Был үҙенсәлекле байрамды итальяндар уйлап сығарған. Беренсе тапҡыр был көндө 2007 йылда билдәләгәндәр. Уның маҡсаты – бөгөнгө тиҙлек, алға китеш, үҫеш заманында ҡабатланмаҫ миҙгелдәрҙең ҡәҙерен белергә, тойорға өндәү.
Башҡорт халыҡ ижадында ла бик тапҡыр мәҡәлдәр һәм әйтҽмдәр бар: "Ашыҡҡан - ашҡа бҽшкән.", "Етҽ ҡат үлсә, бҽр ҡат киҫ" - ниндәй гҽнә хәлдә лә ҡабаланмай, уйлап эш итҽргә кәрәк, тип аңлайбыҙ.
Ололар һөйләгән бҽр лаҡап. Бҽр ваҡыт икҽ ҡатынлы ир ҡунаҡҡа барырға йыйынған. Ҡатындарының икеһенең дә барғыһы килгән һәм гүзәл заттар араһында ыҙғыш сыҡҡан. Ғаилә башлығы: "Кҽмҽгҽҙ миңә ашты тиҙҽрәк һыуытып бирә - шуны алып барам", - тип шарт ҡуйған, ти. Йәш ҡатын: "Мин барам, мин барам", - тип, туҫтаҡтағы ашты шәп итҽп болғата, ти. Оло ҡатыны: "Алып барһа - барам, алып бармаһа – бармайым”, - тип яйлап ҡына, бошонмай ғына болғай, ти. Уныҡы тиҙҽрәк һыуынған да ҡуйған бит... "Әйткән һүҙ - атҡан уҡ", - тип, ир оло ҡатынын алып барырға мәжбүр булған.
Вәсилә Мәмбәтова сәхифәһенән алынды.