Бишбүләк районында йәшәүсе Эльвира Ямалетдинова ойошторған фермер хужалығы – районда иң уңышлы эшләгәндәрҙән иҫәпләнә. Ул Башҡортостанда танылыу яулап өлгөргән. Фермерлыҡ эшен улар байтаҡ йылдар элек башлаған. Малсылыҡ менән шөғөлләнәләр, бойҙай, арпа, мал аҙығы культуралары, йәшелсә үҫтерәләр.
Эльвира Ямалетдинова әйтеүенсә, ауылда бизнесты яҡшы ойоштороу өсөн дәүләт ярҙамы булыу бик ыңғай күренеш.
Әйткәндәй, фермер 2019 йылда “Ғаилә малсылыҡ фермаһы” федераль программаһы буйынса Ауыл хужалығы министрлығы ойошторған конкурста ҡатнашып, 13,5 миллион һумлыҡ грант ота. Һәм ул аҡсаны эре мөгөҙлө мал үрсетеүгә тотона. Мәғлүм булыуынса, дәүләт программаһы республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.