Сибай үҙәк дауаханаһында төбәк ҡан тамырҙары үҙәге эш башланы. Бында киҫкен коронар синдромлы сирлеләргә ярҙам күрһәтеләсәк. Унда кардиология һәм рентгенэноваскуляр бүлектәре эшлёй. Рентгенэноваскуляр бүлектең рентген хирургияһы операция бүлмәһе яңы заманса ангиограф комплексы менән йыһазландырылған. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса ҡайтарылған комплекс юғары технологиялы операциялар яһау мөмкинлеге бирә.