Шоңҡар
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль 2021, 20:59

Ризат менән Зинира Рамаҙановтарҙың ғаиләһендә ...

Ҡыҙҙары Айгизә кем булырға теләй?

Зинира һәм Ризат Рамаҙановтарҙың ҡыҙҙары: «Атайым менән икебеҙ генә белә торған серҙәребеҙ бар»

"Һин, һин, һин тиеп" башта инстаграмда ултырыусыларҙы, шуның һуң тамашасыны шаҡ ҡатырҙы улар. Йырлағанда үҙен бик иркен тотһа ла, Зинира һәм Ризат Рамаҙановтарҙың ҡыҙҙары Айгизә яңыраҡ ҡына йырлай башлаған икән…
– Айгизә, үҙең турала һөйлә әле. Нимәләр менән шөғөлләнергә яратаһың?
– Мин Абдулла Алиш исемендәге гимназияла беренсе класста уҡыйым. Үҙ йәшемдәге башҡа балалар кеүек үк, бейергә, йырларға, ҡурсаҡтарым менән уйнарға яратам.
– Нисә йәштән йырлай башланың?
– Алты йәшемдә генә йыр менән ҡыҙыҡһына башланым. Миңә оҡшай!
– Атайың менән башҡарған дуэт бик күптәргә оҡшаны. Кем тәҡдим итте быны? Ҙур сәхнәгә беренсе сығыуың инеме?
– Беҙгә "Балалар премияһы"нда ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. Башта теләмәнем. Атай менән әсәйем: "Әйҙә, ҡыҙым, үҙеңде һынап ҡара әле", – тигәс, ризалаштым. Йырҙы бергә һайланыҡ. Ә оло сәхнәгә беренсе тапҡыр сығыуым ине.
– Сәхнәгә сыҡҡанда, һин бер ҙә тулҡынланмаған кеүек. Ысынлап та, шулай булдымы?
– Бик тулҡынландым, борсолдом, тик быны күрһәтмәҫкә тырыштым. Әсәйем менән көн-төн әҙерләндек, бейеүҙе лә оҙаҡлап өйрәндек. Һуңынан атайым: "Ҡаушағаның ҡулдарыңдан һиҙелде – минеке һамаҡ тирләп сыға икән", – тине.
– Атайың менән ысын дуҫ кеүек һин…
– Эйе, бик яҡын дуҫтар беҙ! Икебеҙ генә белә торған серҙәребеҙ ҙә бар.
– Ә әсәйеңдең ҙур ярҙамсыһы һин: туҡмасын да киҫәһең, салат та яһайһың. Аш-һыу бүлмәһендә хужабикә булыуы оҡшаймы һиңә?
– Бик оҡшай! Мин бәләкәй сағымдан уҡ аш-һыу бүлмәһендә. Өләсәйем ризыҡтар әҙерләгән саҡта, үҙ әргәһендә йөрөтә, мине лә өйрәтә ине. Хәҙер бик ҙур теләк менән әсәйемә ярҙам итәм.
– Киләсәктә атай-әсәйең кеүек йырсы булырға теләйһеңме?
– Әлегә йырсы булыу теләгем юҡ. Бәлки, кире уйлармын. Минең парикмахер булаһым килә.
– Тиҙҙән апай булаһың икән. Быны белгәс ҡыуандыңмы?
– Минән дә нығыраҡ ҡыуанған кеше булмағандыр! Шундай оло түҙемһеҙлек менән көтәм бәләкәсебеҙҙе. Магазиндарҙа йөрөгәндә лә уның тураһында онотмайым: күргән иң матур әйберҙәрҙе бәпескә алайыҡ, тим.
Читайте нас: