Өшөүҙең билдәләре: тәндең туңа башлаған урыны һиҙгерлеген юғалта. Ҡайһы ваҡытта ул сәнсеп, семеткеләп тә торорға мөмкин. Башта ул ағарып сыға, һуңынан ҡабарырға мөмкин. Өсөнсө дәрәжәләге өшөү ваҡытында иһә ул урын ҡара янып сыға. Бөтөн тән өшөгәндә кеше һиҙгерлеген юғалта башлай. Уның тәне һалҡыная, пульсы йышая, ҡан баҫымы төшә, тән температураһы 36 градустан түбән була.
ТЫЙЫЛА: өшөгән урынды ҡар менән ышҡырға, спирт менән ыуырға ла ярамай. Был осраҡта ҡан тамырҙарына зыян килеүе бар. Өшөгән урынды ҡайнар һыу ярҙамында йә иһә усаҡ янында тиҙ генә йылытырға маташыу ҙа – ҙур хата. Был ваҡыттан ҡан тамырҙарында тромб барлыҡҡа килеп, өшөгән тән икеләтә зыян күрәсәк.
БЕРЕНСЕ ЯРҘАМ: өшөгән кешене иң тәүҙә йылы урынға урынлаштырыу зарур. Туңған ерҙе яйлап ҡына йылытырға. Зыян күреүсегә күп итеп йылы һыу йәки сәй эсерергә лә онотмаҫҡа кәрәк. Өшөгән урындарҙың һиҙгерлеге яңынан барлыҡҡа килмәһә, тәнгә бармаҡ менән баҫып алғас, төҫө үҙгәрмәһә, кисекмәҫтән “Тиҙ ярҙам” саҡыртырға кәрәк.