һөнәремә ихтирам менән ҡарамаһа, яҙмыш һуҡмаҡтарында килеп тыуған ауырлыҡтарҙы еңеүе бик ауырға тура килер ине”, – тип хәтерләй ул йылдарҙы Лира Фәхри ҡыҙы. Күҙ алдына килә: ҡаланың алыҫ ҡына биҫтәһендә йәшәп, таңғы 5-тән тороп, ҡатыныңды тәүге трамғайға оҙатып ҡуйыу, киске тапшырыуҙарҙан һуң ҡаршы барып алыуҙар... Балаларҙы үҫтереү мәшәҡәттәре лә күберәк атай елкәһенә төшә. Әсә кеше, күп ҡырлы талант эйәһе, егәрле, тынғыһыҙ кеше булараҡ, диктор эше менән генә сикләнмәй, радиоспектакл­дәрҙә, телеспектаклдәрҙә лә ҡатнаша, коллективында йәмәғәт эштәренән дә баш тартмай. Танылған режиссер Әмир Аб­дразаҡов ҡуйған “Ашҡаҙар”, ”Туй” тамашалары кино таҫмаларында һаҡлана, уларҙа – Лира Фәйзуллинаның ҡабатланмаҫ моңло матур тауышы, йәшлеге, артислыҡ һәлә­тенең бер күренеше. Ә ҡулынан һалмай кейгән көмөш беләҙек – Дағстанда үткән телефестиваль иҫтәлеге. Республика телевидениеһы дикторы менән тура эфирҙа ҡатнашып, дуҫ илдең тамашасылары күңелен яулап, Рәсүл Ғамзатов кеүек шәхестәр менән танышып, ҡанатланып ҡайтҡан мәлдәр...
Тыумыштан бирелгән һәләт – ул әле сеймал ғына, уны ысын аҫылташ итеп ялтыратыр өсөн күп көс һалырға кәрәк. Быны ижад кешеләре яҡшы белә һәм уңышҡа ирешеүҙә таланттан тыш ныҡышмалылыҡ, сәм, эшеңә бәйле һәр тарафта туҡтауһыҙ камиллашыу мөһим, ти. Радио дикторына кәрәк сифаттар ошо тәңгәлдә нимәнән ғибәрәт һуң? Лира Фәхри ҡыҙы менән әңгәмәнән үҙем аңлағандарҙан тыш тағы күп кенә серҙәрен асыҡланым был яуаплы һөнәрҙең.
Халыҡта “тел сарлау” тигән һүҙ бар. Ҙур мәғәнә һалынған уға. Дикторға атап әйтелгән дә кеүек, уның теле көрмәлергә, тупаҫ­ланырға, һүҙ байлығы һайығырға тейеш түгел. Диктор Лира Фәхри ҡыҙының телен иң тәүҙә телгә һаҡсыл ҡарашлы, һүҙ бәҫен белгән сәйетбабалар сарлаған, әлбиттә. Беҙҙең Лирабыҙ диктор булып эшләгәс, радио башҡортса һөйләй башланы, тип тә маҡтанып алғылайҙар ине тәүге осорҙа. Нигеҙһеҙ үк түгел, ул йылдарҙа радиола күпселек туған теле татар булып, башҡорт телен өйрәнгән, белгән һәм асылда зыялы, талантлы кешеләр эшләгән, ә милли кадрҙар етешмәгән. Әммә әсә һөтө менән, ҡан илә һеңгән тел аһәңе, гендар аша тапшырылған артикуляция механизмы тигән төшөнсәне ҡайҙа ҡуяһың? Уның талаптары ҡаты һәм атҡарылышы күҙгә күренмәһә лә, ҡолаҡҡа бәреп, йөрәккә ҡаҡлығып тора лабаһа! Ә эфирҙың шундай бер сифаты бар: телмәр рәүешенең һәр ҡытыршылығын аса ла һала. Һүҙҙә баҫымды ғына ла дөрөҫ ҡуйманыңмы, орфоэпия ҡағиҙәләрен һанға һуҡманыңмы – бөттөң. Халыҡтың сос ҡола­ғы шунда уҡ тотоп ҡала!
Эйе, радио дикторы – ифрат та ҡатмар­лы, яуаплы һәм ижади һөнәр ул. Әлеге гармония тигәндән, алдыңда ниндәй текст ята, һин шуның йөкмәткеһен зиһенеңә, күңелеңә һеңдерергә, уға ярашлы интонация табырға, тауышыңды көйләргә, эмоциональ фон бирергә тейешһең. Юғиһә тыңлаусыны радиоалғыс алдында тота алмаясаҡһың, телевидениеныҡы кеүек мауыҡтырғыс сараларың юҡ бит, хатта рекламаны ла сюжетлы һүрәт итеп күрһәтә алмайһың. Берҙән-бер ҡоралың – тауыш! Тауышыңдың тәьҫири көсө менән идара итеү, тойғолар гаммаһын ҡуҙғатыу, һөйлә­гәнеңә ышандырыу, тыңлаусыны күреп тор­ғандай, уның зиһененә, бәғеренә үтеп инеү...
Бәғзе радиотапшырыуҙы, мәғлүмәте тос булһа ла, тыңлап бөтөргә түҙемлек етмәй. Тимәк, диктор маҡсатына ирешә алмай. Ә шундай тапшырыуҙар була, дикторҙың һөйләгәне күҙ алдында кино һымаҡ пәйҙә була, айырыла алмай тыңлайһың. Лира Фәйзуллина шундай дикторҙарҙан, сөнки ул ғүмер буйы һөнәренең асылына төшөнә, серҙәренә өйрәнә.
Мәскәүҙә атаҡлы Юрий Левитан, данлыҡлы диктор Ольга Высоцкаяларҙан оҫталыҡ дәрестәре, хәҙергесә мастер-класс, алырға насип була беҙҙең дикторға. Левитан дуҫтанә әңгәмәлә үҙенең бала сағын, тауышы көслө булған өсөн “торба” тип ҡуша­мат йәбештереүҙәрен, һуғыш осорондағы тапшырыуҙарҙы Уралда, Екатеринбургта алып барыуын һөйләй. Ошо уңайҙа радио дикторының, уның тауышының мөмкинлек­тәренең ниндәй көскә эйә булыуына Левитандан да уңышлыраҡ дәлил юҡ һымаҡ: ул совет һалдаттарына еңеүгә ышаныс биргән, алға әйҙәгән, ә дошмандарҙың рухын ҡаҡшатҡан – был тарихи факт. Юҡҡамы, Гитлер, еңә ҡалһа, иң беренсе­ләрҙән Левитанды язаларға хыялланған...
Үҙебеҙҙә иһә Лира Фәйзуллина нәфис һүҙ оҫталығына, образға инеү нескәлек­тәренә театр техникумында бөйөк артистар Гөлли Мөбәрәкова, Абдулла Ғиләжевтарҙан өйрәнгән. Ә инде тел байлығын үҙләштереү, ҡәҙерләү, орфоэпия ҡанундарын һанға һуғыу тәрбиәһен уға яҡташы, оло ғалим Жәлил Кейекбаев, уның менән аралашыу, ғилми хеҙмәттәрен уҡыу бирә.
Лира Фәхри ҡыҙы Фәйзуллинаның исеме илебеҙҙә киң билдәле. Ғүмерлек һөнәренә 40 йылдан ашыу тоғро хеҙмәт итә ул. Ә намыҫлы тырыш хеҙмәт баһаланмай ҡал­май. Халыҡ һөйөүенә бәрәбәр, дәүләтебеҙ ҙә танылған дикторҙы 1979 йылда “БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы”, 1993 йылда “Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы” тигән юғары исемдәр биреп ҙурланы.
...Лира апай менән һөйләшеп ултырыу үҙе бер ваҡиға, үҙе бер ғүмер икәнен аңлап торам. Әңгәмә әҙәбен боҙмаҫтан, арып китмәнеме тип уға күҙ һалам да тынысланам: әүәлге сафлығын юғалтмаған тауышы интонацияны тигеҙ тота, күҙҙәрендә осҡондар балҡый. Радионың бөгөнгөһө тураһында һүҙ сыҡҡас, ул шатланып, ғорурланып яңы быуын радиожурналистары, дикторҙары тураһында һөйләп алды. Айырыуса үҙенең уҡыусыһы, халыҡ артисы Әхәт Мортазинды, телмәр эстетикаһын, мәҙәниәтен һаҡлай, эфир тулҡындарында этика тигән төшөнсә барлығын һис онотмай, тип маҡтап телгә алды. Шул ыңғайҙа үҙе менән бер осорҙа эшләгән танылған диктор Ғәлинур Бикбулатовты ла хәтергә төшөрҙө. “Беҙҙең цехта сослоҡ та кәрәк ул, – тине лә ошо хәлде һөйләп бирҙе, – студияла ике тауышҡа радиопостановка уҡып ултыра инек, ут һүнде лә ҡуйҙы. Эфир тере, бәйләнеш бар, бүлмәлә ут ҡына юҡ. Бындай осраҡта юғалып ҡалырға һис ярамай, тексты хәтерҙә барлап һөйләүҙе дауам иттек, әлдә икебеҙҙең дә материал менән алдан таныша торған ғәҙәтебеҙ бар ине. Күп тә үтмәй, студияға яҡты бирҙеләр...”
Әлеге көндә радио дикторҙарына еңе­лерәктер, тип тә һорап ҡуйҙым. Байтаҡ ваҡыт пенсияла булһа ла, яратҡан һөнәренә иғтибарын, радио менән бәйләнешен юғалтмағанлығын аңланым. Бына нисек яуап бирҙе ул миңә:
– Бөгөнгө радиоэфир даирәһе – айырым бер донъя дикторҙарҙың, инженерҙарҙың, техниктарҙың, элемтәгә бәйле һәр кемдең намыҫлы хеҙмәт һөҙөмтәһе. Микрофонға әйтелгән һүҙ тыңлаусы ҡолағына барып еткәнсе ҡатмарлы технологик процестар аша үтә. “Радио” һүҙе латинсанан “нурҙар ебәрәм” тигәнде аңлата, йәғни радио һүҙ сәнғәте, мәғлүмәт, мәҙәниәт нуры тарата. Хәҙер инде беҙҙең һөнәр диктор тип аталмай, ә алып барыусы, радиожурналист тип йөрөтөлә. Беҙ заманында, нигеҙҙә, әҙер текст менән эш итһәк, хәҙергеләр интервью, репортаж, байтаҡ башҡа жанрҙарҙы ла үҙҙәре ойоштора һәм эфирға сығара. Минең­сә, был йәнлерәк тә, ҡыҙыҡлыраҡ та. Әлбит­тә, йәш коллегаларымдан яңы­лыҡтарҙан артта ҡалмау, аналитик фекерләү, эрудиция ла талап итә был үҙаллылыҡ.
...Радио! Эфир тулҡындары минең аңыма китап ғилеменән дә алдараҡ үтеп инде. Радио минең беренсе уҡытыусым, йәғни. Ул миңә Лира Фәхри ҡыҙы Фәйзуллина һымаҡ талантлы дикторҙары тауышы менән күпме ғәжәйеп тарихтар һөйләне, хикәйәләр, шиғырҙар аша фантазиямды үҫтерҙе, хыялдарыма ҡанат ҡуйҙы, донъя буйлап сәйә­хәт иттереп, ят ҡитғаларҙан мәғлүмәт етке­реп зиһен офоҡтарымды киңәйтте. Ә ар­ҙаҡ­лы ауыл­дашымдың матур яҙмышы кү­ңелдә шиғыр уятты: “Исемеңдә үк серле мә­ғә­нә бар, Лира – моң һәм илһам символы...”


Читайте нас в